Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт/Культура
30 Август 2021, 18:10

Халыҡтан сыҡҡан халыҡ йырсыһы

Иншар Солтанбаевтың тыуыуына 90 йыл тулды

Халыҡтан сыҡҡан халыҡ йырсыһы
Халыҡтан сыҡҡан халыҡ йырсыһы

Ғәжәйеп моң эйәһе Иншар Солтанбаев 1931 йылдың 15 авгусында Үрген ауылында тыуған. Эстрада артисы ла түгел, операларҙа ла йырламаны, маҡтаулы исемдәре лә юҡ.

Атаһы Әхмәҙулла оҙон көйҙәрҙе бик оҫта башҡарған. Һуғышҡа тиклем ул колхоз аттарын ҡарай. Мәрхүм атайым ошолай хәтерләй ине: «Әхмәҙулла абзый йылҡы көтөүен төнгөлөктә Үрген йылғаһының аръяғында ғына йөрөтөр һәм һәр ваҡыт ат өҫтөндә йырлар ине. Тыныс йәйге төндәрҙә уның моңло тауышы беҙҙең Сатра урамына килеп етә һәм халыҡ, өйҙәренән сығып, хайран ҡалып тыңлай торғайны». Һабантуйҙарҙа һәм башҡа сараларҙа ла ул кешеләрҙе моңо менән әсир иткән.

Атаһынан күргән – уҡ юнған, тигәндәй, Иншарҙа ла йырсы һәләте бәләкәйҙән асыла. Уҡырға барғанға тиклем үк ете йәшендә Иҫәнғолдағы район һабантуйында уны күтәреп ат арбаһына баҫтыралар һәм малай, Сирғол ауылынан данлыҡлы ҡурайсылар Арыҫлан менән Солтан Абыҙовтарҙың ҡурайына ҡушылып, башҡорт халыҡ йыры «Урал»ды башҡара.

Әхмәҙулла Солтанбаев 1942 йылдың ғинуарында фронтҡа алынып, 1943 йылдың февралендә Сталинград өсөн барған ҡаты һуғыштарҙа батырҙарса һәләк була. Әсәләре Хәтирәнең ҡулында дүрт малай ҡала, өлкәндәре Иншарға 11 йәш кенә була. Уға тормоштоң әсеһен дә, сөсөһөн дә күп татырға тура килә. Һуғыш йылдарының бер йәйендә өлкән ҡустыһы менән утынға баралар. Ҡайтҡанда тауҙан төшөп барғанда, бәләгә осрайҙар, арба түңкәрелеп Әмирхан йөк аҫтында ҡала һәм ауыр тән йәрәхәттәренән вафат була. Аслыҡ арҡаһында икенсе ҡустыһы Ғирфанды ауылдағы балалар йортона бирергә тура килә.

1945 йылда 7-се класты тамамлаған 14 йәшлек үҫмер колхоз эшенә егелә. 1947 йылда урта мәктәп асылғас, уҡыуын дауам итә. 1950 йылда уның тәүге сығарылышы була. Юғары белемле уҡытыусылар булмау сәбәпле, уҡыусылар имтихандарҙы Иҫәнғол мәктәбендә тапшыралар. Сит мөхиттә, башҡортса уҡып рус телендә, таныш булмаған комиссия ағзалары алдында һынау тотоу ҙур ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Һөҙөмтәлә кластағы 8 егеттең дүртәүһе генә аттестат ала. Иншар 10-сы класта бер йыл ҡабат уҡып, мәктәпте киләһе йылда тамамлай.

Уҡығанда ла, эшләгәндә лә ул йырҙан айырылмай. Уҡытыусылар коллективы менән концерттар ҡуйып күп ауылдарҙа булалар, район смотрҙарында сығыш яһайҙар. Йәш йырсының ғәжәп үҙенсәлекле тауышына һоҡланған тамашасылар уны күп тапҡырҙар сәхнәгә ҡабат-ҡабат алҡышлап саҡырып сығаралар.

Егет 1951 йылда армия сафтарына алына. Хәрби хеҙмәттән ҡайтҡан 1954 йылда Өфөлә беренсе Бөтә республика Халыҡ ижады фестивале үткәрелә, ул бер аҙна бара. Фестивалдә Иншар Солтанбаев лауреат исемен яулай һәм беренсе дәрәжә диплом менән бүләкләнә. Ошонда Иншар тағы бер талант эйәһе, Учалы егете Абдулла Солтанов менән таныша, ике халыҡ йырсыһының дуҫлығы ғүмер буйына дауам итә.

Шул уҡ йылда егет урман хужалығы белгесенә уҡырға Өфөгә килә, ләкин был һөнәр буйынса уҡытыу ябылған булып сыға. Уҡырға инә алмаған тип әйтерҙәр тип уңайһыҙланып, ул Өфө авиация заводының һөнәрселек училищеһына уҡырға инә. Бер йылдан уны ҡыҙыл дипломға тамамлағас, ошо заводта эшләй башлай. Бәләкәйҙән эштә сынығып үҫкән егет бында ла һынатмай, алдынғылар рәтендә була. 1956 йылда уны Һиндостандың Бхилаи ҡалаһында металлургия комбинаты төҙөргә барыусы төркөмгә һайлап алалар. Ләкин әсәһе ауырыу сәбәпле, Иншарға ауылға ҡайтырға тура килә һәм ул 1958 йылға тиклем урман эшендә була, сәхнәнән дә айырылмай.

1957 йылда бөтә ил буйлап Мәскәүҙә үтәсәк йәштәрҙең һәм студенттарҙың Бөтә донъя фестиваленә көслө әҙерлек бара. Уның концерт программаларында үҙешмәкәрҙәрҙе лә ҡатнаштырыу ҡарала, урындарҙа уларҙы һайлап алыу башлана. Март айында Башҡортостан йәштәренең беренсе республика фестивале үтә. Иншар Солтанбаев уның еңеүселәренең береһе була һәм Мәскәүгә юллама яулай.

Бөтә донъя фестивале 28 июлдән 11 авгусҡа тиклем 15 көн бара, унда 131 илдән 34 мең ҡунаҡ ҡатнаша. Иншар Әхмәҙулла улы баш ҡаланың күп сәхнәләрендә сығыш яһай һәм фестивалдең лауреаты исеменә лайыҡ була. Ошо йылдың көҙөндә Ульяновск ҡалаһында бөтә СССР-ҙан үҙешмәкәр артистарҙың ҙур концерты була. Унда Иншар Солтанбаев башҡорт халыҡ йыры «Буранбай»ҙы башҡара, ҡурайҙа райондашыбыҙ Нәжметдин ағай Хәсәнов уйнай. Шығырым тулы залдағы тамашасылар йырсыбыҙҙы дүрт тапҡыр сәхнәгә саҡырып сығаралар.

1958 йылдың июнь айында Мәскәү консерваторияһының йыр уҡытыусыһы профессор Корин ике йәш йырсыны уҡырға һайлап алыу маҡсаты менән Өфөгә килә. Дәғүәселәрҙе бөтә республиканан башҡалаға саҡырып килтереп тыңларға булалар. Беҙҙең район етәкселеге конкурсҡа Солтанбаевты йүнәлтә.

...1971 йылдың июнь айында, институттан дөйөм ятаҡҡа ҡайтып барышлай, уйламағанда Ленин урамында Иншар абзыйҙы осратып, оҙаҡ ҡына әңгәмәләшеп ултырҙыҡ. Ул яңыраҡ ҡына филармонияға эшкә саҡырылған ине. Шул ваҡытта миңә һөйләгәндәренән: «Бәйгегә һәр район-ҡаланан, филармониянан, опера һәм балет театрынан, сәнғәт училищеһынан бик күп йәштәр килгән ине. Жюри составында мәҙәниәт министры Ғәли Харис улы Ғүмәров, атаҡлы композитор Заһир Исмәғилев һәм башҡа күренекле сәнғәт әһелдәре булды. Сәнғәт училищеһының Ленин һәм Пушкин урамдары мөйөшөндә урынлашҡан корпусының икенсе ҡатында сығыш яһаныҡ. Йырсылар бер-бер артлы инеп-сығып тора, бер йырҙан артыҡ башҡарыусы юҡ, бөтәһе лә тип әйтерлек композиторҙар әҫәрҙәрен йырлайҙар. Мин ингәс тә Заһир ағай: «Халыҡ йырҙарын беләһеңме?» – тип һораны. Сығышымды «Урал»дан башланым. Заһир ағай: «Тағы, тағы», – тип ултыра, мин йырлай бирәм, «Буранбай» ҙа, «Зәлифәкәй» ҙә, «Уйыл» да ҡалманы, бөтәһе 9 йыр башҡарҙым, шунан ғына туҡтаттылар. Бер аҙҙан асыҡ тәҙрәләр аша урамда ҡул сабыуҙар ишетелде. Ғүмәров ағай барып ҡараны ла, мине саҡырҙы. Пушкин урамы яғынан халыҡ йыйылып киткән, эй ҡул сабалар, «Тағы, тағы!» – тип ҡысҡырышалар. Сығыштар тамамланғас, мине ҡабат саҡырып индерҙеләр һәм Коринға һүҙ бирҙеләр. Ул: «Мин ике кешене түгел, ә Солтанбаевты ғына һайланым һәм консерваторияла тыңлатыу өсөн уны үҙем менән Мәскәүгә алып барам», – тип белдерҙе».

Баш ҡалала Иншар ағай консерватория ректоры, Социалистик Хеҙмәт геройы, СССР-ҙың халыҡ артисы А.В. Свешников һәм башҡа күренекле музыка белгестәре алдында «Буранбай»ҙы һәм рус телендә «Родина» йырын башҡара. Тыңлаусылар бик ҡәнәғәт була, ә ректор: «Былай булғас, беҙ Башҡортостанға үҙҙәренең Лемешевын әҙерләп бирәбеҙ», – инде тип белдерә. (Лемешев – атаҡлы опера йырсыһы, СССР-ҙың халыҡ артисы).

Консерваторияла уҡыу өсөн башланғыс музыка белем талап ителә, Солтанбаевта ул бөтөнләй булмай бит инде. Шуның өсөн ректор уға тәүҙә консерватория ҡаршыһындағы музыка училищеһында  2 йыл уҡырға кәрәклеген әйтә. Иншар, яңғыҙ әсәһен һәм ҡустыларын уйлап, әлегә был тәҡдимдән баш тарта, тәүҙә Өфөләге училищела уҡып, шунан һуң Мәскәүгә килергә теләк белдерә. Свешников: «Улай кәрәкмәҫ ине», – тип яуап бирә, ләкин ныҡышмай. Иншар Әхмәҙулла улы ғүмере буйы: «Иң ҙур хатам ошо булды, ныҡ яңылыштым Мәскәүҙә ҡалмай», – тип үкенде. Өфөләге училищеның 2-се курсында уҡығанда көсөргәнешле күнегеүҙәр сәбәпле тауышы «ултыра», уҡыуҙы ҡалдырырға тура килә. Районға ҡайтып 1960-1962 йылдарҙа Иҫәнғол урта мәктәбендә йыр уҡытыусыһы булып эшләй, тауышы ла яйлап асыла, концерттарҙа ҡатнаша башлай.

1961 йылдың йәйендә Мәскәүҙә тәү тапҡыр Башҡортостан әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһы – «Башҡортостан көндәре» үтә. Солтанбаев бында күп сәхнәләрҙә уңышлы сығыш яһай. Ә иң мөһиме Әбйәлил районынан килгән бейеүсе ҡыҙ Мәрзиә менән танышып, оҙаҡламай ғаилә ҡоралар. Бик һәйбәт, эшсән ғаиләлә үҫкән уңған еңгәйебеҙ абзыйҙың ғүмерлек тоғро һәм хәстәрлекле тормош юлдашы булды.

1962 йылда Иншар Солтанбаев Өфө сәнғәт училищеһында уҡыуын дауам итә башлай. Уны 1964 йылда уңышлы тамамлағас, Башҡорт дәүләт филармонияһына эшкә саҡырыла. Ошо йылда Иҫәнғолда балалар музыка мәктәбе асыла һәм мәҙәниәт министрлығы Солтанбаевты уның беренсе директоры итеп тәғәйенләй. Яңы мәктәпкә Иҫәнғол урта мәктәбенең бер генә ҡатлы ағас бинаһынан дүрт бүлмә бирелә. Уҡыу йортон кадрҙар, музыка инструменттары һ.б. менән тәьмин итеп, эште заманса талаптарға ярашлы ойоштороу өсөн йәш директорға байтаҡ көс түгергә тура килә.

1968 йылда уны Әбйәлил районына, яңыраҡ асылған Асҡар балалар музыка мәктәбенә директор вазифаһына күсерәләр. Ике мәктәптә эшләгәндә лә ул сәхнәне ташламай, республика, Бөтә Рәсәй смотр, конкурстарында әүҙем ҡатнаша һәм барған һайын ҙур танылыу яулай. Шуға күрә 1971 йылда Башҡорт дәүләт филармонияһына эшкә саҡырылыуына ғәжәпләнә торған түгел. Ләкин өс балалы ғаиләгә хатта дөйөм ятаҡтан да бүлмә бирмәйҙәр. Һөҙөмтәлә йырсы яратҡан эшен ҡалдырырға мәжбүр була һәм ғаилә ҡабаттан Ейәнсураға юллана. Солтанбаев район мәҙәниәт йорто директоры булып эшләне, ҡатыны шунда уҡ йәштәргә бейеү серҙәрен өйрәтте. Һуңғараҡ улар тағы ла Асҡарға күсте. Йырсының моң даръяһы һайыҡманы, кешеләрҙе шатландырып бик оҙаҡ йылдар аҡты ла аҡты.

Ирле-ҡатынлы Солтанбаевтар ғүмерҙәрен сәнғәткә бағышланы. Ата-әсәләренең изге эштәрен хәҙер балалары дауам итә, улар ошо йүнәлештә эшләйҙәр, ғаиләләре менән бергә лә сығыш яһайҙар. Мәҫәлән, 2000 йылдың йәйендә Солтанбаевтар Мәскәүҙә «Рәсәй ғаиләһе» тип аталған Бөтә Рәсәй ғаилә сәнғәт ижады фестивалендә Башҡортостан исеменән бик уңышлы сығыш яһаны. Төркөм составында бейеүсе хәләл ефете менән йыраусы үҙе, балалары, ейән-ейәнсәрҙәре бар ине. Киләһе йылына улар, Үрген мәҙәниәт йортонда сығыш яһап, ауылдаштарын шатландырҙы.

Иншар Әхмәҙулла улы 2006 йылдың 7 ноябрендә 75 йәшендә вафат булды һәм Аҫҡар ауылында ерләнде. Йырсының исемен мәңгеләштереү буйынса башҡарылған эштәрҙең булыуы һөйөнөслө. 1999 йылда Әбйәлил районында Иншар Солтанбаев исемендәге призға башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусылар конкурсы булдырылды. Мәшһүр йырсының ижади эшмәкәрлеге Әбйәлил районы энциклопедияһында ла киң яҡтыртылған. Күренекле ҡурайсы, Башҡортостандың халыҡ артисы Юлай Ғәйнетдинов йырсы иҫән саҡта уның башҡарыуында байтаҡ халыҡ йырҙарын яҙҙырып алып ҡалды. Ул шулай уҡ, Башҡортостан Юлдаш телевидениеһының “Хазина” проекты етәксеһе булараҡ, Иншар Солтанбаев тураһында документаль фильм эшләне. Был тапшырыу телевизор экрандары аша йыш ҡына күрһәтелә, быйыл ул йырсының тыуған көнөнә тура килде.

Мәшһүр халыҡ йырсыһы тураһындағы яҙмаларымды Юлай Ишбулды улының һүҙҙәре менән тамамлайым: «Буранбай сәсәндең йыры, уның моңо үткән быуаттарҙан беҙгә легенда булып килеп еткән. Уның сығарған «Буранбай»ы донъя мәҙәниәте кимәлендәге иң гүзәл өлгөләр рәтендәге бер хазина. Әгәр ҙә ниндәйҙер бер ҡөҙрәт менән Буранбай сәсән иҫән булып, Иншар Солтанбаев башҡарыуында «Буранбайҙы» тыңлаһа, моғайын, үҙе лә зар илар ине».

Юлай Солтанбаев.

Иншар һәм Мәрзиә Солтанбаевтар
Иншар һәм Мәрзиә Солтанбаевтар
Читайте нас: