Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт Культура
28 Октябрь 2019, 16:33

Әйҙәгеҙ, дуҫтар, йырлайыҡ бергә!

"Йырлап асыла күңел" район бәйгеһе "Йырлаусы ауыл" фестивале сиктәрендә старт алды

Вокал бәйгеһе башланды


“Йырлаусы ауыл” республика фестивале сиктәрендә “Йырлап асыла күңел” район бәйгеһе Яңы Себенле ауыл биләмәһендә старт алды. Тамашасылар алдында Яңы Себенле һәм Ишемғол һәүәҫкәр артистары һәм үҙешмәкәр коллективтары сығыш яһаны. Сағыу костюмдар, дәртле лә, моңһоу ҙа йырҙар, йөрәҡ ҡылдарын тибрәтерлек шиғыр юлдары- барыһы ла халыҡҡа оҡшаны. Эстафетаны Новопетровск ауыл биләмәһе ҡабул итеп алды.
Читайте нас: