ҠӘҘЕР ТӨНӨН НИСЕК ҮТКӘРЕРГӘ?
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт Культура
15 Октябрь 2019, 12:31

“Иҙел” башҡорт һәм татар йырҙары конкурсында ҡатнашыуға заявкалар ҡабул итеү тамамлана

Конкурста юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары вокал бүлектәренең башҡорт һәм татар телдәрендә йырлаусы студенттары һәм сығарылыусылары ҡатнаша ала.

Конкурста юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары вокал бүлектәренең башҡорт һәм татар телдәрендә йырлаусы студенттары һәм сығарылыусылары ҡатнаша ала. «Иҙел фестивале лауреаты» исемен алыу өсөн улар «Башҡорт халыҡ йыры», «Татар халыҡ йыры», «Автор-башҡарыусы», «Башҡорт эстрада йыры», «Татар эстрада йыры», «Академик йыр» һәм «Балалар» номинацияларында көрәшәсәк.
Конкурстың өсөнсө туры 15 ноябрҙә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында уҙасаҡ. Киләһе көнөнә шунда уҡ билдәле артистар һәм фестиваль еңеүселәре ҡатнашлығында гала-концерт буласаҡ.
Конкурста ҡатнашыуға заявкалар ҡабул итеү 31 октябргә тиклем дауам итә. Бөтә мәғлүмәтте idel-festival.ru сайтында, шулай уҡ vk.com/idelfestival төркөмөндә табырға мөмкин.
Заявка ебәреү һәм ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы биреү өсөн электрон адрес: [email protected]
Диана Байтурина, проекттың координаторы (89174826517).
Читайте нас: