Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан йырсы, гармунсы, оҫта актер ҙа булған Вафа Мәүлитов менән ҡорған йәнле әңгәмәлә мәҙәниәткә генә түгел, шәхси тормошона ла ҡағылып, уның күңел донъяһына күҙ йүгерттек.
– Вафа ағай, тәүге эш көнөгөҙ ҡайҙа һәм нисек үтте?
– Хеҙмәт юлым 1982 йылдың көҙөндә Яңыбай ауыл мәҙәниәт йортонда башланды. Сит ауыл бит инде, ҡурҡып ҡына барғайным. Әммә тиҙ генә өйрәнеп, рәхәтләнеп эшләп алдым да киттем.
–Ә ни өсөн нәҡ сәнғәт өлкәһен һайланығыҙ?
– Бала саҡтан йыр-моң яраттым. Пластинкалар тыңлай торғайным, ә инде өлкәндәр йырлағанын әйтеп тораһы ла түгел. Атайым йәш сағында йырлаған, олоғайғас иһә моңло, матур итеп Ҡөрьән аяттарын уҡый торғайны. Ауыл халҡы хәҙер ҙә һағына. Бәләкәй саҡта уҡ ҡурайҙа уйнарға өйрәндем. Әсәйемдең ағайы Ғәлиулла олатай Ишемйәров ҡурайсы ине, шул да этәргес булғандыр. Һуңынаныраҡ ҡурай янына гармун, ҡумыҙ өҫтәлде. Бала саҡта ҡумыҙ булмағас үҙем эшләп уйнап ҡараным.
–Башығыҙға һөнәрегеҙҙе үҙгәртеү уйы килгәне булдымы?
– Булды, хатта үҙгәрттем дә. Ҡыуандыҡта эш хаҡым әҙ булыу сәбәпле (ә ғаиләне ҡарарға кәрәк), мәҙәниәттән китеп, тимер юлы заводында эшләп алдым. Ләкин мине сәхнәлә сығыш яһарға даими рәүештә, хатта йыш саҡыралар ине. Шуға күрә бер көн етәксем саҡырып алды ла: “Былай булмай! Йырларға саҡыралар ҙа саҡыралар һине. Бынан китеп сәхнәлә генә йөрө лә ҡуй!” – тине. Шулай итеп, мин ҡабаттан сәнғәт донъяһына сумдым.
– Иң ҙур ҡаҙанышығыҙ һәм еңелеүегеҙ?
–90-сы йылдарҙа “Дуҫлыҡ моңо”халыҡ-ара фестивалендә Ейәнсура исеменән сығыш яһап, икенсе урын яуланым. Быны мин иң ҙур ҡаҙанышым тип иҫәпләйем. Һаман хәтеремдә – мине көтөү көтөп йөрөгән ерҙән Салауат Закиров ебәргән машина конкурсҡа алып киткәйне.Шулай уҡ Туймазыла үткән “Үҙем йырлайым, үҙем уйнайым” гармунсылар бәйгеһендә Гран-при алдым. Башҡорт менән татар халҡының уртаҡ “Иҫке ҡара урман” тип аталған һирәк йырланған йыры бар бит, шуны башҡарғайным. Тағы ла “Ирәндек моңдары”, “Ашҡаҙар моңо”, “Уралым” бәйгеләрендә урын алыуымды төп ҡаҙаныштарым, тип ғорурланып атай алам. Ә еңелеүгә килгәндә инде... Минең бер ҡасан да еңелгәнем юҡ, һәр ваҡыт призлы урындың ҡайһыныһын булһа ла алып ҡуям.
– Уңыштарығыҙҙың сере нимәлә? Илһам ташлап киткән, ҡулға эш бармаған саҡтар буламы?
–Күңел биреп, тырышып эшләүҙә. Уңышҡа юл шулай ярыла ла инде. Ә депрессияға, юҡ, бөтөнләй бирелгәнем юҡ. Күңелһеҙ булып китһә, йә гармун, йә ҡурай уйнайым. Насар уйҙар шунда уҡ ҡаса ла ҡуя. Ҡысҡыртып гармун уйнап алһам, хатта рәхәт булып китә (көлә). Ейәнсәрҙәрем Сафия менән Лилиәне гармунға йырлатып-бейетергә яратам, улар мине ҡанатландыра...
– Тормошоғоҙҙоң ҡайһы осоро ҡаҙаныштарға бай, һөҙөмтәле булды? Бөгөн ниндәй пландар менән янаһығыҙ?
– Егет сағым – шәп сағым бик һөҙөмтәле булды! Ҡәнәғәтмен! Ә пландарға килгәндә, Алла бирһә, алдағы йыл юбилей концерты ойошторорға тип ниәтләп йөрөйөм.
–Тормош девизығыҙ?
–“Алға!” Тап ошо һүҙ мине яңы үрҙәргә, еңеүҙәргә этәрә лә инде.
– Ниндәй хис-тойғоларҙы яңынан кисерергә теләр инегеҙ?
–Тәү тапҡыр атай, ҡартай булған булған көнөмдө бер ҡасан да онотмаясаҡмын. Шул ваҡытта кисергән тойғоларҙы хатта тағы ла бер нисә тапҡыр кисерер инем.
–Ҡулдан ысҡындырылған мөмкинлек?
– Мине күп ергә эшкә саҡырҙылар. Мәҫәлән, Нефтекама филармонияһына, йәғни профессиональ сәхнәгә. Мәләүез ҡалаһында етәксе вазифаһы ла тәҡдим иттеләр. Барманым, тыуған районымдың мәҙәниәт үҫтереүҙе һайланым. Үкенмәйем, бер нимә лә юҡҡа түгел.
–Тормошоғоҙҙа һеҙгә кем нығыраҡ йоғонто яһаны?
–Әлбиттә, яратҡан ғаиләм, һөйөклө тормош иптәшем. Улар мине ҡанатландыра, дәртләндерә, миңә көс бирә.
– Һеҙгә бирелгән иң иҫтәлекле бүләк?
–Бүләкте күп алдым. Дөйә лә бүләк, төймә лә, тигәндәй, береһен дә айырмайым. Барыһы ла иҫтәлекле һәм ҡәҙерле.
– Яратҡан музыкағыҙ?
–Моңло, матур көйҙәрҙе барыһын да үҙ итәм. Айырыуса башҡорт халыҡ йырҙарын ныҡ яратам.Башҡа халыҡтыҡын да тыңлайым.Иң мөһиме күңелгә ятышлы булһын.
– Яратҡан ашығыҙ?
– Башҡорт милли аштарын яратам, әлбиттә. Бишбармаҡ, ҡаҙы һәм башҡалар. Иң тәмле ризыҡтар ошолар инде!
–Үҙ иткән, бер нисә ҡабат ҡарап та туймаған фильмдарығыҙ ҙа барҙыр?
–Эйе. Бала саҡта ҡарап үҫкән, һуғыш тураһындағы совет осоро фильмдары бер ҡасан да ялҡытмаҫ.Уларҙы әле лә ҡарап алам.
– Ниндәй әҙәби жанрҙы, әҫәрҙе, яҙыусыны оҡшатаһығыҙ?
–Шиғырҙар уҡырға яратам. Шағирҙарҙан Рәми Ғарипов, Вәлит Илембәтов ижадын оҡшатам.
– Яратҡан шөғөлөгөҙ хаҡында һөйләп үтегеҙ әле.
–Йәй тыуғанғамылыр, шул тиклем ошо миҙгелде ныҡ яратам! Йылы ла, йәмле ләмиҙгелдә виноград үҫтерәү менән яратып шөғөлләнәм. Ғөмүмән, баҡса эше миңә бик оҡшай. Шулай уҡ йәйгеһен балыҡ ҡармаҡлау менән мауығам.
– Һеҙгә тормошоғоҙҙа нимә етмәй?
–Барыһы ла етә, Аллаға шөкөр. Йәшәргә өйөм, йоҡларға урыным, ашарға ризығым бар. Янымда тормош юлдашым, балаларым бар, иҫән-һау ғына булһындар. Һау булһаҡ, “Бисмилла” тип йәшәһәк, барыһы ла етә, Аллаға шөкөр! Илдәр генә тыныс булһын!
– Көндәлек тормошта һеҙҙе нимә һөйөндөрә, көйөндөрә?
–Уңышлы, матур көн һөйөндөрә, ә һуғыш көйөндөрә. Һуғыш тиҙерәк бөтһөн ине...
–Тормоштоң мәғәнәһе нимәлә?
–Минең күҙлектән кеше булып, матур тормошта йәшәү, халҡыңа хеҙмәт итеү, тирә-йүндәгеләрҙең күңелдәрен күтәреү кеүек изге төшөнсәләр барыһы бергә тормош мәғәнәһен аңлата ла инде.
– Кем ул иң бәхетле кеше?
–Һау, теүәл, шат кеше иң бәхетле кешелер ул.
– Яратҡан урынығыҙ? Мөмкинлек, форсат булһа, ҡайһы илдә йәшәр инегеҙ?
–Тыуған йортом, тыуған ерем, уйнап үҫкән ерем. Йортобоҙ әле лә бар, унда барып йөрөйбөҙ. Яратҡан ғына түгел, көс алыр урын ул минең өсөн. Ә сит илгә килгәндә, йәшәү түгел, хатта унда китмәҫ тә инем. Бер ҡасан да. Германияла хеҙмәт иттем, шул тиклем етеш йәшәйҙәр ине. Ләкин барыбер үҙебеҙҙең илгә етмәй. Тыуған еребеҙгә бер ни ҙә етмәй ул.
– Әле ниндәй шатлыҡтар кисерәһегеҙ?
–Һуңғы ваҡытта йырҙар ижад итә башланым, шуға бик шатланам. Быға тиклем дә ижад итә инем ул, ләкин хәҙер күберәк һәм йышыраҡ. Үткән йыл тыуған ауылымда “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы үткәрелеү уңайынан “Тыуған яғым данлап” исемле йыр яҙҙым. Яңыраҡ ҡына “Иҫәнғолом” исемле йырым да донъя күрҙе. Тағы ла “Ейәнсурам”, “Бәхет”, “Бесәнлектә”, “Кинйәбулат” йырҙарын ҙур ихласлыҡ менән башҡарам.
– Һеҙ Хоҙайға ышанаһығыҙмы?
– Ышанам! Дин юлында түгелмен, әммә доғаларҙы ихлас өйрәнәм һәм уҡыйым.
–Ниәттәрегеҙҙе тормошҡа ашыра алдым, тип уйлайһығыҙмы? Ниндәй маҡсаттар, хыялдар менән йәшәйһегеҙ?
–Уй-ниәттәрҙең яҡынса 70 проценты ғына тормошҡа ашҡандыр. Барыһы ла алдалыр, тип өмөтләнәм. Шул уҡ ваҡытта маҡсатым – хаҡлы ялға сыҡҡансы дәртләнеп эшләргә, гөрләп йәшәргә. Һаулыҡ ҡына булһын!
– Ҡыҙыҡлы, тәрән мәғәнәле әңгәмә өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт, Вафа Атаулла улы! Мәҙәниәт күгендә һеҙ ҡабыҙған йондоҙ тағы ла күп йылдар яҡтырһын, нуры һүнмәһен, киреһенсә, тик көсәйә генә барһын.
Айнә Иманғолова әңгәмәләште.
Мәғлүмәт өсөн
Вафа Атаулла улы Мәүлитов Башҡорт Бармағы ауылында ете балалы ғаиләлә кинйә бала булып үҫә. Ҡужанаҡ мәктәбен тамамлағас, Яңыбай мәҙәниәт йортонда художество етәксеһе булып эш башлай. Ситтән тороп Ырымбур мәҙәниәт училищеһын тамамлай. 1983-1985 йылдарҙа әрме сафтарында– ГДР-ҙа хеҙмәт итә. Яңыбай ауылы ҡыҙы Фәрзиә менән ғаилә ҡора. Унан Ҡыуандыҡ ҡала мәҙәниәт бүлегенең автоклубында мөдир булып эшләй. Шул осорҙа Ҡыуандыҡта башҡорт мәҙәниәтен күтәреүгә ҙур өлөш индерә. Сибай филармонияһында солист булып эшләгәнендә район мәҙәниәт бүлеге саҡырыуы буйынса, 2002 йылда Иҫәнғолға эшкә ҡайта. Иң башта “Ҡарасәй” халыҡ фольклор-этнографик, һуңынан ҡурайсылар, артабан “Сәсән” эстрада-вокал ансамблдәрен, вокал студияһын етәкләй.