Мәҙәниәт Культура
17 Июня 2021, 12:25

Йырлап машинка отҡан

Афарин! Ейәнсура таланттарға бай район. Йырсы-бейеүселәребеҙ әленән әле республика, төбәк кимәлдәрендә еңеүҙәре менән һөйөндөрөп тора.

Ейәнсура таланттарға бай район. Йырсы-бейеүселәребеҙ әленән әле республика, төбәк кимәлдәрендә еңеүҙәре менән һөйөндөрөп тора.
11 июндә Ишембай ҡалаһында беренсе тапҡыр үткән ретро йырҙар башҡарыусыларҙың “Ретро-шлягер” асыҡ бәйгеһендә Үтәғол ауылынан Вәкил Ҡолсурин икенсе урын алып ҡыуандырҙы. 70-тән ашыу һәүәҫкәр башҡарыусы менән професиональ йырсылар берҙәй көс һынашҡан бәйгене билдәле йырсылар Фидан Ғафаров, Азамат Тимеров, Рәсүл Ҡарабулатов, Альберт Шаһиев, Фәрүәз Урманшин баһалаған.
Вәкил Хәмзә улы электән яратып йырланған йырҙарын “Аҡ сирендәр” һәм “Тыуған еремә”не башҡарған.
– Бик уңышлы йырҙар һайлағамын, тик шуныһы: берәр куплет ҡына башҡарырға ҡуштылар. Инде ҡыҙып китеп, тауыш асыла башлағанда ғына туҡтаталар. Тағы ла Фидан Ғафаров ҡулың менән артыҡ хәрәкәттәр эшләйһең, тине, – тип көлә Вәкил ағай. – Инде олоғайып барһам да бәйгеләрҙә ҡатнаша алғаныма ҡыуанам. Бына йәштәр ни эшләп йөрөмәй икән? Ниндәй таланттарға бай райондан бер үҙем ҡатнаштым.
Вәкил Ҡолсурин үҙен ошо бәйгелә ҡатнашырға дәртләндергән Радмир Дәүләтбәковҡа һәм музыкаль оҙатыу менән ярҙам иткән баянсы Ринат Бикташевҡа үҙенең рәхмәтен белдерә.
Афарин, Вәкил ағай! Был еңеү – аҙаҡҡыһы булмаһын, тағы ла яңы үрҙәр һеҙгә!
Читайте нас