Туған телде, милли йолаларҙы, тардицияларҙы, башҡорт ҡыҙҙары матурлығын пропагандалау, йәштәрҙе төрлө ижади эшмәкәрлеккә йәлеп итеү маҡсатында 3 декабрь Өфө ҡалаһында «Һылыуҡай-2020» Бөтә Рәсәй башҡорт һылыуҙары конкурсы уҙасаҡ.
Ошо уңайҙан йыл да үтеп килгән «Һылыуҡай-2020» матурлыҡ конкурсына кастинг иғлан ителде. Быйыл матурлыҡ бәйгеһе беренсе тапҡыр Бөтә Рәсәй кимәлендә үтәсәк.
Гүзәллек бәйгеһендә кейәүгә сыҡмаған, балалары булмаған, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барған 16-нан 25 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар ҡатнаша ала. Уларҙың башҡорт телендә иркен һөйләшеүе, башҡорт халҡы тарихын һәм мәҙәниәтен белеү, тәбиғи матурлығы, буйы 165 сантиметрҙан да кәм булмауы мөһим.
Конкурс 3 этаптан тора.
I этап – бәйгенең төбәк туры Рәсәйҙең 11 төбәгендә һәм Башҡортостандың 9 зонаһында. шул иҫәптән беҙҙең - көньяҡ-көнсығыш (Баймаҡ, Сибай ҡалалары, Йылайыр, Ейәнсура, Күгәрсен, Хәйбулла райондары) зона - 5 октябрҙә Сибай ҡалаһында үтәсәк.
II этап – финалға һайлап алыу туры Өфө ҡалаһында 7 ноябрь көнө уҙасаҡ.
Титулға һәм тажға эйә булыусы исеме 3 декабрь Өфө ҡалаһында билдәләнәсәк. Еңеүсегә төп бүләк – автомобиль.
Ойоштороусылар: Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, БР Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, MTVmix каналы.