Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт Культура
7 Сентябрь 2021, 22:35

“Пушкин картаһы” йәштәргә нимә бирә?

Илдә һәм республикала "Пушкин картаһы" программаһы эшләй башланы. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ошоға арнап социаль селтәрҙә пост ҡалдырҙы.

“Пушкин картаһы” йәштәргә нимә бирә?
“Пушкин картаһы” йәштәргә нимә бирә?

“350 мең! Башҡортостанда 14-тән 22 йәшкә тиклем тап ошо хәтлем йәштәр бар. Улар әүҙем һәм замансалар, ирекле һәм технологияларҙы яҡшы белә. Улар менән бер телдә һөйләшер өсөн, һәр йәш төркөмөнә үҙ механизмдары кәрәк. Мәҫәлән, “Пушкин картаһы”. Был үҙенсәлекле проект беҙҙең йәштәрҙең мәҙәни кодын формалаштырырға ярҙам итә.

“Пушкин картаһы” йәштәргә нимә бирә?

Тәү сиратта мәҙәниәт һәм сәнғәткә яҡынлашыу мөмкинлеге. Уларҙың һәр береһе банк йәки виртуаль “Мир” картаһын аласаҡ, уның балансында 3000 һум аҡса ята. Был аҡсаны илебеҙҙең теләһә ҡайһы нөктәһендә урынлашҡан мәҙәниәт учреждениеһында билет алыуға файҙаланырға була. Картаны алыу өсөн “Дәүләт хеҙмәттәре” сайтында теркәлергә һәм “Дәүләт хеҙмәттәре. Мәҙәниәт” ҡушымтаһын күсереп алырға кәрәк.

Программа 1 сентябрҙән ғәмәлдә. Унда ҡатнашыусылар һаны бик тиҙ үҫә. Беҙҙә әле 15 мең кеше был картаны алған да.

Әле беҙҙең йәштәр өсөн йыл аҙағына тиклем ваҡиғалар афишаһы булдырылды. Унда 300-ҙән ашыу спектакль һәм концерт, күргәҙмә һәм мәҙәни-мәғариф саралары ингән. Программаны Культура.рф порталында ҡарарға була.

Үҙемдән кәм тигәндә республиканың Милли музейы, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры һәм беҙҙең яңы Валериан Альбанов исемедәге ҡотопсылар музейын барып күреүҙе кәңәш итәм.

Ҡушылығыҙ!” – тип яҙҙы ул.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: