Әйтергә кәрәк Йылайыр ағинәйҙәре менән бергә “Байыҡ” телевизион бейеү конкурсында “Һандыҡ” бейеүе менән сығыш яһап Гран-при яулап ҡайтҡандар. Улар тамашасыларға үҙ ҡулдары менән тегелгән күлдәк, камзол, еләндәр, сигелгән таҫтарҙар, ҡушъяулыҡтар, маңлайсаларҙы, шулай уҡ милли биҙәүестәрҙе күрһәтеп тамашасыларҙы таң ҡалдырған.
Әүҙем кеше ҡайҙа ла әүҙем инде. Ейәнсураға килгәс тә төрлө мәҙәни сараларҙан ситтә ҡалмай. Башлыса район китапханаһында үткәрелгән сараларҙа ҡатнаша, “Сылтыр шишмә” шиғри түңәрәккә йөрөй, китапханасы Земфира Әбүбәкерова үткәргән “Ҡул эштәре китапханаһы” клубында ырғаҡ бәйләү серҙәрен өйрәнә. Үҙе лә теләүселәргә милли биҙәүестәр яһау буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрә. Бынан тыш Эльмира апай “Бәйләнештә” селтәренең “Хан ҡыҙы” һәм “Милли кейем биҙәктәре” төркөмдәре үткәргән биҙәүестәр эшләү һәм милли кейемдәр тегеү буйынса марафондарҙың да даими ҡатнашыусыһы.
Боронғо ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың кейемдәре тәнде һығып тормаған, оҙон еңле, иркен итәкле булған. Эльмира Йомағәле ҡыҙы бығаса үҙе төрлө һыҙмалар буйынса күлдәктәр теккән булһа ла, быйыл март айында марафон сиктәрендә башҡорт ҡатын ҡыҙҙарының көндәлек тормошта кейә торған күлдәген теккән. Үҙенең кәүҙә үлсәмдәренә тап килтереп, махсус һыҙмалар буйынса беселгән, тәбиғи бәз туҡыманан тегелгән күлдәк дүрт көн эсендә әҙер булған. Уны тегеү өсөн ике төрлө теген машинаһын ҡулланырға тура килгән, бәләкәйерәк деталдәрҙе тоташтырғанда ҡул машинаһы ярҙамға килһә, ҙурыраҡтары электр теген машинаһында тегелгән.
Оҫтаның коллекцияһында башҡорт ир-егеттәренең ыштаны һәм күлмәге лә бар. Улар ҙа тәбиғи материалдарҙан, һыҙмалар буйынса тегелгән. Эльмира Йомағәле ҡыҙының ситса йәки сатин тауар алып тағы ла берәр комплект тегергә уйы бар.
Эльмира апайҙың ҡул эштәре, үҙе теккән милли кейем һәм биҙәүестәре бик күп, хатта музей төҙөргә лә була. Ул әлеге көндә шул хыялын маҡсат итеп ҡуйған да инде. Был хыялды тормошҡа ашырыуҙа улы Илшат әсәһенең төп ярҙамсыһы. Өйҙәренә төкәтеп гараж төҙөй башлағас, ҡул эштәре менән булышыр өсөн айырым бүлмә булдырырға уйлағандар. Бөгөн был эш тамамланыу өҫтөндә. Оҫтабикәнең ниәте буйынса бында урындыҡ ултыртылған да инде, оҙаҡламай урҙа һәм һандыҡ та урын аласаҡ. Бүләккә бирелгәндәрҙән, һатылғандарҙан ҡалған милли биҙәүестәрҙе, кейем өлгөләрен матурлап урынлаштырып, урындыҡҡа үҙе һуҡҡан балаҫтар, буй юрғандар түшәләсәк, стеналарҙа кейемдәр урын алып, урҙаға таҫтарҙар, ҡушъяулыҡтар эленеп бөткәс Эльмира апайҙың эш урыны әҙер буласаҡ.
-Балаларыбыҙ халҡыбыҙҙың алыҫ үткәнен, тарихын өйрәнеп үҫергә тейеш. Ағинәй булараҡ йәмәғәт эштәрендә ҡатнашып балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәрен, мәктәп уҡыусыларын милли кейемебеҙ, биҙәүестәребеҙ, йолаларыбыҙ менән таныштырҙыҡ. Балаларға өйрәтер алдынан үҙебеҙ ныҡлап өйрәндек. Китаптар, музей экспонаттары буйынса милли кейем өлгөләрен тергеҙеп үҙебеҙ тегергә өйрәндек. Ейәнсурала ла ошо башланғысымды дауам итәм. Бәләкәй генә йорт музейы булдырырға теләгем дә шундай маҡсат менән башҡарыла. Өләсәй һәм ҡәрсәйҙәр булараҡ ысын башҡорт балаларын тәрбиәләү беҙҙең бурысыбыҙ булып тора, – ти Эльмира Йомағәле ҡыҙы.
Бер минут та тик ултырмаған Эльмира апай инсульт кисергән тормош иптәшен Йәүҙәт ағайҙы ла яҡшылап тәрбиәләргә, төрлө дауаланыу курстарына йөрөтөргә өлгөрә. Яратҡан ҡул эштәре менән кискеһен йә төндә булыша. Тегеү менән булған арала, арып китһә, ҡыҙҙар өсөн сәсүрместәр, сәсҡаптар ҙа эшләй ул. Уның тағы ла бер оҫталығы бар, ул – шиғырҙар ижад итеү. Хисле күңеленең кисерештәрен шиғыр итеп теркәп бара. Уның ижад емештәре төрлө конкурстарҙа ла урындар яулаған. Ә йәшерәк саҡта өлкән ағайҙарына эйәреп фото төшөрөү һәм фотографиялар сығартыу менән дә мауыҡҡан. Йәшлектәге “Зенит” фотоаппараты ла шәхси музейҙа урын алып, хужабикәһенең төрлө яҡлап оҫта икәнлеген күрһәтер әле.
Арабыҙҙа шундай оҫта, һәр нимәне сынъяһау итеп эшләп ҡуйыусы, бар яҡлап килгән, милләтем тип янып йөрөүсе ағинәйҙәребеҙ булыуы ғорурландыра ғына.
Зәлиә Байғусҡарова мәҡәләһе.