Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт Культура
24 Март 2023, 11:22

Китапхана – мөғжизәләр иле

Шиғриәткә, сәнғәткә ғашиҡ, күпләп гәзит-журналдар яҙҙырған, үҙҙәре күп уҡыған, балаларында ла китапҡа һөйөү тәрбиәләгән ғаиләлә тыуып үҫкән ҡыҙ мәктәпте тамамлағас китапханасы һөнәрен һайлай. Бына 41йылдан артыҡ Зөһрә Хәмитова ул һөнәренә тоғро ҡалып, Буранғол ауыл китапханаһында эшләй.

Районда Буранғол ауыл китапханаһы тәүгеләрҙән булып моделле китапхана статусын алды – компьютер урынлаштырылды, интернет селтәренә тоташтырылды. Бында китап һөйөүселәр өсөн, тематикаһына ҡарап, айырым бүлектәр ойошторолған, төрлө стендтар ҡуйылған.

Матур, яҡты китапхананан халыҡ өҙөлмәй: берәүҙәр яңы гәзит-журналдар ҡараштырһа, икенселәр шашка-шахмат уйнай, кемдер китап уҡый, йә интернет селтәрендә яңылыҡтар менән таныша. Уҡыусыларһәм студенттар ҙа кәрәкле мәғлүмәт эҙләп йыш килә.

Китапханасының эше китап биреп кенә ултырыу тип уйлаһа, күптәр яңылыша. Уның күҙгә күренеп бармаған эштәре бихисап: сайт алып барыу, каталог, фонд, иҫәп документацияларын ваҡытында тултырыу, эҙләнеү эштәре, ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу. Зөһрә Сәхиулла ҡыҙы даими рәүештә яңы китаптар күргәҙмәһе ойоштора, яҙыусы-шағирҙарҙың ижады, тормош юлы менән таныштырып бара. Һәр иҫтәлекле ваҡиғаға, датаға стендтар, буклеттар әҙерләй.

Китап – рухи байлыҡ. Ошо байлыҡты халыҡҡа еткереү, китаптар аша матурлыҡты күрергә, тормошто аңларға өйрәтеү, китапхана хеҙмәткәренең төп бурысы. Зөһрә апай төрлө әҙәби кисәләрҙе, конкурстарҙы ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс итеп үткәрергә тырыша. Уҡыусыларҙа китапҡа һөйөү тәрбиәләү өсөн әҙәби кисәләр, шиғырҙарҙы яттан һөйләүселәр конкурстары ойоштора. Бигерәк тә "Мөғжизәләр яланы","Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан? ", КВН кеүек уйындар китап уҡыусылар күңеленә хуш килә.

Китапхана 19 төрлө гәзит-журнал алдыра. Күсмә китапхана ойоштороп, күрше ауыл халҡын да хеҙмәтләндерергә өлгөрә. Гәзит- журналдар, әҙәби китаптар алып бара, яңы китаптар тәҡдим итә.

"Йәйғор" балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре лә китапханаға ҙур теләк менән йөрөй. Балалар бында йәнһүрәт ҡарай, әкиәт тыңлай, һүрәт төшөрә. Яратҡан журналдары “Аҡбуҙат"тың һәр һанын көтөп алып, китапханасы апайҙары уҡыған әкиәт, шиғырҙарҙы йотлоғоп тыңлайҙар, йомаҡ сисәләр. Уҡытыусылар, тәрбиәселәр ҙә үҙҙәренә кәрәкле материалдар эҙләп, ярҙам һорап мөрәжәғәт итә.

Балаларҙы милли рухта тәрбиәләү, башҡорттарҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын тергеҙеү, өйрәтеү өсөн дә күп көс һала Зөһрә апай. Китапханала бер мөйөштә бәләкәй генә музей ҙа ойошторолған. Унда боронғо башҡорттарҙың тормош-көнкүрешен сағылдырған милли әйберҙәр ҡуйылған. Килгән һәр кем боронғо ағас, еҙ һауыт-һабалар, милли кейемдәр, ҡорама түшәктәр, үлән ҡурай менән таныша ала.

Китапхана янында эшләп килгән, Зөһрә Сәхиулла ҡыҙы етәкләгән "Әүкәйҙәр"фольклор ансамбленең йәш быуында халыҡ ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсатында йолаларҙы, әкиәттәрҙе сәхнәләштереп, балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәренә, уҡыусылаға күрһәтеүҙәре лә маҡтауға лайыҡ. Кескәйҙәр үҙҙәре лә "Кәкүк сәйе", “Ҡот ҡойоу", “Ҡарға буткаһы" кеүек йолалар үткәргәндә, шулай уҡ онотолоп барған "Йөҙөк һалыш", "Йәшерәм яулыҡ", "Наза" уйындарында ихлас ҡатнаша.

Әйткәндәй, "Әүкәйҙәр" ансамбле татлы сәк-сәктәр бешереп, йөрәк йылыһын һалып бәйләгән ойоҡбаш, бирсәткә-бейәләйҙәр һәм башҡа кәрәкле әйберҙәрҙе, тыуған яҡтың хуш еҫле балын, өлөшләтә мобилизацияланған егеттәргә оҙатып, изге эш башҡарҙы. Был ансамбль ҡатын-ҡыҙҙары мәҙәниәт йортонда үткән концерттарҙа ҡатнашып,матур йырҙары, дәртле бейеүҙәре менән ауылдаштарын да ҡыуандыра. Шәлселәр бәйгеһендә лә был төркөм призлы урын алып, маҡтау ҡағыҙы, сертификат менән бүләкләнде.

Зөһрә Сәхиулла ҡыҙы ауылдың мәҙәни тормошонда ла ҡайнап йәшәй. Клубта үткән барлыҡ саралар өсөн сценарийҙар яҙа. "Айыҡ ауыл" конкурсы сиктәрендә күмәк саралар үткәреү, эшһөйәр, тырыш ауылдаштары менән таныштырып барыу, мәғлүмәттәрҙе сайтҡа баҫтырыу эше лә тулыһынса китапханасы иңенә булды.

Биләмә, район һәм республика кимәлендәге сараларҙа әүҙем ҡатнашыуы, бик күп диплом-грамоталар менән бүләкләнеүе – уның арымай-талмай халыҡҡа хеҙмәт итеүе хаҡында һөйләй.

"Яратҡан эш ярты бәхет бит ул. Эшеңде урынына еткереп, күңел биреп, намыҫ менән башҡарғанда ғына уның һөҙөмтәһен күрәһең," – ти көн дә иртән ҡанатланып эшкә ашыҡҡан китапханасы.

Зөһрә Сәхиулла ҡыҙы эшендә хөрмәт ҡаҙанған китапханасы ғына түгел, ә ике ҡыҙына һөйөклө әсәй, ейән-ейәнсәрҙәренә яратҡан өләсәй ҙә, гөрләтеп донъя көткән, баҡса үҫтергән, мал тотҡан, ҡош-ҡорт аҫраған, тормоштан йәм табып, балаларына терәк-таяныс булып, эшенән ҡәнәғәт булып йәшәгән күркәм ҡатын да ул.

Илүзә Хәмиҙуллина, тәрбиәсе.

Буранғол ауылы.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: