Бөтә яңылыҡтар

Беҙҙекеләр һынатмай!

Өфөләге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһында «Бүре башы – 12» музыкаль әкиәтенең премьераһы үткән. Спектаклдең режиссеры яҡташыбыҙ Әлмира Ҡыуатова. Сығыш яһаусылар араһында гимназияның 8-се класында уҡыған иҫәнғолдар Рената Ғайсина менән Искәндәр Бирҙеғолов та бар! 

Беҙҙекеләр һынатмай!
Беҙҙекеләр һынатмай!

VIII «Б» синыфы уҡыусыларының ролгә инеп, шул хәтлем килештереп уйнауҙарына хайран ҡалып, тамашаны иҫебеҙ китеп ҡараныҡ: көлдөрҙөләр ҙә, күҙ йәшен дә сығарҙылар. Ысын әртистәрҙән бер ҙә кәм түгелдәр! Быға улар спектаклдең режиссеры Әлмира Ҡыуатоваға бик рәхмәтле.

– Был абруйлы гимназияны бик күптәр тамамлаған. Мин үҙем дә шулар иҫәбендә. Гимназияға рәхмәт йөҙөнән бында килеп, уҡыусылар менән спектакль ҡуйырға күптән хыяллана инем. Ни өсөн Рәсимә апай Ураҡсинаның «Бүре башы – 12» музыкаль әкиәтен һайланыҡмы? Беренсенән, уның яҡты иҫтәлегенә бағышланыҡ, икенсенән был йырлы әкиәт балаларға бик үтемле генә, төрлө килеп тыуған хәл-ваҡиғанан юл табырға, сығырға өйрәтә, – ти Әлмира Шәриф ҡыҙы.

Спектаклдең композиторы – Әлфиә  Зиннурова, балетмейстеры – Вячеслав Шарун, рәссамы – Әнисә Томаншина, тәрбиәселәре – Фәимә Ишморатова, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы – Римма Тимербулатова.

– Премьера аншлаг менән үтте, тип әйтергә кәрәк. Балаларҙың сығышын барыһы ла оҡшатҡандыр, тип уйлайым. Тамашасыларҙың алҡышлауына ҡарап та, юғары кимәлдә ойошторолған, тигән һығымтаға килергә була. Һәр бер бала үҙенең роленә яуаплы ҡараны, үҙ өҫтөндә эшләне. Был спектаклде сәхнәгә сығарыу уларҙы бер башҡа юғарыға күтәрҙе. Спектаклдән һуң улар бер-береһенә тағы ла нығыраҡ яҡынайҙы. Әлмира апайҙың уларҙа театрға ҡарата һөйөү уята алыуы, ысынлап та, маҡтауға лайыҡ. Ошонан һуң күбеһенең артист булыу теләге уянды, –  ти башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Римма Тимербулатова.

Йәш артистарҙың да тәьҫораттары әйтеп бөткөһөҙ ине. Йөҙҙәренә ҡарағанда сығыштарынан бик ҡәнәғәт күренәләр.

– Беҙ был спектаклгә февраль айынан алып бик оҙаҡ әҙерләндек. Бында беҙҙең синыфыбыҙҙы ике төркөмгә бүлделәр. Беренсеһендә былай ғына бүре булдым, икенсеһендә инә бүре инем. Әҙерләнеү бик ныҡ ҡыйын булды. Сөнки инә бүре ҡайһы бер урында шундай уҫал булырға, икенсе урында шундай шатланырға тейеш. Мин үҙемдең рәхмәтемде Әлмира инәйгә әйткем килә. Ул көнө-төнө беҙҙең менән булды, ваҡытын табып, беҙгә юл асты, – ти спектаклдә бүре ролен башҡарыусы Розалина Байымова.

Рената Ғайсина ла әбей ролен бик оҫта башҡарҙы. Уның бабайы – Рим Кадаевҡа нисек өндәшеүен күрһәгеҙ, иҫегеҙ китер. Шул хәтлем ролгә бирелеп уйнай.

– Әлмира инәй бөтә көсөн, дәртен беҙҙең ролдәргә һалды, шуға спектакль дә бик матур килеп сыҡҡандыр, – ти Рената.

Ә бабайҙы башҡарыусы егет:

– Өлкән бер бабайҙы күрһәтеүе еңелдән булманы. Шулай ҙа тырыштым һәм булдырҙым, барыһына ла оҡшағандыр,  тип уйлайым, – ти.

Искәндәр Бирҙеғолов һарыҡ ролен уйнаһа, Азалиә Юламанова кәзә булды.

– Беҙ көн һайын дәрестән һуң репетицияға йөрөнөк. Һарыҡ ролен башҡарыу бик ныҡ ауыр түгел. Режиссерыбыҙ Әлмира Ҡыуатованан сәхнә оҫталыҡтарына өйрәнеп, ролде башҡара алдым, – ти Искәндәр.

Һай, афарин, йәш артистар! Киләсәктә лә һеҙҙе сәхнә түрендә күрергә яҙһын!

Гөлназ Шәйхетдинова.

Сығанаҡ: https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2022-05-20/ysyn-rtist-rs-uynanylar-2812608?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=35065816

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: