Бөтә донъя Фольклориадаһы 2020 йылдың 18 июленән 1 авгусына тиклем уҙасаҡ. Бындай сара дүрт йылға берҙе ойошторола һәм кешелек мәҙәни мираҫының күп төрлөлөгөн асырға булышлыҡ итә. Киләһе йылда Башҡортостанда 80 илдән өс меңдән ашыу артист килеп, үҙ милләттәрен күрһәтәсәк. Тамашасыларға традицион музыка, аш-һыу, халыҡ кәсептәре, костюмдар, сәхнә оҫталығы тәҡдим ителәсәк.