Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт Культура
25 Март 2020, 11:55

Илһамлы ижад һеҙгә!

Хөрмәтле мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм тармаҡ ветерандары! Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ – Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө менән ысын күңелдән ҡотлайым!Һеҙҙең талантығыҙ, халыҡтарҙың мәҙәни үҙенсәлеген сағылдыра белеүегеҙ һөҙөмтәһендә музейҙар, китапханалар, ауыл клубтары һәм мәҙәниәт йорттары буш тормай. Мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә айырым тәбиғи һәләткә эйә булған үҙенсәлекле кешеләр генә эшләй ала. Һеҙ сикһеҙ энергетика, үҙ эшегеҙгә тоғролоҡ менән айырылып тораһығыҙ. Башҡалар ял иткәндә, һеҙ эшләйһегеҙ, күңелегеҙ байлығын кешеләр менән йомарт бүлешәһегеҙ, шатлыҡ, матурлыҡ бүләк итәһегеҙ, гүзәллекте яратыу хисе тәрбиәләйһегеҙ.Һөнәри байрамығыҙ көнөндә һеҙгә емешле һәм кешеләр өсөн кәрәкле хеҙмәтегеҙ, даими ижади эҙләнеүҙәрегеҙ, рухиәт, кешелеклелек, изгелек һәм теләктәшлек идеялары хаҡына районыбыҙҙың мәҙәни традицияларын һаҡларға һәм арттырырға әҙер булыуығыҙ өсөн рәхмәт һүҙҙәрен ҡабул итегеҙ. Һеҙгә илһам, бөтмәҫ-төкәнмәҫ ижади мөмкинлектәр, ныҡлы һаулыҡ, бәхет һәм именлек теләйем!Д. Юланов, МР хакимиәте башлығы.

Хөрмәтле мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм тармаҡ ветерандары! Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ – Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө менән ысын күңелдән ҡотлайым!
Һеҙҙең талантығыҙ, халыҡтарҙың мәҙәни үҙенсәлеген сағылдыра белеүегеҙ һөҙөмтәһендә музейҙар, китапханалар, ауыл клубтары һәм мәҙәниәт йорттары буш тормай. Мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә айырым тәбиғи һәләткә эйә булған үҙенсәлекле кешеләр генә эшләй ала. Һеҙ сикһеҙ энергетика, үҙ эшегеҙгә тоғролоҡ менән айырылып тораһығыҙ. Башҡалар ял иткәндә, һеҙ эшләйһегеҙ, күңелегеҙ байлығын кешеләр менән йомарт бүлешәһегеҙ, шатлыҡ, матурлыҡ бүләк итәһегеҙ, гүзәллекте яратыу хисе тәрбиәләйһегеҙ.
Һөнәри байрамығыҙ көнөндә һеҙгә емешле һәм кешеләр өсөн кәрәкле хеҙмәтегеҙ, даими ижади эҙләнеүҙәрегеҙ, рухиәт, кешелеклелек, изгелек һәм теләктәшлек идеялары хаҡына районыбыҙҙың мәҙәни традицияларын һаҡларға һәм арттырырға әҙер булыуығыҙ өсөн рәхмәт һүҙҙәрен ҡабул итегеҙ. Һеҙгә илһам, бөтмәҫ-төкәнмәҫ ижади мөмкинлектәр, ныҡлы һаулыҡ, бәхет һәм именлек теләйем!
Д. Юланов, МР хакимиәте башлығы.
Читайте нас: