Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт Культура
21 Февраль , 20:22

Иң шәп өләсәйҙәр бәйгеһе

Өләсәй – шундай матур, тәрән мәғәнәле, яғымлы һүҙ. Шунда уҡ күңелде яҡты, йылы хәтирәләр биләп ала. Өләсәй тәрбиәһе, һабаҡтары, өгөт-нәсихәттәре... Барыһы ла шул тиклем фәһемле һәм кәрәкле. Ә мейестән яңы ғына бешеп сыҡҡан тәмле генә, йылы ғына икмәге ни тора! Уның тәмен бер ҡасан да онотоп та, татып та булмайҙыр инде ул. Өләсәйле саҡты ла ҡайтарып булмай.

Иң шәп өләсәйҙәр бәйгеһе
Иң шәп өләсәйҙәр бәйгеһе

Йылдар үтеү менән заман да үҙгәрә, етеҙ генә алға бара. Бөтә нимә буйынса ла алға киттек. Тик бер нимә генә бер ҡасан да үҙгәрмәйәсәк һәм юғалмаясаҡ. Ул – ғаилә ҡиммәттәре. Өләсәй абруйы ла юғары төшөнсә булып, һаҡланып килә. Күп өләсәйҙәр бер урында ултырмайҙар, заман менән бергә атлайҙар. 20 февралдә район мәҙәниәт йортонда үткән “Суперөләсәй” район конкурсы тап шундай әүҙем, бар яҡлап та шәп өләсәйҙәрҙе йыйҙы ла инде.
Бәйгелә барлығы 12 ҡатын-ҡыҙ ҡатнашты һәм улар дүрт этапта һынау тотто: үҙең менән таныштырыу, ижади конкурс, бейеү һәм дефиле. Ҡатнашыусыларҙы Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Вафа Мәүлитов етәкселегендәге абруйлы жюри баһаланы. Башҡа йылдарҙан айырмалы рәүештә, быйыл улар баһаларҙы тик ҡағыҙҙа ғына ҡуйманы, ә тамашасыларға ла күрһәтте.
Үҙҙәре менән таныштырыуға һәр өләсәй әүҙем тормошо, уңыштары, шөғөлдәрен сағылдырған фотоларҙан торған слайдтар әҙерләгән. Шулай уҡ һәр береһе ейәне йәки ейәнсәре менән аралашыуын, уға биргән тәрбиәһен дә сағылдыра алды.
Ижади номерҙар шул тиклем сағыу ине: шиғыр, йыр-моң, бейеү, хатта гимнастика! Улар үҙҙәрен бейеүҙә лә, дефилела ла юғары кимәлдә күрһәтә алдылар, һынатманылар. Әйтерһең дә, сәхнәлә күп тормош тәжрибәһенә эйә өләсәйҙәр түгел, ә йәш ҡыҙҙар!
Уйлап ҡараһаң, һәр өләсәй гран-приға лайыҡлы. Сөнки күп көндәр дауамында ныҡлы әҙерләнеп, дөйөм репетицияларға йөрөп, сәхнәгә сығып үҙеңде күрһәтеү – үҙе ҙур батырлыҡ. Шулай итеп, “Суперөләсәй” исеменә Үтәғол ауылынан Сәүиә Дәүләтбәкова лайыҡ булды! Зөлфиә Аҡсурина (Башҡорт Үргене) – “Иң һөйкөмлө өләсәй”, Лена Вәлитова (Сирғол) – “Иң һәләтле өләсәй”, Фәниә Тоҡомбәтова (Ҡужанаҡ) – “Иң ижади өләсәй”, Резида Тазиева (Күгәрсен) – “Иң элегантлы өләсәй”, Рафина Просвирина (Иҫәнғол) –“Иң заманса өләсәй”, Лилиә Теләүморатова (Өмбәт) – “Иң мөләйем өләсәй”, Миңзилә Ғилфанова (Кинйәбулат) – “Иң аҡыллы өләсәй”, Людиә Ишмөхәмәтова (Урта Мунаҡ) – “Иң шат күңелле өләсәй”, Көнһылыу Мозафарова (Трушин) – “Иң наҙлы өләсәй”, Клара Хәйбуллина (Иҫәнғол) – “Иң оҫта өләсәй”, Илгизә Йылҡыбаева (Абзан) “Иң дәртле өләсәй” номинацияларында билдәләнде. Барлыҡ ҡатнашыусылар сәскә гөлләмәләре һәм сертификаттар менән бүләкләнде.
Айнә ИМАНҒОЛОВА.
Автор фотоһы.

Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас: