Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт Культура
11 Март 2020, 14:00

Яҙ миҙгеле гүзәл заттан башлана

Яҙҙың ҡайнар һулышынан бөтә тәбиғәт уянғанда, Ҡужабаҡ ауыл клубында үткән байрам сараһы ойоп ятҡан йөрәктәребеҙҙе елкендереп, дәрт-дарман өҫтәне. "Яҙ миҙгеле гүзәл заттан башлана” тип исемләнгән концертта ауылыбыҙ таланттары менән бер рәттән балаларҙың да, айырыуса ситтән өләсәй-ҡәрсәйҙәренә ҡунаҡҡа ҡайтыусы йәш һәләттәрҙең сығыш яһауы байрам уңайынан ихлас бүләк булды.

Һалҡын ҡыштан һуң йылы, наҙлы ҡояшлы март айы күңелдәрҙе иркәләп, тормошобоҙға йәм өҫтәп ебәргәндәй була. Ҡатын-ҡыҙҙар, ысынлап та үҙҙәренең мөләйемлеге, ихласлығы менән яҙ ҡояшындай балҡый, йылыта. Шуға ла Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө - ул яҙғы йылы, наҙлы ҡояш нурҙарындай, матурлыҡ, ерҙәге тормошто мәңгелек итеп, дауам иттереүсе бөйөклөк, нәфислек һәм батырлыҡ, мөхәббәт байрамы.
Яҙҙың ҡайнар һулышынан бөтә тәбиғәт уянғанда, Ҡужабаҡ ауыл клубында үткән байрам сараһы ойоп ятҡан йөрәктәребеҙҙе елкендереп, дәрт-дарман өҫтәне. "Яҙ миҙгеле гүзәл заттан башлана” тип исемләнгән концертта ауылыбыҙ таланттары менән бер рәттән балаларҙың да, айырыуса ситтән өләсәй-ҡәрсәйҙәренә ҡунаҡҡа ҡайтыусы йәш һәләттәрҙең сығыш яһауы Яҙ байрамы уңайынан ихлас бүләк булды.
Читайте нас: