Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт Культура
29 Апрель 2022, 10:13

Бейеүсегә һүҙ әйтмәгеҙ – бейей-бейей оҫтара!

  Юҡҡа ғына шундай таҡмаҡтар ижад итмәгән халыҡ. Ауыр саҡта йырлап-бейеп, күңелен баҫҡан. Бына ошо жанрҙы ғүмере буйы данлаған, балаларҙы бейеү сәнғәтенә алып ингән һәләтле хореографтар Фәниә Дәминева менән Гүзәл Тоҡомбәтова эшләй С. Абдуллин исемендәге балалар сәнғәт мәктәбендә. Кәңәшләшеп, бер маҡсатта эшләгән коллегаларҙың ҡаҙаныштары ла, уңыштары ла уртаҡ. Уларҙың уҡыусылары район, республика кимәлендә ҙур уңыштарға өлгәшә, еңеүҙәр яулай. Уларҙың  юлын дауам иткән уҡыусылары бихисап. Хатта балалары ла әсәйҙәре юлын дауам итә. 29 апрель - Халыҡ-ара бейеү көнө алдынан Фәниә Фәсхетдин ҡыҙы Дәминева менән яҡындан таныштыҡ.

Бейеүсегә һүҙ әйтмәгеҙ – бейей-бейей оҫтара!
Бейеүсегә һүҙ әйтмәгеҙ – бейей-бейей оҫтара!

- Бәләкәйҙән бейергә яраттым. Тик мин үҫкән Үтәғол ауылында бейеү түңәрәктәре булманы. Ул ваҡыттағы пионервожатый Ғәлимә апай Ҡыуатова бейергә яратҡанымды күреп, минең өсөн ябай ғына бейеүҙәр һалды. Тәүҙә тамашасы алдына сығырға ояла инем, һуңынан сығыш яһау оҡшай башланы. Мин бейеүсе булырға ҡарар иттем, – Фәниә апай бейеү жанрына ниндәй юлдар менән килеүе тураһында уртаҡлаша.

  • Тулы мәҡәлә менән "Ейәнсура таңдары" гәзите биттәрендә танышырһығыҙ. 
Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: