Хөрмәтле мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм тармаљ ветерандары! Һөнәри байрамығыҙ – Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө менән ысын күңелдән иң йылы љотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлау һәм ишәйтеү – Ер йөҙөндә иң изге һәм яуаплы бурыстарҙың береһе. Һеҙҙең һөнәр эйәләре – иң талантлы, сағыу, үҙ эшенә бирелгән һәм инициативалы кешеләр. Һеҙҙең идеяларығыҙ һәм эҙмә-эҙлекле хеҙмәтегеҙ менән беҙҙең район ҡыҙыҡлы тормош менән йәшәй. Һеҙ үткәргән күп байрамдар, конкурстар, фестивалдәр йолаға әүерелде һәм халыҡта ҙур абруй менән файҙалана. Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ сәләмәт шәхес үҫешенә булышлыҡ итә, йәш быуында дөрөҫ төшөнсәләр һәм ижадҡа һөйөү тәрбиәләй, тормошобоҙҙо йәмлерәк һәм төрлөрәк итә.
Һөнәри байрамығыҙ көнөндә үҙ эшегеҙҙең оҫталары булыуығыҙ, тынғы белмәҫ ижадығыҙ өсөн ихлас рәхмәт һүҙҙәрен ҡабул итегеҙ. Барығыҙға ла илһам, бөтмәҫ-төкәнмәҫэнергия, ижади эҙләнеүҙәр һәм яңы ҡаҙаныштар, изгелек, именлек һәм мөхәббәт теләйем! Һеҙҙең ижади хеҙмәтегеҙ, талантығыҙ һәм оҫталығығыҙ артабан да районыбыҙ халҡы һәм ҡунаҡтары күңеленә хуш килер, тип ышанам.