Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт Культура
21 Октябрь 2021, 21:45

Үлемдән ҡасып та... (хикәйә)

– Булмаҫ, – Кәбир башына килгән ниндәйҙер ҡурҡыныс уйҙы ҡыуырға теләне. – Булмаҫ! Булыуы мөмкин түгел!.. Әллә... Әллә ысынлап та ҡәберҙә ятаммы? – тағы торорға ынтылды. Башы менән бәрелеп, кире ауҙы.

Үлемдән ҡасып та... (хикәйә)
Үлемдән ҡасып та... (хикәйә)

Кәбир тома ҡараңғыла, ҡаҡ түшәктә уянып китте. Нишләптер аяҡ-ҡулдарын да ҡыбырлата алмай. Әллә шул тиклем ойоғандар инде. Бер нисек тә ҡуҙғала алмағас, бар көсөн һалып, тороп ултырырға ынтылды. Тик маңлайы менән бәрелеп, кире урынына ауҙы, ауыртыуҙан ҡысҡырып ебәрҙе. Тауышы сәйер һәм тоноҡ яңғыраны. Нимәлер уны һеңдереп алды, алыҫҡа ебәрмәне.

Был ни ғиллә? Ҡасан, ҡайҙа йоҡлап киткәйне әле ул? Бер нәмә лә иҫләй алманы. Әллә ныҡ иҫерек булдымы? Улын ерләгәйне бит. Армиянан цинк табутта ҡайтты...

Йәшен һуҡҡандай, зиһене асылды. Ҡәберҙән ҡайтҡас, ятып торғайны, башҡа бер нәмә лә иҫендә юҡ. Һыуыҡ. Ныҡ өшөгән. Аяҡ-ҡулын ҡуҙғатҡылай торғас, уларға иҫ ингәндәй булды. Бармаҡтары менән тәнен сырмаған сепрәкте ҡапшап, уның йоҡа туҡыма икәнен белде. Туҡта-туҡта, уны биләп һалғандар түгелме? Арҡаһы, янбашы ҡатыла ятыуҙан һыҙлай.

– Булмаҫ, – Кәбир башына килгән ниндәйҙер ҡурҡыныс уйҙы ҡыуырға теләне. – Булмаҫ! Булыуы мөмкин түгел!.. Әллә... Әллә ысынлап та ҡәберҙә ятаммы? – тағы торорға ынтылды. Башы менән бәрелеп, кире ауҙы.

– Йә, Хоҙай, мин ҡәберҙә! – хәлен тамам аңланы. Бер мәлгә аңын юғалтты, йөрәге өҙөлөп төшкәндәй булды. Сығырынан-сығып тулай, үкереп илай, башын тупраҡҡа, ләхет таҡтаһына бәргеләй башланы. Күпме дауам иткәндер был тулаҡ, ауыртыуға сыҙай алмай, тамам хәлһеҙләнеп тымып ҡалды. Ни өсөн уға бындай яза? Ниндәй гонаһтары өсөн? Аңы томаланып, хәлһеҙ бер килке ятҡас, зиһене кире ҡайтты: «Мин бит тере. Яҡты донъяны ни бары метр ярым тупраҡ ҡатламы ғына айыра», – тип үҙен тынысландырҙы.

Айбарланып, йәнен бирергә теләмәгән ҡорбан кеүек тулағанда кәфененән бушана яҙған. Бер ҡулын сығарҙы ла, биләүен тағатты. Мосолмандарҙың кәфен бәйен сисеп ерләүе юҡҡа түгел икән. Сырмауҙан ҡотолғас, ятҡан урынын ҡапшап ҡараны: ләхетте иркен алғандар. Аяҡ-ҡулын, ойоған тәнен ыуаланы, йылынырға маташты.

Ләхет таҡталарын барлап сыҡты, терәлгән баштарын ҡапшап ҡараны. Ныҡ ултыралар. Ауыл зыяратының тупрағы йомшаҡ балсыҡ булһа ла, аралаш ялпаҡ таштар ҙа осрай, һәрмәнә торғас, бер таш осон эләктереп алды. Ипләп кенә тартҡайны, ҡумшығанын тойҙо. Ике ҡуллап аҫҡа ҡайырҙы.

– Булды. Сөбхәналла! – Кәбир ҡыуанысын йәшермәне. Теүәл иҫәп менән бик һаҡ тотонғанда, ҡотоласаҡ. Ситтәге ләхет таҡтаһын тәүҙә аҫҡараҡ шылдырырға һәм ҡайырып алырға ине иҫәбе. Йәйпәк таш менән тәүҙә таҡтаның аҫҡы осо тапҡырын үҙенә ҡарай соҡоно. Йомшаҡ ер ныҡ зарыҡтырманы.

– Ярай, артығы кәрәкмәҫ. Сабыр ит, – тип Кәбир үҙен туҡтатты ла, таҡтаның өҫкө осо терәлгән ергә тотондо. – Әһә, булды, – аҫтағы соҡорҙо тәрәнәйтте. Уны таҡталар рәте буйлап канау рәүешендә дауам итте. Канауы ла әҙер булды. Асырғанып, арыу-талыу белмәй эшләне. Саң тын юлына ултыра башлағас, кәфе-ненең бауы менән танауын, ауыҙын бәйләне, битлек аша тын алды. Кәфенен тәңкләп янбашы, терһәге аҫтына һалғайны.

Таҡтаны ҡайырырға булып, ташты ярыҡҡа тыҡҡанда, йөрәге дөп-дөп килеп типте, ҡулы ҡалтыранды. Ипләп кенә баҫҡайны, таҡта «гөрҫ» итеп урынынан шыуҙы. «Булды, булдырҙым!» – тип йән атты Кәбир. Саф һауа һулағыһы, ҡояшты күргеһе килеп, талпынды, донъяға тыуырға ашыҡҡан бала шикелле тыпырсынды.

Ҡыуанырға иртәрәк ине әле шул. Нисек кенә айбарланып тартмаһын, таҡта артабан ҡайырылманы. Тырнаҡтарын айырып бөттө, бармаҡтары ҡанһыраны.

– А-а-а, – әжәлен тапҡан йыртҡыстай үкереп, Кәбир ҡаҡ ергә ауҙы, асырғанып, йоҙроғо менән ерҙе төйҙө. Сараһыҙлыҡтан аңы томаланды, һауа ла бөтөп бара ине тар ҡәберҙә. Башы әйләнде.

Һеңгәҙәп күпме ятҡандыр, кесе ярау иткеһе килгәнен тойҙо. Туҡта. Ятҡан тупрағы балсыҡ бит. Саҡ ҡына сылатып ебәрһәң, май кеүек була ла ҡуя ул.

Соҡоған канауына йәтешләп яҡынларға маташып ҡараны. Юҡ, тар урында бер нисек тә булдыра алманы. Уңайлап ятты ла, ярауын әҙләп усына йыйҙы, ҡәҙерле алтындай, бер тамсыһын да сайпылдырмай, таҡтаның осондағы ерҙе сылатты. Шунан канауҙы буйлатты. Бүлеп кесе ярау итеү ғазапҡа тиң. Кәбир түҙҙе. Бер генә тамсыһын да әрәм итмәне.

– Йә, Хоҙай, бирсе ҡеүәт, – ике ҡуллап таҡтаға йәбеште. Ҡуҙғалды ул, ҡайырылып та ятты. Өҫтән шауҙырлап ер ҡойолдо. Битлек аша ла туҙан тамағын ҡапланы. Кәбир ҡойолған балсыҡты ҡулы, аяғы менән төпкә ышырҙы. Бер мәл ер ҡойолоуҙан туҡтаны. Ҡыуышлыҡҡа ҡулын тығып ҡараны, буйы етмәне. Таҡта менән төрттө. Ер ҡабаттан ҡойола башланы. Ләхеттең тағы бер таҡтаһын алғайны, тупраҡ уйылып килеп төштө. Барлыҡҡа килгән ҡыуышлыҡҡа сүкәйеп баҫты ла, бушлыҡты ҡапшап ҡараны. Өҫтә кәҫ ине.

Тимәк, күп ҡалмаған. Ипләп кенә бер кәҫте аҫҡа төшөрҙө, икенсеһен, өсөнсөһөн.

Саф һауа үпкәһен ярып ингәндәй булды, иҫертеп, быуындарының хәлен алды. Артабан Кәбир үҙенең һәр хәрәкәтен кадрҙарын яйлатып күрһәткән кинофильмдағы кеүек күрҙе. Бына ул аяғүрә баҫты. Башын бороп, тирә-яҡҡа баҡты, айлы ҡышҡы төндөң яҡтыһына күҙе сағылды. Кинәт өҫкә ынтылды һәм ҡәберенә ауҙы. Ошо ябай хәрәкәттәр, уларҙы үҙ эсенә алған бер нисә секунд мәңгелектәй оҙон тойолдо, әйтерһең дә, йәһәннәмгә барып әйләнде.

Услап алып, ҡар ашаны. Йотҡан һәр тамсының ләззәтен сарсаған тәненең бар күҙәнәге менән тойҙо. Ҡарҙы ашаны ла ашаны. Ҡалтыранып өшөһә лә туҡтай алманы, сарсағайны.

Аяғүрә тороп баҫты, ойоп ҡатҡан тәнен ыуаланы. Ауыл яғына ыңғайлап, бер, унан ике аҙым эшләне. Яңы тәпәй баҫҡан бала кеүек ине ул. Һәр киләһе аҙымын ышаныслыраҡ баҫты. Оҙаҡламай өйөндә лә булыр. Унда-бында тәҙрәһендә уты һүнмәгән йорттар ҙа күренә башланы. Тәүге өйгә үк инеп, йылынып сығыр, шунан үҙҙәренә, ғаиләһенә ҡайтыр.

Талпынып атлаған Кәбир кинәт туҡтап ҡалды. Ул бит үлгән. Ҡәберҙән ҡайтмайҙар. Ишеткәне юҡ ундай хәлде. Имеш, мәскәй әбейҙәр генә үҙ ҡәберенән сығып, кеше ҡаны эсеп йөрөй, тип һөйләй торғайны элек ололар. Ул да үҙ ҡәберенән сығып килә. Тимәк, ул – мәскәй әбей. Ниндәй ҡиәфәттә бит: яланғас, аҡ кәфенгә төрөнгән. Осраған беренсе кеше үк ҡулында нимә бар – шуның менән мейеһен күсерә һуғасаҡ. Кәбир шып туҡтаны. Нишләргә? Бына ғиллә: ҡәберҙән ҡотолоп сыҡты, ә үҙ йортона ҡайта алмай.

Тәүҙә, исмаһам, кейем табып кейергә кәрәк ине. Ауылдан саҡ ҡына арыраҡ торған фермаға күҙе төштө. Күп йылдар унда эшләне, һәр мөйөшөн, һәр ишеген белә.

Ҡарауылсы Мырҙагилдене лә һәйбәт белә, этен таный. Мырҙагилде үҙенең өкәләген ҡарауыллай – фермала эше юҡ уның.

Кәбир малсылар урлап фураж сығарған ҡойма ярығынан ялан кәртәгә, унан ферма эсенә инде. Үҙәгенә үткәнсе өшөгәйне, һарай эсе ныҡ яғылған өй кеүек йылы тойолдо.

Үлеп асыҡҡан, һөт мискәһе торған бүлмәгә ыңғайланы. Киске һауын һөтө иртәнгеһе менән оҙатыла, мискә яртылаш тулы ине. Услап эсергә кереште. Ашҡаҙаны аҡ ризыҡты ла ҡабул итмәне. Уҡшытты. Хәлһеҙләнеп, иҙәнгә сүкте. Бер килке ултырғас, малсыларҙың аш бүлмәһенә инде. Электр плитаһын ҡабыҙып, сәйнүк ҡуйҙы. Шкафтан шәкәр, сәй тапты. Йылымыс татлы һыу менән ҡорһағын алдарға булды. Бәләкәй йотомдар менән эсте. Йылылыҡ бөтә тәненә йүгерҙе, хәл ингәндәй булды.

Ултырған урынында ойоп киткән еренән ҡапыл һиҫкәнеп уянды. Ул ҡайҙа? Нимә эшләй? Күҙе өҫтөндәге аҡ кәфенгә төшкәс, һушына килде, һикереп торҙо. Кейем табырға кәрәк!

Сөйҙәге барлыҡ әйберҙәрҙе һыпырып төшөрҙө. Иҫке трико, халат, алама кәпәсте эләктерҙе, һике аҫтында резина итек тапты. Йәһәтләп кейенде. Кеҫәһенә моҡсай менән шәкәрҙе, булған бер нисә һыныҡ икмәкте тыҡты, шешә табып, һыу ҡойоп алды. Ҡабаланды, сөнки оҙаҡламай иртәнге һауынға килә башлаясаҡтар. Арлы-бирле бүлмәне йыйыштырҙы ла, лапаҫҡа менеп, һаламға күмелеп ятты.

Оҙаҡ көттөрмәне һауынсылар. Тауыштары ишетелә башланы.

– Уф, Аллам. Бөгөн йоҡом йоҡо булманы, – Фәрзәнә, тип таныны Кәбир был тауыш хужаһын. – Хәлим эсеп ҡайтты ла, төнө буйы ҡаңғырҙы.

– Шул алкаш менән йәшәйһең бит, ҡыуып ҡына сығармайһың үҙен, – Шәмсиә быныһы. Ире әллә ҡасан мәрхүм. Әхирәттәренә гел бер кәңәш бирә – ирҙәрен өйҙән ҡыуырға ҡоторта.

Ҡатындар, һәүкәшләп, эшкә тотондо. Йоҡоға талған Кәбир тауышҡа уянып ките.

– Шәмсиә апай, мынау ерҙә, ҡыйыҡта, әллә нәмә баянан бирле ҡыштырлай. Нимә икән?

– Сысҡандыр.

– Юҡ, оло нәмәгә оҡшай, бүре булмағайы?

– Ҡуй, юҡты. Ниндәй бүре булһын. Ишетелмәй ҙә баһа.

– Тымды. Тауыштан ҡурҡты шикелле.

– Ҡурҡанға ҡуш күренә инде.

Кәбир һауын бөткәнсе ҡымшанырға ла ҡурҡып ятты. Күрәһең, ныҡ тулағандыр. Кәфендән арына алмай икән, имеш, тип төш күргәйне.

Һарайҙа тауыштар тынғас, аяҡ-ҡулдарын яҙып, ыуалаштырып алды, ҡыйыҡ эсендә йөрөштөрҙө, һыуға шәкәр һалып, әҙләп-әҙләп кенә йотто. Ебетеп икмәк ашаны. Ҡыйыҡ ярығынан ауылды күҙәтте.

Киске һауын да үтеп китте. Аяҡ тауыштары һилләнгәс, Кәбир кире һарайға төштө. Малсыларҙан ҡалған ризыҡты әҙләп ашаны, һөт эсте. Был юлы ашҡаҙаны ауыртманы. Төндө йылыла, йомшаҡта үткәрҙе. Иртәнсәк тағы һарай башынан урын алды. Әҙме-күпме ашау, йоҡо эләккәс, хәл инде, зиһене яҡтырҙы.

Үҙенең хәлен ул аңлай. Өйөнә ҡапыл ҡайтып инһә, яҡындарын ҡурҡытасаҡ. Уны яңылыш тере көйө ерләгәндәрен нисек аңлатыр. Ҡайтмайынса ла булмай. Ҡалған бөтә ғүмерен, ҡырағай януар кеүек, боҫоп, йәшенеп үткәрә алмай бит инде. Уйҙарын Фәрзәнәнең тауышы бүлдерҙе.

– Шәмсиә апай, мин ҡурҡам. Хәлим оҙатып килде. Мәрхүм Кәбир ағай мәскәй әбейгә әйләнгән тей бит. Ҡәберенән сыҡҡан.

– Мин дә йоҡламаным бөгөн. Ятманым да. Балта тотоп ултырҙым, – Шәмсиә шыбырлап һөйләне хәбәрен.

– Һунарсы Ғәбит бабай сәйер эҙ күреп юллаған тей бит. Эҙ ауылға тиклем килгән дә, юғалған. Бабай кирегә китеп, Кәбир ағай мәрхүмдең ҡәберенә барып төртөлгән. Унда ҙур тишек тей. Ҡаҙып килеп сыҡҡан. Уй, ҡурҡам. Ыстағарифулла, ыстағарифулла! Һаҡла, Хоҙайым, һаҡла, Хоҙайым! – Фәрзәнә илағандай итте. – Ҡан эсә, ти бит.

– Теге остағы Фәриғәнең тауыҡтарын вис быуған, тей. Көсәйеп алһа, ҙурыраҡ малға, кешегә лә тейә башлар әле.

– Мәскәйҙәр кеше ҡанын ғына эсә ул. Нишләп улайтты икән Кәбир ағай? Һәйбәт кеше ине бит.

– Белмәгәнбеҙ инде. Һәйбәт булып күренгән генә.

– Райондан милиция килгән. Вис тикшерәләр, тей. Ҡәберен ҡаҙып ҡарағандар, мәйет юҡ икән. Әҙенән эт ебәргәндәр. Ауылға еткән дә, ары китмәгән. Юлға сыҡһа, унда, ней, башҡа эҙҙәр араһында юғалғандыр. Ауылда йөрөй инде ул убыр. Кисә ҡыйыҡта нимәлер ныҡ ҡыштырлағайны. Әллә улмы икән?

– Ауыҙыңдан ел алғыры! Юҡты һөйләмә. Әйҙә, эшкә тотонайыҡ.

Кәбир шаҡ ҡатты. Тимәк, ул мәскәй әбей, ҡан көҫәгән убыр. Уға кешеләр араһында урын юҡ. Тиҙерәк был тирәнән китергә, икенсе ерҙә икенсе кеше булып йәшәргә генә ҡала. Эҙләй башлаһалар, табып алырҙар, аңын-тоңон аңғартҡансы, харап итеп тә ҡуйырҙар.

Киске һауындың тамамланыуын көтөп алды ла, юлға төйнәнә башланы. Ҡарауылсы яғында ниндәйҙер тауыш ишетеп, ҡолаҡ һалды.

– Мырҙагилде ағай, ас. Көмөшкә бар, эсәйек, – тауышы Хәйҙәрҙекенә оҡшаған. Моғайын, фураж һатып алған көмөшкәһен ҡайҙа эсергә урын тапмай йөрөйҙөр. Шығырлап ишек асылды:

– Инә һал. Мәскәй эйәреп ҡуймаһын.

– Әкиәткә ышанаһыңмы әллә, ҡурҡаҡ.

– Әйҙә-әйҙә, – ишек «шап» ябылды.

Күпмелер ваҡыт үткәс, Кәбир ҡарауылсы әкәләге янына яҡынланы. Йүнлерәк аяҡ кейеме кәрәк ине. Ишекте эткәйне, асылып китте. Күрәһең, эскеселәр хәжәтенә сыҡҡан да, бикләргә онотҡан. Ике әшнә бер карауатта иҫ белмәй ята. Һыйҙары мул булған икән. Һике аҫтынан эт ырылдағайны, исемләп өндәшкәс, тымды.

Кәбир иҙәндә ятҡан быйманы кейҙе. Өҫтәлдә башланған шешәне күреп, ҡуйынына тыҡты. Кәрәге тейер. Ит киҫәге, икмәк, шәкәр – булған ризыҡты йыйнап, төйнәне.

Хәҙер юлға сыҡһа ла була.

Ун һигеҙ саҡрымдағы оло юл сатында ятҡан күрше ауылға, кеше уянып, эшкә ҡыбырлай башлағанда барып етте. Был ауылда бер туған апаһы йәшәй. Тик уға ла бара алмай. Ишеткәндер инде. Гонаһтан йырағыраҡ булыуың хәйерле.

Ҡасандыр бер килгәнендә, ауыл буйҙаҡтары тураһында һүҙ сыҡҡас, апаһы ошо урамдағы өс өйҙә ҡартайып барған ирҙәр яңғыҙ йәшәй, тип, уларҙың ярым емерек торлағын күрһәткәйне.

– Ҡара әле, улым, ошо өйҙә кем йәшәй? – ҙур портфелен саҡ йөкмәп мәктәпкә ашыҡҡан 2-3 синыфтар тирәһендә уҡыған малайға өндәште.

– Кем булһын, алкаш Фирғәт инде, – тине лә, бала юлын дауам итте. Кәбир йорттоң ишеген асты. Насар яғылған өй һалҡын ине. Тауыш-тын юҡ. Тәҙрәнән төшкән ай яҡтыһында һикелә ятҡан ике кәүҙәне шәйләне. Унын хәлендә был бик ҡулай фатир ине. Яйлыраҡ урын ҡараны ла, йоҡларға ятты.

– Һин кем? – яурынына төрткәнгә күҙен асты.

– Төндә ингәйнем, йоҡлап сығырға, – тине, ни әйтергә белмәй.

– Әллә бергә эскәйнекме? – Хужа нимәлер иҫләргә теләгәндәй маңлайын сирҙы.

– Юҡ, һеҙ эсеп бөткәйнегеҙ. Бына минен яртым, – Кәбир әмәлен тапты. Кисә юлға алған араҡыны хужаға тотторҙо һәм шунда уҡ уның ҡәҙерле ҡунағына әүерелде.

– Ҡайһылай ҡулай булды, башты нисек төҙәтергә, тип тора инем, – тине лә өҫтәлгә йүнәлде. – Эй, тор, тор, тием, – иптәшен төрткөләп торғоҙҙо.

Кәбир үҙе менән булған ризыҡты ситкәрәк йыйып ятҡайны. Белә, бындай йортта тәғәм ризыҡ булмай.

– Әйҙә, ағай, һин дә яҡынла.

– Юҡ, миңә кәрәкмәй. Үҙегеҙ генә, – Кәбирҙә араҡы ҡайғыһымы инде. Тормоштоң иң түбән баҫҡысына тәгәрәгән ошо кеше аҡтыҡтары ла уға ерҙәге иң бәхетле заттар кеүек хәҙер. Ә ул – шәүлә, убыр.

Күңелләнеп алған ике ир сығып китте. Кәбир тамаҡ ялғаны ла ишек алдына сыҡты. Мунса бар икән.

* * *

Мунса ҡарап йөрөйһөңмө? – терт итеп ҡалды. Хужа икән.

– Мунса – дан, тик утын юҡ яғырға.

– Аптырама. Ана, ҡойманы емер. Минең дә бер ай йыуынғаным юҡ. Шәп булыр, һыу, ана, урамда, колонкала.

Кәбир ҡойманы тураҡлап, мунса яҡты, өйҙө лә йылытып ебәрҙе.

Рәхәтләнеп ултырып йыуынды, йылы өйҙә иҙрәп йоҡланы. Иртән, яңы тыуғандай, көр кәйеф менән уянды. Хужа йоҡлай ине әле.

Кәбирҙең был ауылда һабаҡташы йәшәй. Ул ғына ярҙам итер. Вәсилгә китте.

– Эйе, ин. Ишек асыҡ, – ишек шаҡыусыға Вәсил күҙен гәзиттән алмай ғына ҡысҡырҙы.

– һаумы.

– Ҡаҡшаттығыҙ бит. Тотмайым мин өйҙә ул шайтан һыуын. Йөрөмәгеҙ бында, – ишек төбөндә насар кейенгән, һаҡал баҫҡан кешене күреп, асыуланды йорт хужаһы.

– Вәсил, был мин, Кәбир, – Кәбир ҡыйыуһыҙ ғына тауыш бирҙе.

– Кәбир? Ниндәй Кәбир?

– Һуң, һабаҡташың. Морат ауылынан.

– Кәбир?! – хужа урынын һикереп торҙо. – Кәбир?.. Мораттан?., Һабаҡташ?.. – Вәсил ҡобараһы осҡан ҡиәфәттә ишек төбөндә торған кешегә яҡынланы.

– Эйе.

– Кәбир! һине мәрхүм, тип ишеткәйнек тә һуң...

– Юҡ, мин иҫән. Буш хәбәр, – йөҙөнә ҡурҡыу, аптырау, икеләнеү сыҡҡан дуҫына бер аҙым атланы. Вәсил ирекһеҙҙән артҡа сигенде. Алдында торған кеше бигерәк бәҫһеҙ ине: алама кейемдә, һаҡал баҫҡан төҫһөҙ йөҙ, тәрән батҡан күҙҙәр.

– Ниндәй елдәр ташланы? – ирекһеҙҙән әйтелде был.

–Үтәйем. Шунан һөйләрмен, -Кәбир бүлмәгә үтте. Йомшаҡ таҙа диванға ултырырға ҡыйманы, ағас ултырғысҡа сүгәләне. Вәсил һүҙһеҙ уға төбәлде. Кәбирҙең ғәжәйеп хикәйәтен ҡымшанмай тыңланы. «Алдында кем: мәйетме, әллә тере йәнме?» – ошо ике һорауға яуап эҙләй ине, шикелле. Ул – элекке уҡытыусы, материалист, дин тотһа ла, баҡыйлыҡҡа ышанып етмәй. Шаңҡыған кеүек ултырҙы ла, ипләп кенә үҙен семтеп алды – төшмө был, әллә өнмө. Ауыртыуға һиҫкәнеп китте.

– Нисек тереләй күмгәндәр ул? Табип нимә ҡараған?

– Алтмышты үткәндәрҙе ярмайҙар, тей бит. Ҡартайып үлгән пенсионер кемгә кәрәк. Мәрткә киткән булғанмын, ахыры. Үлгән, тип күмгән дә ҡуйғандар. Дин дә ҡушмай бит мәйетте оҙаҡ көттөрөргә.

– Ғәжәп...

– Ғәжәпләнәһе түгел. Алыҫ бер ҡоҙам ҡалала моргта мәйеттәрҙе телә. Ул бер уйынлы-ысынлы былай тип һөйләгәйне. Мәйет менән булышҡанда эргәлә һәр саҡ ҡыуалды сүкеше тоталар, имеш. Мәрттә булған кеше телеп ебәргән ыңғай иҫенә килә, йәнәһе. Теленгән – эше бөткән. Баяғы ҡыуалды менән маңлайына һуғалар ҙа ҡуялар. Кеше үлгән, нимәһе уның менән мәшәҡәтләнеп торорға. Бәлки, ысынлап та шулайҙыр.

– Сәй ҡуяйым, – Вәсил аш бүлмәһенә сыҡты.

Өҫтәл артында Вәсил дуҫының ҡәҙимге тере кеше булыуына тамам ышанды. Мәйет эҫе сәйҙән тирләмәҫ ине, тип фаразланы.

– Минең серемде һин генә беләһең, нимә эшләргә миңә?

– Әллә инде. Бик сәйер хәл. Әйҙә, тәүҙә һине әҙәм хәленә килтерәйек. Өҫтөндәге аламаны утҡа яғырға кәрәк.

Кейенеп алғас, Кәбиргә кеше ҡиәфәте керҙе.

– Һаҡалың ҡалһын әйҙә, – Вәсил үҙгәрештән ҡәнәғәт булды.

– Артабан нимә эшләйбеҙ?

– Һине кем эҙләй, Кәбир? Милиция! Кешенең шәхесен кем асыҡлай? Милиция! Бәлки, милицияға барырғалыр?

– Уйлап ҡараһаң, шулай инде.

Ике дуҫ бер килке тынып, һәр кем үҙ уйына бирелеп ултырҙы.

– Әбей ҡалаға балаларға киткәйне. Күршегә инеп әйтәйем дә, донъяны байҡап торһондар, районға ҡуҙғалайыҡ, – Вәсил беренсе иҫенә килде. Сыҡты ла, күп тә үтмәй, кире килеп инде.

– Булдымы?

– Булды, әйҙә, киттек, – Вәсил машинаһын тоҡандырғайны. – Күрше әйтә, Моратта мәшхәр, тей. Милиция килеп тулған, хатта Мәскәүҙән дә журналистар бар, имеш. Сенсация, тип яр һалалар икән. Үәт, ҡылғанһын эште дуҫ. Хәҙер һиңә тик милицияға ғына юл. Тотоп алһалар, йолҡҡолап ташларҙар.

Ҡырҡ саҡрым араны тиҙ үттеләр.

– Беҙгә начальник кәрәк ине, – тине дежурға Вәсил.

– Ул яңы ғына райондан ҡайтты. Ҡабул итмәй.

– Бик мөһим эш бит әле, ҡустым, енәйәт тураһында.

– Енәйәт? Улайһа, урынбаҫарға инегеҙ, 105-се бүлмә.

Урынбаҫар эштең нимәлә икәнен төшөнгәс тә, ике ҡартты өҫтөрәтеп начальника индерҙе.

– Иптәш полковник, б-б-был, был, теге, ней, – урынбаҫар тотлоҡто. – Мораттан!

– Еренә еткереп аңлатһаңсы, майор, – начальник бик сәйерһенеп текләне урынбаҫарына.

– Ҡәберҙән сыҡҡан...

– Нимә? – полковник ҡапыл ағарынды. – Кем тотто?

– Үҙҙәре килде.

Кәбир бөтә мажараларын баштан һөйләп бирҙе.

Полковник ауыҙын асып тыңланы. Ниндәйҙер ауыр мәсьәләне сисергә маташыуы йөҙөнә сыҡҡайны. Күрәһең, ҡәберҙән сыҡҡан кеше менән нисек мөғәмәлә итергә тигән һорауға яуап эҙләп яфаланды. Бер законда ла, бер инструкцияла ла был хаҡта әйтелмәгән. Билдәле ҡануниәт сиктәрендә генә эш итергә өйрәнгән кеше өсөн был үтә лә ауыр мәсьәлә ине.

– Майор, граждандар менән ҡабул итеү бүлмәһенә сығып тор әле, – юлын тапты, шикелле. Яңғыҙы ҡалғас, телефонға үрелде. – Алло, Исмәғил Саматович, шәп кенәме? Ярар-ярар, шулай булһын шул. Шылтыратыуымдың сәбәбе шул: теге ҡәберҙән сыҡҡан кеше табылды. Эйе-эйе. Ҡәҙимге. Бер ҙә вурдалакка ла, зомбиға ла оҡшамаған, һинең менән минең кеүек ҡәҙимге. Ҡайһылай итәйем икән? Енәйәт ҡылмаған... Документтары юҡ инде. Шәхесен асыҡлағанға тиклемме? Шулай итергә лә мөмкин... Исмәғил Саматович, әллә табиптарға тапшырайыммы икән? Психикаһын тикшерһендәр. Ҡәберҙән сыҡҡан бит. Кем белә, бәлки, зиһене зыян күргәндер? Исмәғил Саматович, килештек. Психушкаға япһындар ҙа, шунда барып күрерһегеҙ был феноменды. Именлектә ҡалайыҡ, – трубканы һалды. Икенсе номерҙы йыйҙы.

– Кем әле линияла? Баш табип ҡайҙа? Көтәм. Иҫән, иҫән. Һинең өсөн шәп пациент бар. Психиатрия өлкәһенән. Морат ауылынан. Терелгән мәйет, хи-хи. Төшөндөңмө? Килеп ет. Һиңә тапшырам. Кәрәк кешеләреңде ал.

* * *

Кәбирҙең артабанғы яҙмышы ике телефон шылтыратыуы аша хәл ителде. Башҡа ул ирек күрмәне. Хәлһеҙләнеп, алйып, аҡылы зәғифтәр йортонда донъя ҡуйҙы.

Тәүҙә район дауаханаһында тоттолар. Төрлө табиптар килеп тикшерҙе. Шунан республика дауаханаһына күсерҙеләр. Аҡ халатлы олпат-олпат кешеләр палатаһында йыш булды. Төрлө һорауҙар менән яфаланылар, приборҙар менән тикшерҙеләр. Кәбир һәр ваҡыт:

– Мине ҡайтарығыҙ, – тип ялбарып һораны.

– Борсолма, ҡайтырһың, һаулығың ҡаҡшаған, дауаланырһың да, ҡайтырһың, – тинеләр.

Күпме йылдар үткәндер инде, Кәбир иҫәпте юғалтты. Палатала гел яңғыҙын тоттолар. Тора-бара зиһене ҡаҡшаны, йәшәү ҡеүәһе һүнде. Биргәндәрен ашаны ла, урынында ятты, йә бер нөктәгә текләп тик ултырҙы. Бөтөнләй һөйләшмәй башланы. Хәҙер уның менән ҡыҙыҡһыныусылар ҙа юҡ. Санитарҙар ғына инеп сыға.

Бер көндө аҡ халат кейгән ике кеше пәйҙә булды ишектә. Ҡобаралары осоп, Кәбиргә оҙаҡ текләп торҙолар. Кәбир һиҫкәнеп киткән кеүек булды ла, күҙҙәренән субыр-субыр йәштәр тама башланы. Ирендәре нимәлер шыбырҙаны. Ҡысҡырырға итте, тик тауышы сыҡманы.

– Атай, – оло ғына күренгән ҡатын уның ҡыҙы ине. – Атай, һин тере? – ҡатын быуынһыҙ теҙ сүкте.

– Вәсил, – Кәбир үҙенең тауышына һиҫкәнеп китте. – Ни эшләп мине ташланың? Ни эшләп мине һаттың?..

* * *

Вәсил дуҫын ташламаны, һатманы. Милицияла унан сер һаҡлау тураһында ҡағыҙға ҡултамға ҡуйҙырып, булған хәлде бер кемгә лә һөйләмәҫкә ҡуштылар. Дуҫының именлеге хаҡына шулай кәрәк, тинеләр. Күпмелер ваҡыт үткәс, милицияға тағы барҙы ул. Һин йөрөмә, дуҫыңдың яҙмышы менән өҫтәгеләр шөғөлләнә, тип ҡайтарҙылар. Аптырағас, Вәсил аталарының хәле тураһында уның балаларына хәбәр еткерҙе. Ышанманылар. Аталары тураһында ишеткеләре лә килмәне уларҙың. «Убыр тоҡомо» исемен йөрөтөүе еңел түгел ине. Ауылдаштары Кәбирҙең балаларынан, туғандарынан ситләште – ҡатышманылар, ҡыҙ бирмәнеләр, килен алманылар. Ә ситтәр төпсөнөп ҡаҡшатты. Килеп киткән журналистарҙың иҫәбе-һаны булманы. Хатта сит илдәрҙән дә булғыланылар.

Вәсил дуҫынын эҙенә үҙе төшөп маташҡайны. Район дауаханаһында йылға яҡын тотоуҙарын, шунан баш ҡалаға күсере үҙәрен белде. Өфөгә ике тапҡыр ғына бара алды. Һөҙөмтәһе булманы. Исемһеҙ кешене нисек табаһың. Мөмкин түгел.

Кәбирҙе таба алыуына тамам төңөлгәйне. Бер көндө өйөнә һаҡаллы йәш кешеләр килеп инде. Үҙәк телевидение каналдарының береһендә барған «Ғәләмәт донъя» тапшырыуының журналистары икән. Кәбирҙең балалары, беҙ бер нәмә лә белмәйбеҙ, шул белә, тип, Вәсилгә ебәргәндәр икән.

Бик йылғыр булып сыҡтылар улар. Вәсилдең хикәйәтен бер тынала тыңланылыр ҙа: «Вот это удача», – тип сығып та киттеләр. Бер аҙна ла үтмәне, үҙҙәренән хәбәр килде. Кәбирҙе тапҡандар икән, ул ятҡан аҡылы зәғифтәр өсөн дауахананың адресын әйттеләр. «Кемеһен һатып алдыҡ, кемеһен закон менән ҡурҡыттыҡ, кешеһенә ҡарап, кәрәк мәғлүмәтте һығып алдыҡ. Эште бешерҙек», – тинеләр телефон аша.

Дуҫының бинахаҡҡа ғәйепләүенә Вәсил өндәшмәне. Был хәлдә һүҙҙәр мәғәнәһеҙ ине. Кәбир ҙә һорауҙы яуап алыр өсөн бирмәне. Кисергән ғазаптары яңғыраны улар аша.

– Атай, ҡайтайыҡ, һине алырға килдем, – тине ҡыҙы.

– Ҡыҙым, мин юҡмын бит. Үлгәнмен. Ике тапҡыр үлдем. Минен исемем дә юҡ. Пациент, тип кенә йөрөтәләр, – тине ишетелер-ишетелмәҫ Кәбир.

– Документ эшләтербеҙ. Паспорт алырһың. Пенсия юлларбыҙ...

– Кәрәкмәй, бер нәмә лә кәрәкмәй. Яҙмышым шулайҙыр инде, ҡара ер ҡуйынынан ҡотола алдым, ә алдаҡтан еңелдем. Йылы һүҙ менән әүрәттеләр, ихлас йылмайып, тамуҡҡа тыҡтылар. Ҡәберҙән сыҡмаһам, был ғазаптарҙы кисермәҫ инем. Кисермәҫ инем, – Кәбир, боролоп мөйөшкә текләне лә, һүҙһеҙ ҡалды. Башҡа бер ни өндәшмәне.

Байгилде Моталлап.

Читайте нас: