Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт Культура
9 Сентябрь 2021, 17:30

”Асыҡ ишектәр” көнө үткәрелде

8 сентябрҙә китапханала ”Асыҡ ишектәр” көнө үткәрелде. Сараға башҡорт гимназия-интернаты уҡыусылары, аграр колледждың 1-се курс студенттары саҡырылды. Күберәк фотолар сайтта.

 Йәш китап уҡыусыларҙы ҡапҡа эргәһендә үк күңелле музыка оҙатыуында китапхана директоры Әбсәләмова Әминә Таһир ҡыҙы ҡаршыланы.
Сараға килгән ҡунаҡтар тәүҙә китапхана буйлап экскурсияла булдылар. Һәр хеҙмәткәр үҙенең эш урынында уҡыусыларҙы ҡаршылап китапханасы эшенең үҙенсәнлектәре менән таныштырҙы.
Экскурсиянан һуң уҡыу булмәһендә уҡыусыларға интеллектуаль уйын –“Китапхана иленә сәйәхәт” үткәрелде. Сара Беренсе республика китап уҡыу көнөнә арнап үткәрелде. Уны Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы һәм Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана ойошторҙо. Маҡсаты: китап һәм уҡыусы араһын яҡынайтыу, кешеләр күңелен рухи яҡтан байытыу, уларҙы аң-белемгә әйҙәү.
Байрам Рәсәйҙә иғлан ителгән Фән һәм технологиялар йылына арналды һәм уның сиктәрендә осрашыуға БР-ҙың Һаулыҡ һаҡлау отличнигы һәм атҡаҙанған медицина хеҙмәткәре Мәһәҙиева С.Р. саҡырылды

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: