Мәҙәниәт Культура
21 Апреля 2021, 08:50

Уйға һалды "Соҡор"

- Вәт, шәп булды кисә “Соҡор”!- Миңә лә оҡшаны! Мин уны уҡып та сыҡтым әле!..Ошондай һөйләшеүҙе ишеткәндәр, һүҙ нимә тураһында барғанын аңламай, аптырап ҡалырҙар. Аңлатып китәм, һүҙ Мөнир Ҡунафиндың “Соҡор” әҫәре буйынса ҡуйылған шул уҡ исемле спектакль тураһында бара. Кисә, 20 апрелдә, район мәҙәниәт йортонда “Соҡор” моноспекталенең премьераһы булды. “Үҫәргән” халыҡ театрын етәкләгән Радмир Дәүләтбәков үҙе әҙерләгән һәм төп ролде лә үҙе башҡарҙы.Тамаша барышында герой менән бергә иланыҡ та, уның кисерештәренән көлдөк тә, “Соҡор”ҙан үҙебеҙ өсөн бик күп фәһем алып ҡайттыҡ.Һеҙгә лә тәҡдим итәбеҙ, дуҫтар! Барығыҙ! Үкенмәҫһегеҙ!!!

  • Вәт, шәп булды кисә “Соҡор”!
  • Миңә лә оҡшаны! Мин уны уҡып та сыҡтым әле!.
  • Ошондай һөйләшеүҙе ишеткәндәр, һүҙ нимә тураһында барғанын аңламай, аптырап ҡалырҙар. Аңлатып китәм, һүҙ Мөнир Ҡунафиндың “Соҡор” әҫәре буйынса ҡуйылған шул уҡ исемле спектакль тураһында бара. Кисә, 20 апрелдә, район мәҙәниәт йортонда “Соҡор” моноспекталенең премьераһы булды. “Үҫәргән” халыҡ театрын етәкләгән Радмир Дәүләтбәков үҙе әҙерләгән һәм төп ролде лә үҙе башҡарҙы.
    Тамаша барышында герой менән бергә иланыҡ та, уның кисерештәренән көлдөк тә, һәр хәлдә “Соҡор”ҙан үҙебеҙ өсөн бик күп фәһем алып ҡайттыҡ.
    Һеҙгә лә тәҡдим итәбеҙ, дуҫтар! Барығыҙ! Үкенмәҫһегеҙ!!!
    Читайте нас