Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
22 Июнь 2020, 22:00

"ҠОШ ЮЛЫ" ҠАСАН БУЛА?

Йәштәрҙең яратҡан бард фестивале быйыл ҡайҙа үтәсәк?Был хаҡта сайтта уҡығыҙ.

Фото: vk.com/bashgitara
«Ҡош юлы» башҡорт бард йыры республика фестивале 31 июлдән 2 авгусҡа тиклем Ҡыйғы районында уҙғарыла. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, фестиваль башҡорт шағиры һәм драматургы Рафаэль Сафиндың ижадына арнала.
Фестивалде ойоштороусылар Тимур Йосопов, Айгөл Ғәбитова һәм Рөстәм Миһранов Ҡыйғы районына «разведкаға» барып ҡайтты. Улар район хакимиәте башлығы Зөһрә Гордиенко менән осрашты һәм ойоштороу мәсьәләләрен тикшерҙе, Әй йылғаһы буйындағы аҡланды ҡараны, Йыланлы ауылына шағирҙың музейына барҙы.
Ҡатнашырға теләгәндәр июнь аҙағына хәтлем гитарала йыр башҡарып төшкән видеояҙманы йәки 8-10 шиғырҙан торған ижади шәлкемде фестивалдең рәсми төркөмөнә ебәрергә тейеш. 17 йәше тулғандар һәм унан өлкәнерәктәр ҡатнашырға мөмкин.
https://www.bashinform.ru/news/1464661-obyavleny-novye-daty-provedeniya-festivalya-bashkirskoy-bardovskoy-pesni-osh-yuly/