Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт Культура
31 Октябрь 2023, 10:05

"Ашҡаҙар моңдары" конкурсынының еңеүселәре билдәләнде

Ейәнсуралар ҙа мәшһүр яҡташыбыҙ иҫтәлегенә арналған конкурстан ситтә ҡалманы һәм еңеү менән ҡайттылар.

"Ашҡаҙар моңдары" конкурсынының еңеүселәре билдәләнде
"Ашҡаҙар моңдары" конкурсынының еңеүселәре билдәләнде

30 октябрҙә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусы үҙешмәкәр йырсыларҙың II Республика конкурсының йомғаҡлау тамашаһы булып үтте.

Быйылғы конкурс Башҡортостандың халыҡ артисы, мәшһүр йыраусы Абдулла Солтановтың тыуыуына 95 йыл тулыуға арналды. Унда Рәсәй төбәктәренән килгән 21 бәйгесе ҡатнашты.

Ейәнсуралар ҙа мәшһүр яҡташыбыҙ иҫтәлегенә арналған конкурстан ситтә ҡалманы һәм еңеү менән ҡайттылар.

Ағурҙа ауылынан Динислам Юлдыбаев – беренсе, Иҫәнғолдан Вафа Мәүлитов икенсе урынды яуланы.

Ә Саҙалынан Рәфис Ишмөхәмәтов “Тамашасы һөйөүе”  призына лайыҡ булды.

Фото: https://ye102.ru/news/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2023-09-07/ash-a-ar-mo-dary-konkursyny-ii-tury-tte-3422948

 

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: