Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт Культура
27 Декабрь 2022, 10:20

Заманалар булған элгәре...

Район газетаһының 2 декабрҙә сыҡҡан һанында "Ябай колхозсынан – доцентҡа" тигән, Мөнир Ҡарабаев тураһындағы мәҡәләне уҡығас, уның геройының сәхнәлә гитара уйнап, йырлап торған саҡтары күҙ алдына килде. 90-сы йылдар башын иҫкә төшөрөп уйҙарға сумдым... Тулы статья менән "Ейәнсура таңдары"нда һәм сайтта танышырһығыҙ.

Заманалар булған элгәре...
Заманалар булған элгәре...

Илдә ҙур үҙгәрештәр кисереп, Советтар Союзын тарих биттәренән юйып ташлап, яңы ил төҙөйбеҙ тип, Ельциндың әйткәндәренә ышанып, үҙаллы Башҡортостан тип янып, өмөтләнеп йөрөгән саҡ... Шул йылдарҙа халҡын дәртләндереп башҡорт йәштәренең өр-яңы сәхнә коллективтары барлыҡҡа килде: "Ант", " Рух", "Дәрүиш"... Беҙҙең райондың Башҡорт Самаҙыһы ауылы, "Дружба" колхозы йәштәре, махсус музыкаль белемдәре булмаһа ла, "Ейәнсура" вокал-инструменталь ансамбле ойошторҙо. Етәксеһе Наиль Юлдашбаев – бас-гитара менән синтизаторҙа, Фәтих Ҡылысбаев – баянда, Рәиф Хәмиҙуллин – барабанда, Мөнир Ҡарабаев – ритм гитарала, шул уҡ ваҡытта вокалсы ла. Эх, нисек уйнайҙар, йырлайҙар ине ул егеттәр... Ә бит "ойоштороу" һүҙен әйтеүе генә анһат, музыка ҡоралдарын табып, һатып алыу ул заманда анһат булманы, шунан инструменттарҙа өйрәнеп, бергәләп ҡушылып уйнау, ҙур тырышлыҡ, ваҡыт талап итә инде. Был егеттәрҙең тырышлығы арҡаһында бынамын тигән коллектив тыуҙы, матур концерттар менән район халҡын дәртләндереп, ауылдар буйлап та  йөрөнөләр. 1991 йылда, республика конкурсында ҡатнашып, беренсе дәрәжә дипломға лайыҡ булдылар.

Мин ғорурланам шундай егеттәребеҙ булғанға. Әлбиттә, Мөнирҙең тормошта булған уңыштары тағы ла һоҡландыра, маладис беҙҙең егет. Наил Яхъя улы Юлдашбаев – мәғариф отличнигы, Иҫәнғолдоң Фәйзулла Солтанов исемендәге мәктәбендә балаларыбыҙға төплө итеп башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡыта, халҡыбыҙ рухын тәрбиәләй, әле лә йәштәрҙе музыка ҡоралдары серҙәренә өйрәтә.

Самаҙы йәштәре, "Ейәнсура" вокал инструменталь ансамбленән өлгө алып Саҙалы ауылынан бер туған ағай-эне Азамат, Рәжәп һәм Нәжип  Юлдашбаевтар "Ҡышҡы йәйғор" ансамбле ойошторҙо. Улар үҙҙәре ижад иткән йырҙар менән районды ғына түгел, бөтөн Башҡортостанды таң ҡалдырҙы. 1992 йылда республиканың "Урал моңо" конкурсында лауреат исеменә һәм "Тамашасылар һөйөүе" призына лайыҡ булдылар. Улар ижад иткән йырҙар, Нәжип Рәмил улының йырҙары әле лә радио тулҡындарында, концерттарҙа яңғырай.

Район йәштәренән өлгө алып, Байыш мәктәбенең музыка уҡытыусыһы Рәил Ғөбәйҙуллин да уҡыусы балаларҙан вокал-инструменталь ансамбль ойошторҙо. Бик матур, өлгөлө коллектив булды. Әлбиттә, Байыш мәктәбендә, ваҡытында, Иҫәнғол музыка мәктәбенең филиалы ла була. Раил Рафиҡ улы тиҫтәләрсә профессиональ музыка белгестәре әҙерләне. Уҡыусыһы Салауат Юлдыбаев күптәргә таныш, данлыҡлы "Ҡаруанһарай" төркөмөндә баянсы булды, әле лә Өфөлә музыкант булып эшләй. Рәил Рафиҡ улы атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре исемен йөрөтә.

Иҙелбәк ауылында ла тәүҙә Рауил Сиражетдинов, аҙаҡ Төрөпҡолов Ғилметдин етәкселегендә матур ғына вокал-инструменталь коллективтар булдырыла. Ул составтарҙан Радик Арыҫлангәрәев әле лә Иҙелбәк мәҙәниәт йортоноң директоры булып эшләй. Ул саҡта мәктәп уҡыусыһы булған, Сергей Скрипачев аҙаҡ күп йылдар Иҙелбәк клубында эшләп, сәнәғәткә ҙур өлөш индерә.

Үтәғол ауыл клубында – Ғәфүр Ҡолсурин етәкселегендә, Абзан клубында ла ул осорҙа шундай уҡ коллективтар эшләне.

Ҡулымда ҡәләм булыуы уңайы менән, гәзит уҡыусыларҙы ялыҡтырмаһам, шул йүнәлештәге эшем тураһында яҙып үтмәксемен, сөнки минең дә шундай ансамблдә ҡатнашырға хыялым бар ине. 1989 йылда мин Салауат исемендәге колхоздың партия ойошмаһы секретары булып эшләй инем. Колхоз белгестәре менән һөйләшеп, Үтәғол урта мәктәбендә балаларға түңәрәктәр астыҡ. Мал врачы Мәрүән Ишкинин (хәҙер мәрхүм, ауыр тупрағы еңел булһын) – ҡурай серҙәренә, баш зоотехник Фирғәт Мөхәмәтйәров – көрәшкә, мин үҙем гармунда уйнарға өйрәтә башланыҡ.

Коммунистар партияһы эшмәкәрлеген тамамлағас, мине мәктәпкә эшкә саҡырҙылар. Военрук, махсус белемем булмаһа ла, музыка уҡытыусыһы булып эшләй башланым. Өлкән класс егеттәре йыйылып, ансамбль төҙөү хыялдарын белдерҙеләр, ә үҙҙәре бер инструментта ла уйнай белмәйҙәр ине. Ә бит хыялды тормошҡа ашырырға кәрәк! Үтәғол, Өмбәт, Самаҙы клубтарынан, РДК-нан иҫке ҡоралдарҙы йыйып алып рәтләнек. Үҙем Байышҡа барып Рәил Ғөбәйҙуллиндан инструменттарҙы көйләп, ҡушып уйнау серҙәренә өйрәндем. Балалар менән дәртләнеп эш башланыҡ һәм һөҙөмтәгә өлгәштек: концерттарҙа, район конкурстарында ҡатнаштыҡ. Мәктәп директоры Фәтих Бикмырҙа улы Саматовтың ярҙамы ҙур булды, яйлап инструменттарҙы яңырттыҡ.

Йылдан-йыл уҡыусылар өйрәнеп торҙо, мәктәпте тамамлап сығып торҙолар. Сығарылыш кисәләрендә үҙҙәре уйнап, үҙҙәре йырлап саралар үткәрә инеләр. Ансамблдә актив ҡатнашҡан егеттәремде әйтеп үтке килә: Рубис Абдуллин, Илдус Ишкилдин, Илшат Алсынбаев, Әхәт Ураҡаев, Илдус Ҡәҙербаев, Юлай Дәүләтбәков, Флүр Мәүлетов, Тимур Йәнсурин, Радмир Дәүләтбәков һәм башҡалар. Тимур менән Радмир һеҙгә яҡшы таныш. Флүр Мәүлетов Байкал аръяғы хәрби округында контракт буйынса музыкант булып хеҙмәт итә. Уҡыусыбыҙ Радмир Абдуллин М. Кәрим исемендәге йәштәр театрында уңышлы эшләп йөрөй. 1995 йылда, Абзан ауылында үткәрелгән райондың вокал инструменталь коллективтарының беренсе конкурсында ҡатнаштыҡ. Унда Байыш, Үтәғол уҡыусылары, Сирғол, Абзан йәштәре коллективтары ҡатнашты. Күңелле сара булды, Үтәғол мәктәбе коллективы – беренсе, байыштар икенсе урын яуланы. Конкурсты баһалаусы "Ейәнсура" вокал инструменталь ансамбле сара аҙағында сағыу, иҫтә ҡалырлыҡ итеп сығыш яһаны.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн күп музыканттар, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре сәхнәне, яратҡан эшен, тамашасыларын ташлап, икенсе эшкә, Себер тарафтарына китергә мәжбүр. Сөнки эш хаҡтары түбән, ә һәр кемдең ғаиләһе бар, балалар үҫә, уларҙы тәьмин итергә кәрәк. Ни эшлайһең инде, йырлап тамаҡ туйҙырып булмай. Хөкүмәтебеҙгә, депутаттарға, етакселәргә был турала уйларға ваҡыттыр...

Бына шулай, Мөнир Ҡарабаев тураһында мәҡәлә, үрҙә яҙылған коллективтар тураһында минең күңел түрендә һаҡланған хәтирәләрҙе яңыртты

Аҙнабай Бәҙәмшин.

Иҫәнғол ауылы.

МӘҠӘЛӘНЕ АЛҒАНДА ГӘЗИТКӘ ҺЫЛТАНЫУ МОТЛАҠ

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: