Мәҙәниәт Культура
20 Февраля 2020, 12:50

Йөрәгемде асам...

Яҡташыбыҙ, йырсы Алина Дәүләтханова көҙ көнө Өфөлә, “Башҡортостан” дәүләт концерт залында тәүге концертын тәҡдим итеүе, уның тулы аншлаг менән үтеүе хаҡында яҙғайныҡ инде. Ниһайәт, Алина ошо концерт программаһы менән 23 февралдә район мәҙәниәт йортонда сығыш яһаясаҡ.

Яҡташыбыҙ, йырсы Алина Дәүләтханова көҙ көнө Өфөлә, “Башҡортостан” дәүләт концерт залында тәүге концертын тәҡдим итеүе, уның тулы аншлаг менән үтеүе хаҡында яҙғайныҡ инде. Ниһайәт, Алина ошо концерт программаһы менән 23 февралдә район мәҙәниәт йортонда сығыш яһаясаҡ.


- Алина, әйҙәгеҙ, үҙегеҙ менән гәзит уҡыусыларыбыҙҙы яҡынданыраҡ таныштырып үтегеҙ.

- Мин Өфө ҡалаһында тыуһам да, яҙмыш еле әсәйемдең тыуған яғы – Ейәнсураға алып ҡайта һәм минең бала сағым, үҫмер йылдарым Сирғол һәм Байдәүләт ауылдарында үтте. Байдәүләт башланғыс мәктәбен тамамлағас , 5-се класҡа Ейәнсура башҡорт гимназияһына уҡырға килдем. Әммә һағыныуым көслө булғас, бер йыл уҡығандан һуң,ҡайттым. Өләсәйем менәнҡартатайым янында йәшәп, Сирғол урта мәктәбендә белем алдым. Аҙаҡ инде Өфө сәнғәт академияһының вокал бүлеген тамамланым.

- Ә ни өсөн нәҡ сәнғәт академияһы?

- Мин мәктәптә уҡыған йылдарҙа уҡ йырлай башланым. Әммә мин бик оялсан инем. Шуға йырларға яратһам да, сәхнәгә, халыҡ алдына сығып йырлауҙан ныҡ тартындым. Мине көсләп тигәндәй йырлаталар ине. Тәүге ҙур сығышым, моғайын, 5-се класта, район мәҙәниәт йортонда булғандыр. Әлбиттә, уға тиклем дә йырлағаным булды, тик шул сығышым хәтерҙә ныҡ уйылып ҡалған. Ә инде Сирғол мәктәбенә ҡайтҡас, музыка уҡытыусыһы Гөлниса Әхмәҙулла ҡыҙы Юлдашбаева минең менән шөғөлләнә башланы. Ул минен йырлауымды бик ныҡ теләне, күп халыҡ йырҙарын өйрәтте. 11-се класҡа еткәнсе, ул мине республикала үткән барлыҡ йыр бәйгеләренә йөрөттө. Һәм беҙ уларҙан гел беренсе урындар менән ҡайта инек. Уҡытыусым мине үҙ балаһынҡарағандай итеп, һәр аҙымыма көс һалып, уңыштарыма ҡыуанып,оло йыр-моң донъяһына аяҡ баҫтырҙы. Мин уға бик ҙур рәхмәтлемен!

Мәктәпте тамамлағас,артабан ҡайҙа уҡырға барырға тигән һорау ҙа торманы. Мин тура сәнғәт академияһына барҙым. Шунан башланды ла инде ҙур сәнғәткә юлым. 11-се класта уҡығанда уҡ мине ул осорҙа республикала бик популяр булған «Гәлсәр һандуғас» проектына алғайнылар. Шунлыҡтан студент йылдарым бик уңыштарға бай булды, йондоҙло үтте.Беҙ укып та, концерттарҙа сығыш яһап та, республика буйлап гастролдәрҙә лә йөрөп, шулар араһында телевидениеғатөшөп өлгөрә инек. Ул ваҡыттар онотолмаҫ йылдар булып хәтерҙә ҡалды һәм һис шикһеҙ беҙҙе үҫтерҙе.

- Нимә ул бәхет? Һеҙ бәхетлеме?

- Бәхет – ул ҙур һәм шундай төшөнсә, уны һәр нимәлә күреп була. Мин, әлбиттә, бәхетле! Бөгөн мин иртән иҫән-һау уяндым – был да бәхет. Балам һәм яҡындарым һау-сәләмәт икән – мин бәхетле. Бөгөнгө көндә яратҡан эшем менән шөғөлләнеүем дә –бәхет. Ғөмүмән, тормоштоң бөтә сағылышынан да бәхет күрә, тоя белергә кәрәк! Шуға ла мин тәүге концертымды "Йөрәгемде асам" тип атаным һәм был программала эске донъям, бәхет төшөнсәһе лә бик яҡшы сағылыш тапты. Мине белергә, аңларға теләгән тамашасыларҙы концертымда көтөм ҡалам!
Читайте нас