Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт Культура
24 Март 2022, 17:30

Йыр-моң бүләк итеүселәр

Бөгөн район мәҙәниәт йортонда, 25 март - Рәсәйҙә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан, ҙур сара ойошторолдо. Район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов һөнәри байрамдары менән ҡотлап, алдынғы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министрлығы һәм Республика халыҡ ижады үҙәге  Хөрмәт ҡағыҙҙарын, Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Район мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Фәрит Вәлиев бүлектең эшмәкәрлеге менән таныштырғас, намыҫлы һәм тырыш хеҙмәте өсөн бер төркөм хеҙмәткәрҙәрҙе бүләкләне. Шулай уҡ район хакимиәтенең йәштәр, спорт һәм бәлиғ булмағандар эштәре буйынса бүлек начальнигы Фидан Түләбаев та урман янғындарын һүндереүҙә әүҙем ҡатнашҡан хеҙмәткәрҙәрҙе билдәләп үтте. Тулыраҡ гәзит биттәрендә яҡтыртыласаҡ. 

Йыр-моң бүләк итеүселәр
Йыр-моң бүләк итеүселәр

Бөгөн район мәҙәниәт йортонда, 25 март - Рәсәйҙә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан, ҙур сара ойошторолдо.

Район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов һөнәри байрамдары менән ҡотлап, алдынғы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министрлығы һәм Республика халыҡ ижады үҙәге  Хөрмәт ҡағыҙҙарын, Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.

Район мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Фәрит Вәлиев бүлектең эшмәкәрлеге менән таныштырғас, намыҫлы һәм тырыш хеҙмәте өсөн бер төркөм хеҙмәткәрҙәрҙе бүләкләне. Шулай уҡ район хакимиәтенең йәштәр, спорт һәм бәлиғ булмағандар эштәре буйынса бүлек начальнигы Фидан Түләбаев та урман янғындарын һүндереүҙә әүҙем ҡатнашҡан хеҙмәткәрҙәрҙе билдәләп үтте.

Тулыраҡ гәзит биттәрендә яҡтыртыласаҡ. 

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: