Башҡортостанда ауыл биләмәләре араһында «Йырсы ауыл» республика конкурсы старт алды. Беҙҙең Бикбау ауылы халҡы ла был конкурсҡа ихлас ҡатнашып, "Йырҙарымда - ерем балҡышы" исемле бик матур, эстәлекле, ҙур концерт күрһәтте. Тамашасылар Әлфиә Мөрсәлимова, Нурия Әлмөхәмәтова, Алмас Урманбәтов, Ләлә Түлегәнова, Гүзәл Өмөтбаева, Гәүһәр Ижбирҙина менән ҡыҙы Динара, “Әхирәттәр” ансамбле башҡарған йырҙарҙы яратып тыңланылар. Юлай Ильясов, Илсур Илтенбаевтың гармун, ҡурай моңдары бөтәһенең дә күңеленә хуш килде. Ә бейеүселәр Гүзәл Өмөтбаева һәм ветеран уҡытыусы Мәсҡүҙә Сабированың өҙҙөрөп баҫыуҙары тамашасыларға тағы ла дәрт өҫтәне. Нәфис һүҙ оҫталары Алмас Урманбәтов, Рәғиҙә Ғәлимова, Салауат Сабиров, Миңзилә Хәмитова көнүҙәк мәсьәләләргә ҡағылған шиғырҙарҙы юғары кимәлдә башҡарҙы. Бикбау башланғыс мәктәбе уҡыусыларының сығышы ла бик матур булды. Концертты Гүзәл Итбаева, Рәғиҙә Ғәлимова оҫта, дәртле, юғары кимәлдә әҙерләп алып барҙы.
"Һуңғы ҡабым икмәгҽм, һуңғы йотом һыуым мҽнән бҽргә, ишҽтҽр йырым булһа, үкҽнҽс ҡалмаҫ", - тигән бөйөк башҡорт яҙыусыһы, драматург, шағир Мостай Кәрим. Йондоҙ ҡото - нурланыуҙа булһа, йырҙың ҡото - йырланыуҙа. Матур йырҙар йырлап, матур йырҙар тыңлап йыр-моңдан айырылмай йәшәйҽк, дуҫтар!