Был конкурс мәктәп һәм мәктәпкәсә йәштәге балаларға эстетик тәрбиә биреү, яңы таланттарҙы асыҡлау, үҫеп килгән быуынды үҙешмәкәр ижадөлгөһөндә һәм уларҙа илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләү, республика тарихын һәм мәҙәниәтен художестволы саралар ярҙамында пропагандалау, йәш һәләттәргә ижади үҫештә ярҙам күрһәтеү маҡсатында уҙғарыла.Фестиваль 3 йәштән 8 йәшкә тиклем һәм 9 йәштән 15 йәшкә тиклем ике йәш категорияһында “Вокал” һәм “Инструменталь музыка” номинациялары буйынса үткәрелә.
Фестивалдең һайлап алыу туры 26-29 февралдә райондың ауыл биләмәләрендә үтте. Бөтәһе 510 бала 117 музыкаль номер тәҡдим итте. Шуларҙың 33-ө –18 коллектив һәм 15 яңғыҙ номер финал концертына үтте.
Һәр ҡатнашыусы бәйгегә етди әҙерләнгән булыуы, көслө сығышы, һәләте менән айырылып торҙо. Бигерәк тә Ҡужанаҡ ауылынан килеүсе Артур Тоҡомбәтовтың гитарала уйнап йырлауы күңелде яуланы. Ул лайыҡлы рәүештә бәйгенең Гран-приһына лайыҡ тип танылды.
“Яңғыҙ вокал” номинацияһында 3-8 йәшлек балалар араһында беренсе урынды Таңһылыу Хәбибуллина (Үрге Мәмбәтша) яулаһа, икенсе урынды Сафина Шәрипова (район мәҙәниәт йорто) һәм Эмилия Итбаева (“Аленушка” балалар баҡсаһы) бүлештеләр. Өсөнсө урынды Азалина Аҡсурина (Башҡорт Үргене) алды. 9-15 йәшлектәр араһында беренселекте Алтынай Тоҡомбәтова (Ҡужанаҡ) һәм Роман Ильяшевич (район мәҙәниәт йорто) яуланылар. Икенсе урынға Нургиз Ҡыуатов (Абзан) менән Азалия Ҡудашева (Арсен) сыҡты. Өсөнсө урынды Абдуллин исемендәге сәнғәт мәктәбе уҡыусылары Маргарита Демидова һәм Милена Мөлөкова бүлеште.
Бәләкәй вокал ансамблдәре араһында 3-8 йәшлектәрҙән Айназ Юлдашбаев һәм Ғайсар Ҡәҙербаев (“Ләйсән” балалар баҡсаһы) өсөнсө урын алдылар. 9-15 йәшлектәрҙән беренсе урынды “Гармония” вокал ансамбле (сәнғәт мәктәбе) яуланы. Икенсе урынға Айлана Хәсәнова менән Элина Ҡолмөхәмәтованың дуэты (Ф. Солтанов исемендәге мәктәп), Морат Байназаров, Есения Курухова, Ильяс Абдрахманов башҡарыуындағы трио (Иҫәнғолдоң беренсе мәктәбе) лайыҡ булды. “Ҡояшҡай” ҡыҙҙар вокал ансамбле (Байыш), “Мажорики” эстрада вокалы студияһы (район мәҙәниәт йорто), “Солнышко” вокал ансамбле (Казанка) өсөнсө урын алды.
Вокал ансамблдәре араһында 3-8 йәшлек балалар араһында икенсе урынды “Солнышко” вокал (“Тирмәкәй” балалар баҡсаһы), “Ләйсән” балалар баҡсаһының “Солнышко” вокал-инструменталь ансамблдәре яуланы. Өсөнсө урынды “Очаровашки” вокал ансамбле (“Ҡояшҡай” балалар баҡсаһы) алды. 9-15 йәшлектәр араһында беренсе урынды Иҫәнғолдоң икенсе мәктәбе 5-се А класы хоры яуланы. Мәрйәм Бураҡаева исемендәге Иҫәнғол башҡорт гимназия-интернатының “Шайморатовсылар” вокал ансамбленең өлкән төркөмө – икенсе, “Умырзая” вокал ансамбле өсөнсө урынға лайыҡ булды.
“Инструменталь музыка” номинацияһында яңғыҙ башҡарыусы 9-15 йәшлек балалар араһында Алтынай Күсәрбаева (сәнғәт мәктәбе) беренсе урын яуланы. Кескәй ҡатнашыусыларҙан торған коллективтар араһында беренсе урынды “Серле ҡумыҙ” ҡумыҙсылар ансамбле (Балаларға өҫтәмә белем биреү үҙәге) яуланы. Икенсе урынға “Солнышко” инструменталь ансамбле (“Ҡояшҡай” балалар баҡсаһы) лайыҡ булды. 9-15 йәшлектәрҙән торған ансамблдәрҙән думбырасылар ансамбле (сәнғәт мәктәбе) беренсе урын яуланы. Икенсе урынға Сәғит ауылынан килеүсе ағас ҡалаҡ ярҙамында көй тыуҙырыусы ҡыҙҙар лайыҡ булды. Иң үҙенсәлекле, сағыу сығыштарҙың береһе булды ул. Ҡыҙҙарға һәм уларҙың етәксеһе Әлфирә Йылҡыбаеваға тик “Афарин!” тип кенә әйтергә ҡала. Шулай уҡ Айҙар Әминев менән Марат Хөсәйеновтың дуэты (сәнғәт мәктәбе) икенсе урынға лайыҡ тип танылды.
Шулай уҡ Александра Рычина (Яңы Петровка) – “Ижади илһам”, Алтынай Хәйбуллина (Үрге Муйнаҡ) – “Образды иң яҡшы асыу өсөн”, Айгизәр Ҡунаҡбаев (Иҙәш) “Өмөт” номинацияларында билдәләнде.
Шулай итеп, XXV “Көлһылыуҙа ҡунаҡта” балалар үҙешмәкәр ижады район фестивале тарихта ҡалды. Моңло, һәләтле балаларҙың күңелендә был сара тәрән эҙ, яҡты хәтирә булып ҡалыр, моғайын.
Айнә Иманғолова.
Автор фотоһы.