Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт Культура
5 Ноябрь 2019, 16:02

"Шатлыҡ"тар шатландырҙы

– Ауыл халҡы, мәктәп коллективы, балалар баҡсаһы менән берлектә эшләйбеҙ, барлыҡ байрамдарҙы, сараларҙы хеҙмәттәштәрем – ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре менән бергә ойоштороп, үткәрәбеҙ, – ти Нәркәс.Әйткәндәй, ул китапханала “Шатлыҡ” балалар...

Иҙәш ҡыҙы Нәркәс Әхмәрова 2011 йылда Иҙелбәк ауылына килен булып төшә. Бөгөн тормош иптәше Марсель менән Залина һәм Илһөйәр исемле ҡыҙҙар үҫтерәләр.

Нәркәс “Умырзая” балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләгәндә үк ауыл клубында бейеү түңәрәге алып бара, барлыҡ концерттарҙа ла әүҙем ҡатнаша. Унан күрше Казанка ауылы балалар баҡсаһына йөрөп эшләй башлағас, түңәрәкте ташларға тура килә.

Нәркәс инде йылдан ашыу Иҙелбәк ауыл китапханаһында эшләй, ауылдың мәҙәни тормошонда ҡайнап йәшәй.

– Ауыл халҡы, мәктәп коллективы, балалар баҡсаһы менән берлектә эшләйбеҙ, барлыҡ байрамдарҙы, сараларҙы хеҙмәттәштәрем – ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре менән бергә ойоштороп, үткәрәбеҙ, – ти Нәркәс.

Әйткәндәй, Нәркәс китапханала “Шатлыҡ” балалар клубы ойошторған. Бында мәктәп уҡыусылары бик ҡыҙыҡһынып йөрөй, ата-әсәсәләр ҙә ҡәнәғәт. Китапханасы балалар менән шәмбе һайын тиерлек йә әҙәби кисә, йә КВН, интеллектуаль уйын кеүек саралар үткәрә. Әле ҡыҙҙар-малалайҙар башҡорт халыҡ бейеүҙәрен ҙур теләк менән өйрәнә. 2 ноябрҙә Халыҡтар берҙәмлеге көнө һәм Башҡортостандың 100 йыллыҡ юбилейы уңайынан, "Шатлыҡ" балалар түңәрәге үҙҙәренең тәүге ҙур сығышын тәҡдим итте.
Читайте нас: