Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт Культура
18 Октябрь 2019, 14:32

"Һөнәремде яратам. Уның кире яҡтарын күрмәйем"

...Ул саҡта йәш кенә Фәйрүзәнең “Башмағым” (Х. Ибраһимов) комедияһында Йыһан ҡарсыҡ ролен шундай килештереп башҡарғаны, һәр хәрәкәтенә көлөп һын ҡатҡаны әле лә хәтерҙә...

2019 – Театр йылы

Райондың мәҙәни тормошо уртаһында ҡайнаған Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Фәйрүзә Хәсәнованы йырсы, бейеүсе, алып барыусы, төрлө ролдәрҙе бар ихласлығын һалып бирелеп башҡарыусы булараҡ район тамашасыһы яҡшы белә. Ул саҡта йәш кенә Фәйрүзәнең “Башмағым” (Х. Ибраһимов) комедияһында Йыһан ҡарсыҡ ролен шундай килештереп башҡарғаны, һәр хәрәкәтенә көлөп һын ҡатҡаны әле лә хәтерҙә; ә ғорур Тәнкәбикәнең (М. Кәрим “Ай тотолған төндә”) барлыҡ кисерештәрен, трагедияһын нисек оҫта асып һалды; Зөлхәбирә (“Айгөл иле”) фажиғәһен тамашасыға һабаҡ бирерлек итеп асып һалды... Ғөмүмән, Фәйрүзә Йәғәфәр ҡыҙы башҡарған барлыҡ ролдәр ҙә тамашасы тарафынан йылы ҡабул ителә. Ул күп кенә драматик һәм трагик ролдәрҙе психологик тәрәнлек, тормошсанлыҡ менән кәүҙәләндерә. Фәйрүзәнең спектаклдәрҙә, скетч-интермедияларҙа башҡарған эреле-ваҡлы ролдәре йөҙгә еткәндер, моғайын. Бөгөн ул беҙҙә ҡунаҡта.

– Хәйерле көн, Фәйрүзә Йәғәфәр ҡыҙы! Театр йылы тамамланыуға барғанда, район мәҙәниәт йортоноң иң әүҙем хеҙмәткәре менән әңгәмәшеп алайыҡ әле. Үҙегеҙ, эшегеҙ тураһында ҡыҫҡаса һөйләп үтһәгеҙ ине.

– Ейәнсура районы Мөхәмәтйән ауылында Йәғәфәр һәм Шәкирә Үҙәнбаевтарҙың етенсе балаһы булып 1969 йылдың буранлы ғинуар айында донъяға килгәнмен. Мөхәмәтйән башланғыс, Әлебай һигеҙ йыллыҡ, Абзан урта мәктәптәрендә уҡыным. Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһын тамамлағандан алып утыҙ йыл мәҙәниәт өлкәһендә эшләйем, ситтән тороп Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт академияһын тамамланым. Хеҙмәт юлына килгәндә, 15 йылдан артыҡ район мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе, 14 йыл директор вазифаларын биләнем. Әле күмәк саралар режиссеры булып эшләйем.
– Үҙегеҙҙе бер-ике һүҙ менән нисек ҡылыҡһырлар инегеҙ?

– Илаҡ түгелмен, әммә күңелем йомшаҡ – кешенең бөтә ҡылыҡтарын да тиҙ генә аҡлайым, асыу тотмайым.
– Ни өсөн нәҡ мәҙәниәт өлкәһен һайланығыҙ?

– Буйға бәләкәй булғас, сәхнәгә менергә уйланым... Был, әлбиттә, шаяртыу...
– Нимә сәбәпсе, этәргес булды?

– Дөрөҫөн әйткәндә, мәктәп йылдарында бөтә сараларҙың да иң әүҙем ҡатнашыусыһы булып, йырлап, бейеп, алып барыусы булып йөрөһәм дә, мәҙәниәт өлкәһендә һөнәр һайлармын тигән уй башыма ла инеп сыҡманы. Минең теләгем ауыл хужалығында эшләү ине, агроном булып. Абзан урта мәктәбендә белем алған ваҡытта башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Люциә Хәсән ҡыҙы Ҡоҙаҡаева(Хәсәева) М.Кәрим ижады менән бәйләп асыҡ дәрес үткәрҙе. Уҡыусыларҙан торған ике командаға әҙиптең драматик әҫәрҙәрен сәхнәләштереп күрһәтергә тигән бурыс ҡуйылды. Беҙгә “Айгөл иле” тура килде. Мин Айгөлдөң прологтағы монологын эшләгән инем, Люциә Хәсәновна миндә буласаҡ актрисаны күрҙе лә ҡуйҙы һәм ул мине сәнғәт институтына барырға кәрәк тип, күндерҙе. Әммә ләкин, мәктәпте тамамлаған йылда сығарылыш имтихандарын тапшырып та бөттөк, фольклор төркөмө менән телевидение тапшырыуында төшөргә Өфөгә киттек, ҡыҫҡаһы, мин сәнғәт институтына документтар тапшырырға һуңланым (ул заманда июнь аҙағына тиклем документтар ҡабул итәләр, июль башында имтихандар башлана ине). Шулай мәҙәни-ағартыу училищеһына барып эләктем, сөнки сәнғәткә, мәҙәниәткә хеҙмәт итергә тейешмен тигән хыял күңел түренә оялап өлгөргән ине инде.

– Эшегеҙҙең ыңғай һәм кире яҡтары?

– Ыңғай яҡтары – халыҡты рухи яҡтан байытабыҙ, уны донъя мәшәҡәттәренән ял иттерәбеҙ, шатлыҡ өләшәбеҙ. Үҙ һөнәремде яратҡанғамы, нисә йылдар эшләп, өйрәнеп киткәнгәме, мин уның кире яҡтарын күрмәйем.
– Иң ҙур ҡаҙанышығыҙ һәм еңелеүегеҙ?

(тулыһынса "Ейәнсура таңдары" гәзитендә уҡығыҙ)

Читайте нас: