Бөтә яңылыҡтар

27 май – Бөтә Рәсәй китапханалар көнө

Китапхана…Ғәлийәнәп тынлыҡ…Ерҙән күккә ҡәҙәр аҡыл бар.Ихтыярың етеп, кереп сумһаң,Телгә килер осор-ғасырҙар.Ошо тынлыҡтың үҙ батшабикәһе бар. Ул да булһа – китапханасы. Самаҙы ауыл китапханасыһы Розалия Урал ҡыҙы Яҡшыбаева тураһында мәҡәлә менән сайтта танышырһығыҙ.

Китапхана…
Ғәлийәнәп тынлыҡ…
Ерҙән күккә ҡәҙәр аҡыл бар.
Ихтыярың етеп, кереп сумһаң,
Телгә килер осор-ғасырҙар.
Ошо тынлыҡтың үҙ батшабикәһе бар. Ул да булһа – китапханасы. Әлбиттә, күптәр был һөнәр эйәләрен йылы урын, тик ултырып ҡына эшләй торған булғаны өсөн һайлағандыр, тип уйлай. Һәм яңылыша, сөнки китапхана элек-электән яҡтылыҡҡа, матурлыҡҡа өндәй торған, кешеләргә рухи тәрбиә, белем биреү үҙәге булған урын, ә кешеләр китапханаға әҙәбиәт алыу өсөн генә килмәй, бында үҙен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап, күңел йылыһын, донъя мәшәҡәттәренән бер аҙ арыныу ышығын эҙләй. Китапханасы һөнәре бик яуаплы, сөнки ул халыҡ менән эшләй. Бөгөнгө көндә ул – педагог та, психолог та, агитатор ҙа, артист та.
Ошондай һәр төрлө һөнәр эйәһе ул, Самаҙы ауыл китапханаһында 32 йыл эшләгән Розалия Урал ҡыҙы Яҡшыбаева. Ошо ауыл ҡыҙы, мәктәптән һуң клубта художество етәксеһе булып эш башлай, 88-се йылда китапханала эшләгән Гөлнәзирә апай Үргенгә кейәүгә сығып киткәс, уның урынына килә. Шунан бирле ул ошо урында, Өфөлә китапхана техникумында уҡып, дипломға ла эйә булған.
Хәҙерге ваҡытта китап уҡыусылар әҙәйә тигән фекер йөрөһә лә, Розалия Урал ҡыҙы эшләгән китапхананан кеше өҙөлмәгән вирус менән бәйле хәл-торошҡа тиклем. “Әле кеше йөрөмәгәс, шул тиклем күңелһеҙ. Ҡасан тыйыуҙар бөтөр ҙә, ҡасан эшләй башларбыҙ тием”, – тип Розалия апай көйөнә. Уға тиклем балалар өсөн йыш ҡына саралар үткәреп торған. Үҙенең даими уҡыусылары ла бар, шуларҙың иң олоһо – 86 йәшлек Сәйҙә Искәнйәрова. Клубта уҙған кисә булһынмы, ауыл, биләмә, район кимәлендә ойошторолған сарамы – һәр береһенең уртаһында ҡайнап, мәҙәниәт хеҙмәткәре менән килешеп эшләй Розалия апай. Ҡатын-ҡыҙҙар, Ағинәйҙәр ойошмалары ағзаһы ла. Һәр башланғысты күтәреп алған ағинәйҙәренән уңған ул. “Берәй кисә үткәрер булһам, төнө буйы йоҡлай алмай сығам. Алдан әҙерләнәм бит инде, сценарийҙы ҡырҡ ҡабат төҙәтәм. Халыҡ оҡшатмай ҡуйһа, тип тә көйәм”, – үҙ эшенең оҫтаһы ғына шулай эше тураһында яратып һөйләйҙер ул.
Район китапханалар селтәре директоры Әминә Әбсәләмова әйтеүенсә, Розалия Урал ҡыҙы бик тә яуаплы белгес, үҙ эшен белеп, еренә еткереп эшләй. Ул ойошторған саралар юғары кимәлдә үтә. Документацияһы ла һәр ваҡыт теүәл була.
Эшендә генә түгел, ғаиләһендә лә өлгөрә Розалия апай. Тормош иптәше менән өс тиҫтә йылдан ашыу гөрләтеп донъя көтәләр. Егәрле Яҡшыбаевтарҙың йорто тулы гөл, баҡсам бәләкәй тип бошонһа ла, сәскәләр өсөн бер мөйөш булдырған, кәртә-ҡураһы тулы – мал, ҡош-ҡорт. Эш урынында ла тәҙрә һайын гөлдәр шау сәскә булып ултыра. Ике ҡыҙға: Рәйлә һәм Рүзиләгә ғүмер биргәндәр, улар инде дипломлы белгестәр. Кеселәре юғары белем менән генә мөрхәтһенмәй, медколледжда уҡый, әле дистанцион уҡыуҙа, быйыл диплом яҡлаясаҡ. Рәйләләре кейәүҙә, Розалия апай өләсәй булырға ла өлгөргән. Тормош иптәше лә, ҡыҙҙары ла, ейәнсәре лә ул тип өҙөлөп тора. Розалия апайҙың үҙе кеүек, ҡыҙҙары бик матур йырлай, иптәше Айрат ағай гармунда оҫта уйнай. Хужа Силәбегә вахта ысулы менән йөрөп эшләй.
Үҙ эшенең оҫтаһы, иптәше өсөн ышаныслы тыл, балаларына ҡәҙерле әсәй-өләсәй булған Розалия Урал ҡыҙына һәр яҡлап та шулай уңыш йылмайып тороуын, уҡыусыларының тағы ла артыуын теләйбеҙ!
Мәғлүмәт өсөн
Рәсәйҙә «Бөтә Рәсәй китапханалар көнөн булдырыу» тигән указға 1995 йылдың 27 майында ҡул ҡуйыла. Указға ярашлы 27 май – Китапханалар көнө тип билдәләнә. Был дата Рәсәйҙә 1795 йылда бөтәһе лә керә алырлыҡ тәүге китапхана асылыу көнө булараҡ билдәле. Ул ваҡытта китапхана Императорҙың асыҡ китапханаһы тип аталған булһа, бөгөн ул Рәсәй милли китапханаһы исемен йөрөтә.
Айгөл Ҡылысбаева.
Читайте нас: