Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле репертуарында тиҙҙән ҡатын-ҡыҙҙар өсөн яңы башҡорт бейеүе була. Ансамбль солисы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Йәмилә Бикбаева үҙенең коллегалары өсөн тәүге тапҡыр бейеү һала. Уның исеме — «Быуындар сылбыры».
«Был бейеүҙең мәғәнәһе – быуындар фәлсәфәһендә. Бында бейеүҙең көнкүреш кимәле күрһәтелмәй, ә хореографик лексикаһы ғына файҙаланыла. Быуындар күсәгилешлеген, мәңгелек ҡиммәттәрҙе – һөйөүҙе, мәҙәниәтте, ихтирамды академик кимәлдә күрһәтергә теләйем. Бейеү боронғо замандан башлана, яйлап беҙҙең көндәргә күсә һәм боронғоға кире әйләнеп ҡайта. Өлкәндәрҙең кәңәштәре быуындан-быуынға тапшырыла килә. Барыһы ла килеп сығыр тип ышанам», — тип һөйләне Йәмилә Бикбаева коллективтың матбуғат конференцияһында.
Яңы бейеүҙең көйөн композитор Илшат Яхин ижад иткән, әле ул партитураға боронғо халыҡ уйын ҡоралдарын өҫтәп яҙа. Ғәҙәти булмаған, ҡатмарлы костюмдар өҫтөндә танылған рәссам Наталья Степанова эшләй.
«Костюмдарҙы тарихи тип әйтергә мөмкин. Белеүемсә, элегерәк беҙҙең коллективта ҡатын-ҡыҙ бейеүҙәрендә бындай кейемдәр файҙаланылманы», — тип билдәләне коллектив директоры Алмаз Сәйетов.
Бейеүҙең премьераһы 2020 йылда – Башҡортостанда Бөтә донъя фольклориадаһы уҙғарылған йылда була.