+17 °С
Болотло
Күмертау ҡалаһында "Алтын сапсан" Бөтә Рәсәй балалар һәм үҫмерҙәр ижади конкурсында С. Абдуллин исемендәге балалар сәнғәт мәктәбенән Сөмбөл Исмәғилева (етәксеһе Искәнйәрова Гөлфиә Хәйҙәр ҡыҙы) ла ҡатнашты. Ул "Халыҡ бейеүе" номинацияһында I дәрәжәле дипломға лайыҡ булды. Афарин, Сөмбөл! Әйткәндәй, был тырыш ҡыҙыҡай М. Бураҡаева исемендәге башҡорт гимназия-интернатынының 4 класында тик "4" һәм "5" билдәләренә генә өлгәшә.