Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт Культура
16 Сентябрь 2022, 16:00

16-17 сентябрҙә Хәйбулла районында Йомабай Иҫәнбаев көндәре — ҡурайсыларҙың республика бәйгеһе үтә

Хәйбулла районында ҡурайсылар республика конкурсы бара.  Районыбыҙҙың ҡурайсыларына уңыштар теләйек!!!

 

Ҡурайҙа, ҡубыҙҙа халыҡ моңдарын башҡарыу һәм өзләү оҫталығы өсөн Йомабай Иҫәнбаев исемендәге приз 1978 йылда Башҡорт АССР-ы мәҙәниәт министрлығы тарафынан булдырыла.

1991 йылдан алып конкурс арҙаҡлы ҡурайсының тыуған ерендә — Хәйбулла районында үткәрелеп, унда  Башҡортостандың төрлө райондарынан һәм күрше өлкәләрҙән халыҡ таланттары ҡатнаша.

Быйыл конкурс 1812 йылғы  Ватан һуғышында еңеүгә 210 йыл тулыуға бағышлана. 

 Конкурсҡа 300 ҡатнашыусы килгән. Беҙҙең райондың ҡурайсылар ансамбленә уңыштар теләйек. 

 

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: