+12 °С
Облачно
Вк
Ок
Антитеррор
Тelegram
ГӘЗИТКӘ ЯҘЫЛЫУ
МАХ
Мәҙәниәт Культура
6 Июля 2021, 04:40
"Чрна гора" ансамбле етәксеһе Сретен Калудерович: “Беҙ – туғандаш халыҡтар”
Фольклориада ҡунаҡтары Башҡортостан тураһындаБашҡортостанда Бөтә донъя фольклориадаһы дауам итә. Хәҙер республикала 37 илдән 1000-дән артыҡ ҡунаҡ бар, тип хәбәр итә bash.news.Улар барыһы ла Рәсәй һәм Башҡортостан тураһында яҡшы фекерҙә. Бына, мәҫәлән, Черногориянан Сретен Калудерович нимә һөйләй. Ул фестивалгә "Чрна гора" ансамбле етәксеһе сифатында килгән.– Беҙ Мәскәү аша остоҡ. 40 йыл элек миңә Новочерасскиҙа туғандар фестивалендә ҡатнашырға тура килгәйне. Ул Советтар Союзы ваҡыты ине. Хәҙер күргәнем барыһы ла бөтөнләй икенсе. Был мин көткәндән күпкә яҡшыраҡ. Бик йылы ҡаршыланылар. Кешеләр алсаҡ һәм ихлас. Бөгөн Әбйәлил ерендә минең бөтә ғаиләм – ҡатыным һәм өс улым. Беҙ бында булыуыбыҙға һәм мәҙәниәтебеҙҙең бәләкәй генә бер өлөшөн күрһәтә алыуыбыҙға шатбыҙ. Беҙ - туғандаш халыҡтар, быны иҫегеҙҙә тотоғоҙ. Беҙ был хаҡта онотмайбыҙ. Фольклориада – элеккесә, сәйәсәттән ситтә, осрашыу һәм яҡшы кәйеф менән уртаҡлашыу өсөн сәбәп ул. Бөгөн бында булыуыбыҙға шатбыҙ, – тине ансамбль етәксеһе.
Фольклориада ҡунаҡтары Башҡортостан тураһында
Башҡортостанда Бөтә донъя фольклориадаһы дауам итә. Хәҙер республикала 37 илдән 1000-дән артыҡ ҡунаҡ бар, тип
хәбәр итә
bash.news.
Улар барыһы ла Рәсәй һәм Башҡортостан тураһында яҡшы фекерҙә. Бына, мәҫәлән, Черногориянан Сретен Калудерович нимә һөйләй. Ул фестивалгә "Чрна гора" ансамбле етәксеһе сифатында килгән.
– Беҙ Мәскәү аша остоҡ. 40 йыл элек миңә Новочерасскиҙа туғандар фестивалендә ҡатнашырға тура килгәйне. Ул Советтар Союзы ваҡыты ине. Хәҙер күргәнем барыһы ла бөтөнләй икенсе. Был мин көткәндән күпкә яҡшыраҡ. Бик йылы ҡаршыланылар. Кешеләр алсаҡ һәм ихлас. Бөгөн Әбйәлил ерендә минең бөтә ғаиләм – ҡатыным һәм өс улым. Беҙ бында булыуыбыҙға һәм мәҙәниәтебеҙҙең бәләкәй генә бер өлөшөн күрһәтә алыуыбыҙға шатбыҙ. Беҙ - туғандаш халыҡтар, быны иҫегеҙҙә тотоғоҙ. Беҙ был хаҡта онотмайбыҙ. Фольклориада – элеккесә, сәйәсәттән ситтә, осрашыу һәм яҡшы кәйеф менән уртаҡлашыу өсөн сәбәп ул. Бөгөн бында булыуыбыҙға шатбыҙ, – тине ансамбль етәксеһе.
Автор:
Юлай Мурзабаев
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"