Быйылғы йыл Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда Театр йылы тип иғлан ителде. Был тылсымлы театр донъяһындаа оҙаҡ йылдар уңышлы эшләп йөрөүсе яҡташтарыбыҙ араһында Яңыбай ауылынан Хәким Мортазин исеме лә бар. Ошо көндәрҙә Хәким Фәрит улы театр донъяһында хеҙмәт итеүенең 25 йыллыҡ юбилейын билдәләй. 2010 йылда БР-ҙың атҡаҙанған артисы исемен алған Хәким Мортазин әле М.Ғафури исемендәге башҡорт академия драма театрында эшләй, унан алда күп йылдар Салауат драма театрында көс түккән.
Әйткәндәй, Хәким Мортазин Ҡансуриндар араһынан, бары бер заман был фамилия күбәйеп бара, тип исемдән фамилия яһау дәүерендә, Мортаза исемле олатай исеменән Мортазин фамилияһы барлыҡҡа килә.