Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт/Культура
28 Февраль 2022, 08:45

Өлгөлө, рухлы ғаиләләр билдәләнде

27 февралдә, Өфөлә, “Башҡортостан” дәүләт концерт залында,  “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе – 2022” асыҡ республика конкурсының финал этабы һәм еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы үтте. Конкурс "Етегән" республика байрамы сиктәрендә ойошторолған.

Өлгөлө, рухлы ғаиләләр билдәләнде
Өлгөлө, рухлы ғаиләләр билдәләнде

27 февралдә, Өфөлә, “Башҡортостан” дәүләт концерт залында,  “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе – 2022” асыҡ республика конкурсының финал этабы һәм еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы үтте. Конкурс "Етегән" республика байрамы сиктәрендә ойошторолған.

Сара ғаилә институты абруйын нығытыуға, халыҡты республиканың мәҙәни киңлегенә әүҙем йәлеп итеүгә, әхлаҡи-эстетик нигеҙ булдырыуға, башҡорт фольклорын һаҡлау һәм үҫтереүгә, ғаилә ҡиммәттәрен популярлаштырыуға йүнәлтелгән.

Бәйгене ойоштороусылар – Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Халыҡтар дуҫлығы йорто,  Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.

Жюри ағзалары лауреаттарҙы “Ғаилә ҡиммәттәре”, “Ғаилә кәсебе”, “Ғаилә ижады” номинацияларында билдәләгән.  Проект финалында республиканың төрлө район-ҡалаларынан, Ҡурған өлкәһенән, Ханты-Манси автономиялы округы-Югранан бөтәһе 23 ғаилә ҡатнашты. Конкурсанттарҙың эштәрен халҡыбыҙҙың билдәле шәхестәре –  медицина фәндәре докторы, "Айыҡ ауыл" проекты координаторы, Бөтә донъя башҡорттары Президиумы ағзаһы Сәлиә Мырҙабаева, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы Хөрмәтулла Үтәшев, тарих фәндәре кандидаты, Стәрлетамаҡ ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе  Ләйсән Йосопова һәм башҡалар баһалаған.

Еңеүселәрҙе билдәләү тантанаһында Ханты-Манси автономиялы округы-Югранан Ҡәйепҡоловтар  “Ғаилә ҡиммәттәре” номинацияһында дистанцион  рәүештә сығыш яһаны, башҡа конкурсанттар иһә “Башҡортостан” дәүләт концерт залына килгәйне.

Сара сағыу һәм матур булды, халҡыбыҙ араһында рухлы, уңған һәм маҡсатлы ғаиләләрҙең күп булыуын тағы берҙе иҫбатланы. Бөтә еңеүселәр ҙә Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығының дипломдары һәм ҡиммәтле бүләктәр менән билдәләнде. Ә гран-при яулаусы Күгәрсен районынан Хөснуллиндар ғаиләһенә 100 мең һум күләмендә аҡсалата приз тапшырылды.

 “Ғаилә ҡиммәттәре” номинацияһында беренсе урынды  - Нефтекаманан Шәрәфетдиновтар, икенсе урынды – Салауат ҡалаһынан Ғәйнуллиндар, өсөнсө урынды Сибайҙан Хәсәновтар яуланы.

“Ғаилә ижады” номинацияһында беренсе урынды Ишембай районынан Әҙелбаевтар, икенсе урынды –  Туймазы ҡалаһынан Ибраһимовтар, өсөнсө урынды Ҡурған өлкәһенән Ғәлиевтар яуланы.

“Ғаилә кәсебе” номинацияһында иһә беренселекте Стәрлетамаҡтан Сөләймәновтар, икенсе урынды – Өфөнән Лоҡмановтар, өсөнсөнө иһә Ҡариҙел районынан килгән Ғәлинуровтар алды.

Төп урындарҙан тыш, республиканың өлгөлө  ғаиләләре “Бейеүсе ғаилә”, “Моңло ғаилә”, “Һәләтле ғаилә”, “Мираҫлы ғаилә”, “Егәрле ғаилә”, “Маһир ғаилә”, “Татыу ғаилә” һәм башҡа күркәм номинацияларҙа билдәләнде, бер кем дә иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Уларҙың һәммәһен уртаҡ һыҙаттар – туған телгә, мәҙәниәткә, халҡыбыҙҙың тарихына тоғролоҡ, рухи нигеҙҙәренең ныҡлығы, маҡсатлылыҡ берләштерә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ижади бәйге өс этапта үтте, конкурстың һайлау турҙары республиканың ете зонаһында уҙғарылды. Сарала республикала һәм Рәсәйҙең  субъекттарында йәшәгән, башҡортса һөйләшкән, никахта торған һәм балалар тәрбиәләгән ғаиләләр ҡатнашты.

“Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” бәйгеһе 2021 йылдан алып  “Етегән – Ғаилә һәм мөхәббәт көнө”  байрамы сиктәрендә үткәрелә. “Етегән” башҡорт байрамы  2016 йылдан яҙҙың тәүге көнөндә   – 1 мартта ойошторола.  Әйткәндәй, быйыл иһә 1 мартта, шишәмбе көнө, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы ошо сараны – бәйге еңеүселәрен тәбрикләү тантанаһын күрһәтәсәк. Тапшырыу эфирға 20.15 сәғәттә сығасаҡ.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: