Бөтә яңылыҡтар

Йәш таланттар республика бәйгеһендә еңеү яуланы

Өфө ҡалаһында үткән балаларҙың "Биҙәк" Республика фестивалендә ейәнсуралар ҙа уңышлы сығыш яһаны. 

Йәш таланттар республика бәйгеһендә еңеү яуланы
Йәш таланттар республика бәйгеһендә еңеү яуланы

 

Мәрйәм Бураҡаева исемендәге Башҡорт гимназия-интернатының 5-се класс уҡыусылары Данияр Аҙнабаев менән Арыҫлан Ҡыуандыҡов (етәкселәре Гөлназ Итбаева, Фәнүр Тоҡомбәтов, Зүлиә Яхина) "Халыҡ вокалы. Дуэт." номинацияһында 10-13 йәшлек ҡатнашыусылар категорияһында "Ҡолонсаҡ" йыры менән сығыш яһап I-се дәрәжәләге Диплом менән бүләкләнде.

Йәш таланттарға артабан да уңыштар теләйбеҙ! Афарин, егеттәр!

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: