“Үҫәргән” халыҡ театры режиссеры һәм етәксеһе Радмир Дәүләтбәков Мөнир Ҡунафиндың “Соҡор” пьесаһын сәхнәләштерә, үҙе үк төп ролде башҡара һәм уның премьераһы 20 апрелдә уҙасаҡ тигән хәбәрҙе ишеткәс, ҡыҙыҡһынып китеп әҫәр менән танышырға булдым.
Нимә тураһында булыр спектакль? Ни эшләп тап “Соҡор”, ә башҡа әҫәр түгел? Әлбиттә, иң тәүҙә шул уҡ исемдәге хикәйәһен һәм пьесаһын уҡып сыҡтым. Әйтергә кәрәк, Мөнир Ҡунафиндың өр-яңы, бөтәбеҙҙе лә борсоған коронавирус темаһына бәйле пьесаһы бик еңел уҡыла һәм ябай халыҡ теле менән яҙылып, бөтәһенә лә аңлайышлы.
Нимә менән башланып китә һуң? Изоляцияла ҡала фатирының дүрт стенаһына текләп ултырыуҙан ялҡып киткән ир (әле ул аҙна-ун көн тирәһе генә ултыра, шул арала ҡатыны менән һүҙгә килешеп тә өлгөрә), өйҙә тыны тарығып, йәнәһе, дача өйө төҙөргә ер ҡарарға сығып китә һәм шунда соҡорға төшөп, үҙе теләгән яңғыҙлыҡты таба. Ошо яңғыҙлыҡта уның башында төрлө фекерҙәр барлыҡҡа килә һәм ахырҙа… Эй, бөтәһен дә асып бөтөрмәйек әле. Барып ҡарап, күреп был спектакль тураһында фекерҙәрегеҙҙе беҙгә лә еткерерһегеҙ, тип уйлайым.
Стандарт булмаған формалағы моноспектакль, тимәк, 40-тан да артыҡ кешене индереп булмай. Тик, күрә алмай ҡалам инде тип, ҡайғырырға кәрәкмәй, яйлап, теләүселәрҙең бөтәһе өсөн дә был спектакль ҡуйыласаҡ. Беренсе тапҡыр сәхнәләштерелгән пьесаның премьераһына автор үҙе, дуҫтары – Салауат Әбүзәр, Әхмәт-Ғүмәр Үтәбай киләсәк. Сәғәттән ашыу барасаҡ спектакль бик ҡыҙыҡ булмаҡсы, музыкаль оҙатыуҙар, сәхнә атрибутикаһы һ.б.
Рәхим итегеҙ, Радмир Дәүләтбәков һеҙҙе премьерала көтөп ҡала.