Яңыраҡ Яңыбай ауыл мәҙәниәт йортында Башҡортостандың халыҡ шағиры, яҙыусы, драматург, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, халҡыбыҙҙың бөйөк улы Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы, “Мостай мәңге беҙҙең хәтерҙә” исемле театрлаштырылған мәҙәни кисә уҙҙы. Сәхнә Мостай Кәримдең әҫәрҙәре, портреты менән байрамса биҙәлгән ине. Хөрмәтле тамашасыларыбыҙ, китап һөйөүсе дуҫтарыбыҙ өсөн, яҙыусыбыҙҙың тормош юлы һәм ижадына арналған “Беҙҙең өйҙөң йәме” исемле китап күргәҙмәһе ойошторолдо.
Сарабыҙҙың беренсе өлөшөндә уҡыусылар Мостай Кәримдең шиғырҙарын яттан һөйләп ишеттерҙеләр. Икенсе өлөшөндә Фәрзәнә Ғөбәйҙуллинаның Мостай Кәрим ижадына арналған “Бөгөн байрам, бөгөн байрам” сценкаһын сәхнәләштерҙеләр. Бында инде әҙәби геройҙарыбыҙ булып “Беҙҙең өйҙөң йәме”китабынан – Йәмил, Оксана һәм дуҫтары, “Өс таған” китабынан – Ғабдулла һәм уның дуҫтары, “Әлфиә хикәйәләре”нән Әлфиә үҙе, “Ғүмер миҙгелдәре” китабынан Аҡсал, Мадлен да, хатта “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” китабынан Оло инәй ҙә килгән ине. Китап эсенән сыҡҡан “ҡунаҡтар” осрашҡас, уларҙың бөтәһенең дә олаталары бер үк кеше – Мостай олатай икәнен асыҡланылар. Оло инәй балаларға ейәне Кендектең “туғандары” булыуҙарын аңлатты. Артабан балалар Мостай Кәрим олатайҙарының ниндәй кеше булғанын ғорурланып һөйләнеләр. Изге теләктәрен әйтеп оло байрамы менән ҡотланылар. Былар барыһы ла “Уҡытыусым”, “Аҡтаныҡ”, “Кис ултырып ҡыҙҙар сигеү сигә” исемле йырҙар менән бергә үрелеп барҙы. Сарабыҙҙың өсөнсө өлөшөндә Мостай Кәримдең “Айгөл иле” драмаһынан өҙөк сәхнәләштерелде.
Халҡыбыҙҙың бөйөк улы Мостай Кәримдең әҫәрҙәре бер нисә быуын уҡыусыларының рухи хазинаһына әйләнде. Ул башҡорт әҙәбиәтен республикабыҙға ғына түгел, бар донъяға танылыу яулатты. Тимәк, уның әҫәрҙәре киләсәк быуын балаларына, башҡорт халҡына оло ҡомартҡы булып тапшырыласаҡ!
Әлиә Ҡәҙербәкова, китапханасы. Яңыбай ауылы.