Быйыл интернет селтәрендә “Йәшлек-шоу”ҙа ҡатнашасаҡ йырсыларҙы ҡарап ултырғанда, Ейәнсура районынан Илназ Ҡәҙербәков тигән яҙма килеп сыҡты. Быға тиклем бер ҡайҙа ла исеме ишетелмәне, кем икән тип ҡыҙыҡһына ҡуйҙым. Баҡтиһәң, егет беҙҙең менән хеҙмәттәшлек иткән, Яңыбай ауыл китапханаһында эшләгән Әлиә Ҡәҙербәкованың улы булып сыҡты. Ҡасандыр Үрге Мәмбәтша ауылына барып, уларҙың ғаиләһе тураһында яҙырға ла тура килгәйне. Илназ ул ваҡытта Яңыбай мәктәбенең 11-се класында уҡый ине, тик мәктәптә булып, осрашырға тура килмәне.
Илназ – Әхмәт һәм Әлиә Ҡәҙербәковтарҙың ғаиләһендә баш бала. Башланғыс кластарҙы үҙҙәрендә уҡыһа, артабан Яңыбай урта мәктәбендә белем ала. Мәктәп йылдарында бик тырыш, алдынғы уҡыусы була. Бала саҡтан йыр-моңға ынтылышы көслө булһа ла, оялсанлығы уға әҙерәк ҡамасаулыҡ итә. Шул саҡта әсәһе кәңәштәре менән уға ярҙамға килә. Әйткәндәй, Илназға йыр-моңға һөйөүҙе лә әсәһе уята, өйрәтә. Шулай ҙа 12 йәшендә төрлө район смотр-конкурстарында, “Золушкала ҡунаҡта” конкурсында ҡатнашып, үҙен һынап ҡарай. Үҫә килә мәктәптә лә, ауыл мәҙәниәте йорто сараларында ла әүҙем ҡатнашып тора. Мәктәпте тамамлап, үҙенең хыял иткән уҡыу йортона – БДУ-ға уҡырға инә. Студент тупһаһына баҫҡас, Илназдың йыр-моңға ынтылышы тағы ла көсәйә төшә. Тәүге курста гитара менән ҡыҙыҡһынып уйнарға өйрәнә һәм әле лә уның өҫтөндә эшләй. Уҡыу йортонда уҙғарылған сараларҙа йырсы булараҡ ҡына түгел, алып барыусы булып та ҡатнаша. Институттан тыш сараларҙа ла әүҙем. Быйыл Ейәнсура районы студенттары берләшмәһенә сафҡа ингән. Үҙебеҙҙең район йәштәре менән йыйылыштар уҙғарыу уға бик оҡшай.
“Бала саҡтан йырларға яратам. Былтырғы йылда Студент яҙында ҡатнашып, «Йыл дебюты» номинацияһында I урынға лайыҡ булдым. 2018 йылда "Башҡортостан таланттары" конкурсында ҡатнаштым. Яҡты киләсәктә ныҡлап музыка менән шөғөлләнергә уйлайым”, – ти ул.
“Нисек ҡатнашырға булдың Йәшле шоуҙа?” – тип һорайым Илназдан.
”Йәшлек-шоу”ға мин, дөрөҫөн генә әйткәндә, көтмәгәндә барып эләктем.Таһир Әсәҙуллиндың “Бәйләнештә” интернет селтәрендә, “Йәшлек-шоу”ҙа үҙен продюсер булараҡ һынап ҡарарға һәм үҙенең командаһына кеше йыйнауын күреп ҡалғас, уға яҙырға булдым. Күп тә үтмәне ул миңә яуап яҙҙы. Ул ваҡытта конкурсҡа ике аҙна ғына самаһы ваҡыт ҡалған ине, ә беҙҙең йыр ҙа, образ да юҡ ине. Тиҙ арала йыр сығарҙыҡ, образ уйланыҡ. Таһир ағай ныҡ ярҙам итте инде, сикһеҙ рәхмәт уға. Ул булмаһа, быйыл мин “Йәшлек-шоу”ҙа ҡатнашмаҫ инем. Ул миңә бар яҡлап та ярҙам итеп тора, кәңәштәр бирә”, – тип, үҙ уй-кисерештәре менән бүлешә йәш йырсы. Бәйгелә ул үҙен һынап ҡараған, тәжрибә туплаған, үҙ менән бер тулҡында булған, бер хыял менән янған дуҫтар тапҡан.
”Йәшлек-шоу” Илназға ҙур йоғонто яһаған, хатта быға тиклем эшләргә ҡурҡытып торған аҙымдар яһарға көс биргән (тәүге йырын сығарған). Тормошҡа булған ҡарашын да үҙгәрткән тип әйтһәк тә, хата булмаҫ.
Киләсәктә Илназ сәнғәт өлкәһендә үҙен нығыраҡ һынап ҡарарға хыял итә. Әле “Йәшлек-шоу”ҙа ҡатнашып, тәүге сирҡаныс алды, беренсе тапҡыр үҙен ҙур сәхнәлә һынап ҡараны. Уға үҙе өсөн генә ижад ителгән тәүге йыр менән сығыш яһау бәхете тейҙе. Йәш йырсы киләһе бәйгеләрҙә лә үҙенең өр-яңы йырҙары менән тамашасы һөйөүен яуларға янып йәшәй. Тормош девизын “Хыялыңа тоғро бул!” тип алып, тырышып уҡырға ла, спорт менән шөғөлләнергә лә, йәмәғәт эштәрендә әҙем булырға ла өлгөргән Илназға киләсәктә тик уңыштар ғына теләйек.