Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт Культура
27 Сентябрь 2019, 11:37

Хыялда ғына йөрөткән изге сер

Альбина Трушин мәктәбенең (ул ваҡытта Кесе Һүрәм урта мәктәбе тип атала ине) 1-се класында уҡыған ваҡытында мәктәп китапханаһында бер йыл ғына эшләп киткән бөҙрә сәсле, сибәр һәм бик мөләйем, инсафлы китапханасы апайҙы бик оҡшата, уның ҡулынан һәйбәт-һәйбәт китаптар алып уҡып шатлана. Үкенескә күрә, бәләкәй булғанлыҡтан, ул китапханасының исем-шәрифен дә иҫендә ҡалдырмай, әммә шул ваҡытта китапхана эшенә кескәй йөрәгендә һөйөү ҡабына. Ул ваҡытта ауыл магазинына килгән барлыҡ китаптарҙы һатып алып, бәләкәй генә ҡыҙ өйҙә үҙенә шәхси китапхана яһап ала. Унан килеп әсәһе лә йәш ваҡытта китапханасы һөнәренә ҡыҙығыуы, тик нишләптер уҡытыусылыҡҡа уҡырға барып, мәғариф юлынан китеүе хаҡында һөйләп-һөйләп ала (әйткәндәй, һуңынан Айһылыу апай барыбер китапханасы булып китә). Бына шулай, бала йөрәгендә китапханасы һөнәренә хөрмәт һәм яратыу әкренләп һаман бөрөләнә. Хыялдарҙың ғәжәп үҙенсәлеге бар – әгәр бик ныҡ теләһәң, тормошҡа аша. Бөгөнгө көндә шул кескәй ҡыҙ Альбина Данил ҡыҙы Хәмитова Ейәнсура районының биләмә-ара үҙәк китапханаһы директоры булып эшләй. 29 йәшендә был вазифала эшләй башлаған Альбина Данил ҡыҙы быға тиклем һынауҙарға бай тормош юлын үтергә өлгөрә.

Китапхана яратмаған бала бармы икән – барыбыҙҙың да баласағы тылсымлы китаптар донъяһы менән бәйле. Шәхсән мин үҙем китапханасы эше иң еңеле, килә лә, йылыла китап-журнал уҡып, килгән кешегә китап биреп, алып килгәнен алып ҡалып ҡына ултыра, тип уйлай инем. Әммә һәр эштең үҙ нескәлектәре һәм ҡатмарлыҡтары бар. Китапханалар халыҡҡа мәғлүмәт, аң-белем таратыуҙа ҙур роль уйнай – олоһо ла, кесеһе лә теләгән көндө ҡотло һәм йәмле китапханаға килеп, китап-журнал алыу, йәнә шунда уҡ ксерокүсермә, текст баҫтырыу һәм сығарып алыу кеүек хеҙмәттәр менән файҙалана ала.

Альбина Трушин мәктәбенең (ул ваҡытта Кесе Һүрәм урта мәктәбе тип атала ине) 1-се класында уҡыған ваҡытында мәктәп китапханаһында бер йыл ғына эшләп киткән бөҙрә сәсле, сибәр һәм бик мөләйем, инсафлы китапханасы апайҙы бик оҡшата, уның ҡулынан һәйбәт-һәйбәт китаптар алып уҡып шатлана. Үкенескә күрә, бәләкәй булғанлыҡтан, ул китапханасының исем-шәрифен дә иҫендә ҡалдырмай, әммә шул ваҡытта китапхана эшенә кескәй йөрәгендә һөйөү ҡабына. Ул ваҡытта ауыл магазинына килгән барлыҡ китаптарҙы һатып алып, бәләкәй генә ҡыҙ өйҙә үҙенә шәхси китапхана яһап ала. Унан килеп әсәһе лә йәш ваҡытта китапханасы һөнәренә ҡыҙығыуы, тик нишләптер уҡытыусылыҡҡа уҡырға барып, мәғариф юлынан китеүе хаҡында һөйләп-һөйләп ала (әйткәндәй, һуңынан Айһылыу апай барыбер китапханасы булып китә). Бына шулай, бала йөрәгендә китапханасы һөнәренә хөрмәт һәм яратыу әкренләп һаман бөрөләнә. Хыялдарҙың ғәжәп үҙенсәлеге бар – әгәр бик ныҡ теләһәң, тормошҡа аша. Бөгөнгө көндә шул кескәй ҡыҙ Альбина Данил ҡыҙы Хәмитова Ейәнсура районының биләмә-ара үҙәк китапханаһы директоры булып эшләй. 29 йәшендә был вазифала эшләй башлаған Альбина Данил ҡыҙы быға тиклем һынауҙарға бай тормош юлын үтергә өлгөрә.

Альбина Хәмитова (Илтенбаева) Трушин ауылында тыуған, Бикбау ауылында үҫкән. Бала сағында ашнаҡсы һөнәренә лә уҡығыһы килә, Ырымбур ҡалаһында йәтешле уҡыу йорто ла эҙләштерәләр, әммә күңелгә ятҡаны осрамай. Юғары уҡыу йортона барып ҡарайым да, уҡырға инә алмаһам, Иҫәнғолдағы һөнәрселек училищеһына ашнаҡсыға уҡырға инермен әле, тип план ҡора ҡыҙ. Шунан әсәһе менән башҡалаға юлланалар, юғары уҡыу йорттарынан һайлап-һайлап БДПУ-ға туҡталып, шунда имтихандар биреп, йәш ҡыҙ уҡырға инеп китә. Социаль-гуманитар факультеттың китапхана-мәғлүмәт эшмәкәрлеге, референт-аналитик махсус бүлегендә белем ала. Төркөмдә 23 студент, барыһы ла ҡала егет-ҡыҙҙары, уҡытыу тотошлай рус телендә – ябай ауыл мәктәбенән килгән Альбинаға уҡыу ауырға тура килә. Шулай ҙа ауыр тип уҡыуҙы ташлау уйы башына ла инеп сыҡмай, тырышып уҡып китә йәш ҡыҙ. 4-се курста күрше Буранғол ауылы егете, БДУ студенты Шамил Хәмитов менән сәстәрен-сәскә бәйләйҙәр, бер аҙҙан тәүге сабыйҙары донъяға килә. Ситтән тороп уҡыу бүлеге булмағас, йәш әсә уҡыуын көндөҙгө бүлектә дауам итә. Тормош иптәше сауҙа үҙәгендә төндә оператор булып эшләй, көндөҙ алмаш-тилмәш уҡырға йөрөйҙәр, Шамилдың эш хаҡына стипендия аҡсалары ҡушылып, йәшәү өсөн килем килеп торһа ла дөйөм ятаҡта бүлмә алып тороу, уның өсөн хаҡ түләп йәшәү һәм башҡа шарттар яңы ғына тормош юлын башлаған йәштәргә еңел һынауҙарҙан булмай. Диплом ала торған шатлыҡлы көндө Альбина һәм Шамил 3 айлыҡ бәпес менән ҡаршылай. Өҫтән йөк төшкәндәй була – бер диплом ҡулда! Шамил академик отпуск алып, Хәмитовтар ғаиләһе тыуған яҡтарына ҡайта. Ғаилә башлығы ауылға ҡайтып урынлашыу менән Ватан алдындағы бурысын үтәргә әрме сафына китә, Приморье крайында хеҙмәт итә. Шамил Хәмитов ҡырыҫ шарттарҙа ҡаты һыуыҡ алдырып, пневмония тигән мәкерле сир менән ауырып китә. Шәбәйеүен шәбәйтәләр, тик үткәрелгән сир ауыр эҙемтәләр биреп, йәш һалдаттың һаулығына ҙур зыян килеүе бик күп йылдар үткәс беленәсәк икәнен бер кем дә күҙалламай.

Йәш саҡ – дәртле саҡ, бойоғоп ултырырға форсат та, теләк тә юҡ – Хәмитовтар Стәрлетамаҡ ҡалаһына сығып китә, әммә бала саҡтан уйнап үҫкән иркен ялан-ҡырлы тыуған яҡтарын һағынып, ҡабат әйләнеп ҡайтып, район үҙәгенә төпләнәләр. Альбина Иҫәнғол 2-се һанлы мәктәбенә эштәрҙе алып барыусы булып, Шамил редакцияға водитель булып эшкә төшә, улдары Рәил баҡсаға йөрөй, ипотекаға фатир һатып алалар. 2011 йылда Альбина үҙәк китапханала инженер-программист булып эшләй башлай, 2013 йылда, Хәмитовтар ғаиләһенә шатлыҡ өҫтәп, улдары Аяз тыуа. Декрет ялынан һуң Альбина методист булып китә, ауыл китапханасыларына төрлө конкурстарҙа ҡатнашырға, документация, йыллыҡ һәм кварталлыҡ отчеттарын эшләргә ярҙамлашыу, кураторлыҡ итеү оҡшай уға.

2017 йылда Альбина Данил ҡыҙы Хәмитова район китапханалар селтәре директоры итеп үрләтелә. Әле райондың барлыҡ итпаханалар ла интернет менән 100 процент тәьмин ителгән. Һуңғы бер нисә йылда 15 хеҙмәткәр ҡайтанан әҙерләү курстарын дистацион үтеп диплом алған, 29 китапханасы – тулы, 11 китапханасы ярты ставкаға эшләп йөрөй. 3-4 китапханасының ғына махсус белеме юҡ, уларҙы яҡын киләсәктә уҡытып сығарыу бурысы тора. Китапханалар селтәре йылына 400 мең һум самаһы түләүле хеҙмәттәр күрһәтеп, планды ваҡытында үтәп тора, атап әйткәндә, ксерокүсермәләр эшләй, канцтауарҙар, китаптар, календарҙар һата, залдарын, йыһаздарын ҡуртымға бирә. Түләүле кисәләр ҙә үткәрә алалар, әммә быға тиклем ундай заказ булғаны юҡ. Бөтә донъяны интернет ялмап алһа ла, китапханалар әле лә популярлығын юғалтмай, тик хәҙер күберәк мәктәп уҡыусылары һәм оло быуын вәкилдәре китап уҡый. Балалар үҫтерәм, аҡса эшләйем, йорт төҙөйөм, тип йәнтәслим донъя көткән йәш ғаиләләрҙең китапханға барырға бик теләге булһа ла ваҡыты һәм мөмкинлеге юҡ. Альбина Данил ҡыҙы үҙе иһә китапты даими уҡый, һуңғы уҡыған әҫәре – яҡташыбыҙ Сабит Фазлыевтың “Ҡара этап” романы. “Ҡатмарлы темаға яҙылһа ла, еңел уҡыла, мин хатта бер нисә тапҡыр уҡып сыҡтым”, – ти ул.

Киләсәккә пландар, булған проблемаларҙы белешәм.

– Хыял – райондағы бөтә китапханаларҙа ремонт үтһен ине, барыһында ла йылы һәм йәмле булһын ине. Проблема шул – бер нисә китапханала һыуыҡ, уның сәбәптәре төрлө.

Район хакимиәте былтыр 100 мең һум аҡса бүлеп, үҙебеҙ теләгән китаптар ала алдыҡ, рәхмәтлебеҙ. Өфөнән дә китап ебәреүен ебәрәләр, әммә улар күберәк шиғыр китаптарын ебәрә, ә халыҡ романдар, повестар, фантастика һорай, – ти етәксе.

Альбина Хәмитова менән ярты сәғәт кенә әңгәмәләшкәндә әллә күпме хеҙмәткәр, йә китап уҡыусы һорауҙарын бирҙе, телефондан туҡтауһыҙ тигәндәй шылтырат – тыныс ултырырға һис форсат юҡ. Ул һәр береһенә асыҡ, тигеҙ, конкрет күрһәтмәләр, яуаптар бирҙе – һалҡын ҡанлылығы, тиҙ фекерләүе, һүҙгә ҡарағанда эше күп булыуы һиҙелде.

– Йәш директор булыуы холҡоғоҙҙо үҙгәрттеме? – тигән һорауыма ул уйынлы-ысынлы:

– Ваҡытынан алда “ҙурайырға” тура килде инде, – тине йылмайып.

Йылдар үтә. Һынауҙар аша утты-һыуҙы үткән ғаиләләр алға атлаған һайын сыныға бара. Альбина һәм Шамил Хәмитовтарҙың ҙур улдары Рәил 4-се класта уҡый, Аяз “Тирмәкәй” балалар баҡсаһына йөрөй. Донъя түңәрәкләнгән, ә шулай ҙа һәр ғаиләнең әле хыялында ғына йөрөткән изге сере була. Хәмитовтарҙың татыу һәм күркәм ғаиләһенә шул хыялдары тормошҡа ашыуын теләп ҡалабыҙ.


Һүрәттә: Альбина һәм Шамил Хәмитовтар ғаиләһе.



Әйткәндәй


Бөгөн Ейәнсуралағы барлыҡ китапханалар компьютерҙар, интернет, һәм башҡалар менән йыһазландырылған, дөйөм фондта 357 мең китап бар. Китапханасылар “армия”һын 40-лап хеҙмәткәр тәшкил итә, бынан тыш, 6 техник хеҙмәткәр бар. Китапханаларға йылына яҡынса 19 мең даими уҡыусы йөрөй.
Читайте нас: