Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
5 Июнь 2020, 20:00

Салауат Абдуллин

Төпкөл башҡорт ауылынан сыҡҡан үкһеҙ етем малай бөгөн дә ҡояшлы Төркмәнстандың иң абруйлы шәхестәренең береһе булып ҡала

2004 йылдың мартында Төркмәнстан дәүләтенең мәҙәни тормошонда сағыу ваҡиға була. Ашхабад ҡалаһы Балалар һәм йәштәр һарайының данлыҡлы «Шатлыҡ» балалар бейеү ансамбле етәксеһе, Төркмәнстандың халыҡ артисы Салауат Абдуллинға 70 йәш тула. Ошо айҡанлы бөтә илдә ҙур саралар үтә. Милли сәнғәткә индергән хеҙмәттәре өсөн юбиляр дәүләттең иң юғары наградаһы –«Алтын быуат» ордены менән бүләкләнә. Уның тәүге кавалеры илдең беренсе Президенты Сапарморат Ниязов булһа, икенсеһе – Салауат Камал улы.
Президент Указында ошондай юлдар бар: «Төркмәнстандың халыҡ артисы был наградаға дәүләт алдындағы айырым ҡаҙаныштары, илдең сәнғәтенә индергән шәхси өлөшө һәм оҙайлы, намыҫлы хеҙмәте өсөн лайыҡ». Бөтә үҙәк гәзиттәрҙә ошо Указ һәм Ниязовтың юбилярға махсус мөрәжәғәте баҫылып сыға. Мөрәжәғәттә: «Салауат Абдуллин бөтә ижади юлын бейеү сәнғәтенә арнаны, үҙенең таланты һәм оҫталығы менән мәҙәниәтебеҙҙең ошо йүнәлешен күпкә байытты. Ватаныбыҙҙың маҡтауға һәм хөрмәткә лайыҡ бындай улдары өсөн беҙҙең байрамдарҙа иң хөрмәтле урындар бүленә», – тип билдәләнә. Төркмәнстан лидеры шәхси осрашыуҙар ваҡытында Салауат Камал улына һәр ваҡыт «Минең яратҡан бейеүсем» тип кенә өндәшә торған булған.

С. Абдуллин Төркмәнстандың беренсе президенты С. Ниязов менән.

Ошондай оло хөрмәткә лайыҡ шәхестең тамырҙары ҡайҙан? Үрген ауылынан күренекле дин әһеле Сәләхетдин ахун хәҙрәт Абдуллиндың өлкән улы Нәжметдин оҙаҡ йылдар Иҫәнғол ауылы мәсетенең имам хатибы булып хеҙмәт итә. Уның 1894 йылда тыуған улы Мөхәммәткамал дин юлынан китмәй. Һаулығы шәптән булмаған, етмәһә бер күҙе зәғиф ир ауыр эшкә лә бик ярамай. Шул сәбәпле әҙерләүсе булып эшләй һәм берҙән-бер ала аты менән ауылдан ауылға йөрөп, тире, йөн, һөйәк, сепрәк һәм башҡа төр алам-һөләм йыйып тапшырып ғаиләһен ҡарай. Кешеләргә бик үк асылып бармаһа ла, аҡыллы, һәйбәт кеше була.
Ҡатыны Шәмсикамал – Яңы Себенле ауылынан билдәле Түләбаевтар нәҫеле ҡыҙы. Ул шул тиклем егәрле, кешелекле һәм йомарт була. Бөтә йорт, хужалыҡ эштәре әсәй кеше һәм бер-бер артлы үҫеп килгән алты баланың хәстәрлегендә була. Уларҙың өлкәне Фуат менән 1934 йылдың мартында тыуған кесе туғандары Салауаттың йәш айырмаһы теүәл 20 йыл. Шәмсикамал оҙаҡ йылдар колхозға, мәктәп интернатына һәм балалар йортона икмәк бешерә. Был эшсән, татыу ғаиләне ауылда хөрмәт итәләр.
Бөйөк Ватан һуғышы Салауатты бик күп ауыр һынауҙарға дусар итә. Тәүҙә, ауырыу булһа ла, хеҙмәт армияһына алынған атаһы шунда вафат була. 1943 йылдың яҙында 11 йәшлек Миңнегөл апаһы ҡышлаған башаҡтан ағыуланып үлә. Шул уҡ йылдың көҙөндә әсәләрен колхоздың һәм балалар йортоноң склад мөдирҙәре менән бергә икмәк урлайҙар тигән ошаҡтан һуң ҡулға алып милицияға бикләйҙәр. Тикшереүҙәр ғәйепләүҙең нахаҡ булыуын асыҡлай һәм Шәмсикамал ҡотҡарыла. Ҡайтып килгәнендә мәктәптең бер уҡытыусыһын юлда осратып: «Уй, һылыу, бөттөм бит, йөрәгем әллә нимә эшләне», – тип әйтеп өлгөрә. ¤йөнә ҡайта ла йығыла, күп тә үтмәй вафат була.
Үкһеҙ етем ҡалған 9 йәшлек малайҙың Фуат һәм Байыҡ абзыйҙары фронтта була. Өлкән апаһы Маһира һуғышҡа тиклем үк Үзбәкстанға китеп уҡытыусы булып эшләй, шунда тормошҡа сыға. Салауат ауылдағы, үҙе лә балалыҡтан сыҡмаған, 15 йәшлек Нәҡиә апаһы ҡарамағында ҡала. Бер аҙҙан еҙнәһе килеп ҡәйнешен үҙҙәренә, Ҡашҡадаръя өлкәһенә алып ҡайтып китә. Малай уларҙа 3 йылдан ашыуыраҡ йәшәй, тик телде белмәү сәбәпле, мәктәпкә йөрөп уҡыуын дауам итә алмай.
1947 йылдың йәйе. Халыҡтың яңы өмөттәр менән йәшәй башлаған мәле. Ошо ваҡытта инде 14 йәше менән барған үҫмер апаһы, еҙнәһе менән бергә күптән күрмәгән ауылына тәүге тапҡыр ҡайтып төшә.
Июнь айында республика гәзиттәрендә Ленинград хореография училищеһына балалар йыйыу тураһында иғлан баҫыла. Был ваҡытта атаҡлы балетмейстер Фәйзи Ғәскәров тырышлығы менән Башҡортостан балетына нигеҙ һалына башлай, ул Ленинградта башҡорт төркөмөн асыу өсөн күп көс һала. Шул ваҡыт Үргенгә ¤мбәт ауылынан сыҡҡан Ҡадир Һаҙый улы Бакиров килеп төшә. Ул Салауаттың атаһының бер туған ҡустыһы, Үрген мәктәбе директоры Фәтих Абдуллиндың Ырымбур губернаһы Петровск гимназияһында бергә уҡыған дуҫы була. Башҡорт академия театрының баш режиссеры булып эшләгән кеше шулай уҡ училищеға балалар эҙләү менән шөғөлләнгән. Бакиров Салауатты һәм Абзандан Вил Ярлыҡаповты үҙе менән Өфөгә алып китә. Педагогтар бейеүсе һәләте беленгәндәр араһынан 20-һен һайлап ала, ейәнсуралар ҙа улар араһында була. Байтағы етем, балалар йорттары тәрбиәләнеүселәре совет хөкүмәтенең оло хәстәрлеге менән 9 йыл Ленинградта белем алалар. Илдус Хәбиров, Алик Биксурин, Эльза Сөләйманова, Венера Ғәлимова, Эмма Тимерғазина... Былар – билдәле уҡыу йортонда юғары кимәлдә әҙерләнгән Башҡортостан балетының «тәүге ҡарлуғастары».

Ленинградта уҡыған дуҫтары менән. С. Абдуллин һулдан беренсе.

Салауатҡа училищены иптәштәре менән бергә тамамларға яҙмай, уларҙан 3-4 йәшкә өлкәнерәк булғанға күрә, армияға алына. (Үзбәкстанда уҡый алмау бәләһе.) Ул 1955-1958 йылдарҙа Румыниялағы беҙҙең ғәскәрҙәрҙең йыр һәм бейеү ансамблендә хеҙмәт итә. Әрме хеҙмәтен тултырыуға башҡорт егетен Үзбәкстанға, сик һаҡсыларының ошондай уҡ ансамбленә эшкә саҡыралар. Тик бик уңышлы бер нисә йыл эшләгәндән һуң бейеүсенең Румынияла йәрәхәтләнгән тубығы һыҙлай башлай. Ансамблдән китергә тура килә.
Күп тә үтмәй, 1964 йылда Салауат Абдуллин Төркмәнстандың башҡалаһы Ашхабадтың Пионерҙар һарайында «Шатлыҡ» балалар бейеү ансамблен етәкләй башлай. Уның был эшмәкәрлеге 40 йылдан ашыу дауам итә. Ансамбль һәм уның алмаштырғыһыҙ етәксеһе оло наградаға – Төркмәнстан Ленинсы комсомолының премияһына лайыҡ була. Был ваҡыт арауығында яҡташыбыҙҙың тәрбиәләнеүселәре үҙҙәрендә генә түгел, башҡа илдәр тамашасыларының да күңелен яулай. «Шатлыҡ» ансамбле – күп халыҡ-ара фестивалдәр һәм конкурстар лауреаты. Мәҫәлән, Төркиәлә йыл һайын «23 февраль» исемле фестиваль үткәрелә. Уның төп маҡсаты – төрлө халыҡтарҙың йәш быуын вәкилдәрен сәнғәт һәм ижад аша берләштереү. Быйыл 42-се тапҡыр үткәрелгән байрам сараларында 40 илдән 800-ҙән ашыу бала ҡатнашты. Улар тамашасыларға үҙҙәренең илдәренең бейеүҙәрен күрһәтте. Был фестивалде бер тапҡыр ҙа ҡалдырмай ҡатнашҡан «Шатлыҡ» был юлы ла нәүбәттәге еңеүен яуланы һәм хәстәрлекле етәкселәренең яҡты иҫтәлегенә тоғро булып ҡалыуҙарын тағы ла бер тапҡыр раҫланы.

«Шатлыҡ»та эшләй башлаған осорҙа.

Эйе, Салауат Камал улын Төркмәнстанда онотмайҙар. 2016 йылда илдең үҙ аллы дәүләтселегенең 25 йыллығы тантаналы билдәләп үтелде. Дәүләт етәкселеге Ватандың бойондороҡһоҙлоғон төҙөй башлаған осорҙа фән, мәғариф, мәҙәниәт, сәнғәт һәм башҡа өлкәләрҙә ҙур уңыштарға өлгәшкән шәхестәрен нисек баһалауҙарын тағы ла бер тапҡыр иҫбат итте. Президент Указы менән ошондай 80 кеше үлгәндән һуң юғары награда – «Ватанға һөйөү өсөн» миҙалы менән бүләкләнде. Уларҙың өсәүһе генә, шул иҫәптән Салауат Абдуллин, төркмән милләтенән түгел.
Бына шулай, төпкөл башҡорт ауылынан сыҡҡан үкһеҙ етем малай ҡояшлы Төркмәнстандың иң абруйлы шәхестәренең береһенә әүерелә һәм бөгөн дә шулай булып ҡала.

Юлай Солтанбаев.