Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт Культура
25 Март 2020, 16:00

Күңелдәргә яҡтылыҡ һибеүсе

Радмир Дәүләтбәков уның тураһында: “Мин Фаил ағайҙы тәбиғәт балаһы итеп беләм. Ул төрлө дарыу үләндәре йыйыу менән шөғөлләнә, унда һунарсы ҡомары ла йәшәй. Әлбиттә, һунарға ул мылтыҡ менән сыҡмай, ә боронғоса ҡапҡандар ҡуя. Тәбиғәттән алған көсөн сәхнәлә сағылдыра, тәбиғәт уға көс бирә”.

Кешеләрҙең күңелен тик матди ҡиммәттәр генә биләп барғанда, уларҙы таҙараҡ, сафыраҡ, ә донъябыҙ яҡшыраҡ булһын өсөн күп эштәр башҡарған хеҙмәткәрҙәр күп районыбыҙҙа. Үтәғол ауыл мәҙәниәт усағын утыҙ йылдан ашыу һүндермәй, дөрләп яныуына булышлыҡ иткән Фаил Хәмзә улы Ҡолсурин тураһында һүҙебеҙ. Уны үтәғолдарға ғына түгел, күрше тирә-яҡ ауылдарҙа ла күрһәтелгән спектаклдәрҙә төп ролдәрҙе башҡарған артист тип тә, шулай уҡ үҙе лә шаян интермедиялар уйлап сығарып, уларҙы сәхнәләштереүсе итеп тә белә халыҡ. Әйтергә кәрәк, Фаил Хәмзә улының моңло тауышын ишетеп һоҡланмаған кеше һирәктер. Ул айырыуса ретро йырҙарҙы яратып башҡара, бигерәк тә Илфат Смаҡов һәм Фирҙәр Мортазиндың репертуарҙары уға яҡын.
Радмир Дәүләтбәков уның тураһында: “Мин Фаил ағайҙы тәбиғәт балаһы итеп беләм. Ул төрлө дарыу үләндәре йыйыу менән шөғөлләнә, унда һунарсы ҡомары ла йәшәй. Әлбиттә, һунарға ул мылтыҡ менән сыҡмай, ә боронғоса ҡапҡандар ҡуя. Тәбиғәттән алған көсөн сәхнәлә сағылдыра, тәбиғәт уға көс бирә”.
Фаил Хәмзә улының ҡатыны Светлана апай ҙа сәхнә лә эшләп киткән, ул Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумын тамамлаған. Заманында ул да клубта эшләп алған, тик “бер ҡаҙанға ике тәкә башы һыймай” тигәндәй, әлеге ваҡытта үҙен тотошлай ғаиләгә бағышлаған. Улар бәхетле ҡартай һәм өләсәй булып, ике ейәнсәргә һөйөү бүләк итәләр.
Фаил ағайҙы һәм мәҙәниәт өлкәһендә эшләүсе барлыҡ хеҙмәткәрҙәргә ижадтары, һөнәрҙәренә тоғро булғандары, арымай-талмай эшләүҙәре, кешеләргә шатлыҡ бүләк итә белгәндәре өсөн ҙур рәхмәт белдерәбеҙ.
Читайте нас: