"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт Культура
1 Март 2021, 18:00

Моңло ғүмер

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, композитор, дирижер Байрас Абдуллиндың тыуына – 70 йыл«Әлдә һин бар әле донъяла», «Әсәй ҡулдары», «Атай йорто», «Һаумы, тыуған яғым», «Ейәнсура» һәм башҡа йырҙары менән халыҡ араһында тиҙ танылыу алды композитор, дирижер, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Байрас Абдуллин.

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, композитор, дирижер Байрас Абдуллиндың тыуына – 70 йыл
«Әлдә һин бар әле донъяла», «Әсәй ҡулдары», «Атай йорто», «Һаумы, тыуған яғым», «Ейәнсура» һәм башҡа йырҙары менән халыҡ араһында тиҙ танылыу алды композитор, дирижер, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Байрас Абдуллин.
Тәүге тапҡыр тыңлағанда уҡ улар ғәжәп яғымлылыҡ, наҙ менән күңелгә тулды. Моң эйәһе Композиторҙар союзы ағзаһы ла булманы. Уның ҡарауы, йырҙарын халыҡ ярата, йырсылар ҙур теләк менән башҡара. Ошо түгелме ни инде талант һәм ижад тантанаһы!
Байрас 1951 йылдың 1 мартында Ейәнсура районының Үрген ауылында Фуат һәм Баныу Абдуллиндар ғаиләһендәге ете баланың бишенсеһе булып донъяға килә. Уларҙың һәр береһе үҙенсәлекле һәм моңло тауышҡа эйә. Ғаиләлә һалынған йыр-моңға ынтылыш, тырышлыҡ Байрасты ғүмере буйы оҙатып йөрөй. Дүртенсе класты тамамлаған улын атаһы Өфөләге музыкаль тәрбиә биреү мәктәп-интернатына алып килә.
Мәктәпте тромбон класы буйынса тамамлағас, һәләтле егет Ҡазан дәүләт консерваторияһында белем ала. Әрме хеҙмәтендә лә ул музыканан айырылмай: тәүҙә Волга буйы Хәрби округының йыр һәм бейеү оркестры, аҙаҡ Чехословакияла Совет ғәскәрҙәренең Үҙәк төркөмө ансамбле солисы була.
Өфөгә ҡайтҡас, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының симфоник оркестрында эш башлай. Ә 1983 йылда ул РФ Эске эштәр министрлығы Юридик институтының тынлы оркестрын ойоштороп, ун һигеҙ йыл уның менән етәкселек итте. 2001 йылда иһә подполковник Абдуллин Юстиция министрлығының тынлы оркестрын ойошторҙо. Был коллективтар республика, төбәк-ара конкурстарҙа еңеп, лауреат һәм дипломант исемдәрен ала, «Халыҡ оркестры» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була. 2004 йылда Байрас Абдуллин етәкләгән оркестр Түбәнге Новгород ҡалаһында үткән Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яулай. Һәр тантаналы байрам уларҙың сығышынан башҡа үтмәй. Шулай, 2002 йылда оркестр II Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы делегаттары алдында концерт бирҙе. Ошо уҡ йылда коллектив Төнъяҡ Кавказға барып, Чечня һуғышында ҡатнашҡан беҙҙең егеттәргә рухи күтәренкелек бүләк итте.
Үҙенең төп эшен дирижерлыҡ тип иҫәпләп, байтаҡ йырҙар яҙғас та Байрас үҙен композитор тип һанаманы, бигерәк ябай, баҫалҡы ине шул. Йырҙарының һүҙҙәренә лә бик талапсан булды, уларҙың күпселеге Шәриф Биҡҡол, Рәми Ғарипов, Абдулхаҡ Игебаев, Сафуан Әлибаев һәм башҡа билдәле шағирҙарҙың шиғырҙарына яҙылған.
Үҙе уҡыған Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге музыкаль тәрбиә биреү гимназияһы менән Байрас бер ҡасан да бәйләнешен өҙмәй, 1975 йылда Өфөгә ҡайтҡандан алып һуңғы көндәренә тиклем уҡытыусы һәм дирижер булып эшләй. Йәйге каникулдар осоронда райондарҙан, бигерәк тә Ейәнсуранан, һәләтле малайҙарҙы һәм ҡыҙҙарҙы эҙләп табып уҡырға индерә торғайны, Үргендән генә лә уларҙың һаны тиҫтәләп булды. Был балаларҙы мәктәпте тамамлағансы ҡурсалауҙы ла үҙ өҫтөнә алды ул.
Тыуған Үргенен, ауылдаштарын эскерһеҙ яратты Байрас. Киң күңелле, ярҙамсыл туған һәм дуҫ та ине. Ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа ҡайтҡанда ла яҡындары менән осрашыу, аралашыу хәстәрен күрҙе. Өфөләге фатирының ишектәре лә һәр кем өсөн асыҡ булды. Бер йылды төрлө төбәктәрҙә йәшәгән Абдуллиндарҙы йыйып концерт ойоштороп, ауылдаштарҙы хәтәр шәп тамаша менән һөйөндөрҙө. 2001 йылда ауылда мәсет асыуға махсус рәүештә «Бисмилла» йырын яҙып һәм уны был тантанала беренсе булып үҙе башҡарып, бөтә халыҡтың күңелен арбаны.
Шул уҡ йылдың март айында Башҡорт дәүләт филармонияһының ҙур залында Байрас Абдуллиндың илле йәшлек юбилейы үтте. Унда беҙ ауылдашыбыҙҙың республика мәҙәниәтендәге оло абруйына шаһит булдыҡ.
2004 йылдың 8 майында ҡаты ауырыу Байрас Абдуллинды ни бары 53 йәшендә, ижадының сәскә атҡан сағында, беҙҙең аранан ваҡытһыҙ алып китте. Ләкин ул һаман да халыҡ күңелендә. Йырҙары яңғырай, оркестрҙары уңышлы эшләй.
2011 йылдың 25 майында Өфө дәүләт сәнғәт академияһында Байрас Фуат улының тыуыуына 60 йыл тулыуға арналған хәтер кисәһе үтте. Сарала йырсылар Светлана Арғынбаева, Радик Динәхмәтов, Рәйес Вәғизов, Рәмил Хажиев һәм башҡалар уның йырҙарын башҡарҙы, шулай уҡ элек үҙе етәкселек иткән оркестр ҙа сығыш яһаны. Ошо йылдың көҙөндә мәктәп һәм мәҙәниәт йорто менән бергә Үргендә лә хәтер кисәһе үткәрҙек һәм уға Өфө ҡалаһынан туғандарын һәм ижадташ дуҫтарын саҡырҙыҡ. Халыҡ менән шығырым тулы залда матур тамаша үтте.
Байрас ҡусты менән Рәйсә килен бик татыу йәшәнеләр, бер ул һәм ике ҡыҙ тәрбиәләнеләр. Әле ҡартатайҙарын күрмәгән дә ун ейән-ейәнсәре үҫеп килә.
БСТ каналында Байрас Абдуллинға арнап «Автограф» тапшырыуы бер нисә тапҡыр күрһәтелде. Шулай уҡ Башҡортостан телевидениеһының «Ваҡыт ҡуласаһы» проектында уның тураһында әҙерләгән ҙур күләмле тапшырыуы ла тамашасыларҙа тәрән ҡыҙыҡһыныу уятты.
Юлай Солтанбаев.
Читайте нас: