"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт Культура
14 Октябрь 2019, 13:30

Бабич Бабичлы булды.

11 октябрҙә режиссер Булат Йосоповтың «Бабич» тарихи фильмында төп ролде башҡарған Илгиз Таһировҡа һәм уның ижадташтарына Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы тапшырылды.

Хеҙмәт алдынғылары лайыҡлы баһаланды
Бабич Бабичлы булды. 11 октябрҙә режиссер Булат Йосоповтың «Бабич» тарихи фильмында төп ролде башҡарған Илгиз Таһировҡа һәм уның ижадташтарына Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы тапшырылды.
Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге дәүләт йәштәр премияһы шулай уҡ башҡорт легендалары мотивтары буйынса тәүге музыкаль әкиәт тыуҙырған ижади коллективҡа һәм «Арғымаҡ» төркөмө артистарына бирелде. Юғары награданы Республика башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин тапшырҙы.
Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт премияһы 22 йыл дауамында бирелә, ошо ваҡыт эсендә уға 50 кеше һәм 8 ижади төркөм лайыҡ булған. Быйыл ул тәүге тапҡыр бер юлы өс коллективҡа тапшырылды.
Читайте нас: