"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт Культура
25 Март 2020, 14:00

Сәүиә Йәнсурина: “Халыҡтың ялына йәм өҫтәү – минең өсөн оло бәхет”

Тормош бизмәненең матдилыҡ яғы һәлмәгәйә барған саҡта, күңелдәрҙе, рухиәтте ҡорғаҡһытырға бирмәй, сафландырып тороусы, әҙәмиәт йәне – мәҙәниәт икәнлегенә инанған, һайлаған һөнәренә тоғро ҡалып, арымай-талмай хеҙмәт итеүселәр районыбыҙҙа етерлек. Сәүиә Йәнсурина – нәҡ шундайҙарҙың береһе. Һәр сараның уртаһында ҡайнаусы был һоҡланғыс ханым менән һөнәри байрамдары алдынан әңгәмә ҡороп алдыҡ, тик гәзиттә һорауҙарҙы махсус төшөрөп ҡалдырып баҫабыҙ, яуаптарға ҡарап та, нимә хаҡында һорашыуыбыҙ аңлашылыр. Шулай итеп, һүҙ – Сәүиә Фәтхрахман ҡыҙына:

- Мин 1998 йылда Салауат музыка колледжын тамамлағас, шул уҡ ҡалала өсөнсө мәктәптә ең һыҙғанып эш башланым һәм биш йыл ғүмеремде балалар менән эшләүгә бағышланым.
Балалар фольклор ансамблен етәкләнек, эйе, етәкләнек – сөнки беҙ тормош иптәшем Тимур менән бергә эшләнек. Ул минең ансамблдә аккомпаниатор ине, ул курай ансамблен дә алып барҙы. Ошо аҙ ғына ваҡыт эсендә беҙҙең ансамбль күп еңеүҙәргә өлгәште, әлеге көндә беҙҙең юлды һайлаған уҡыусыларыбыҙ барлығына ҡыуанабыҙ.
Уңышлы эшләп йөрөгән ваҡыттарҙың бер мәлендә Ейәнсуранан, ул саҡтағы район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Салауат Мирзаян улы Закировтан шылтыратыу алдык. Йәш белгестәр тип беҙҙе эшкә саҡырҙылар һәм беҙ риза булып ҡайтып төштөк. Ул ваҡытта ғаиләбеҙҙең ҡыуанысы – улыбыҙ бар ине. Районға ҡайткас, Салауат ағай беҙҙе бик матур, йылы ҡабул итте Һәм ошо көнгәсә беҙ район мәҙәниәт йортонда эшләп йөрөйбөҙ. Район мәҙәниәт йортонда уҙған, район эсендә уҙғарылған, унан тыш сараларҙың уртаһында үтә беҙҙең эш. Район мәҙәниәт йортона эшкә төшкәс, миңә бик матур, төплө аҡыллы, уйлап эш итеүсе етәксе менән эшләргә насип итте яҙмыш. Ул – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Фәйрүзә Йәғәфәр ҡыҙы Хәсәнова. Унын аҡыллы кәңәшсе, уңған етәксе булыуы мине бөгөнгө көндә сәхәнәгә ныҡлы аҙым яһарға көс бирҙе, эшемде күрә белде. Айҙар Зиннәт улы Мөхәмәтйәновтың ипле етәксе булыуы ла тормошомда ҙур роль уйнаны, мин күп нәмәгә тап уларҙан ҡарап өйрәндем һәм оло рәхмәттәремде уларға еткерәм.
Ни өсөн ошо юлды һайлауыма музыка уҡытыусым Әнүәр Ниғмәтуллин һәм әсәйем этәргес булғандыр тип уйлайым. Уҡытыусым ошо юлды һайла, тип өҙә һуғып әйтте һәм мине, сығышы менән Ейәнсура районынан булған бик көслө уҡытыусы...
Мәҡәләне тулыһынса "Ейәнсура таңдары" гәзитенең 24-се һанында (24.03.2020) уҡығыҙ.
Читайте нас: