Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт Культура
19 Апрель , 10:05

Халҡыбыҙҙың бөйөк биҙәге

Милли кейем... Ябай ғына һүҙ кеүек. Ә уның асылында күпме тарих, күпме мәғәнә ята. Халҡыбыҙҙың күҙ яуын алып торған кейемен күпме ҡараһаң да, туйып булмаҫлыҡ кеүек.

Халҡыбыҙҙың бөйөк биҙәге
Халҡыбыҙҙың бөйөк биҙәге

Арабыҙҙа сәхнә кейемдәрендә сығыш яһау, фотоға төшөү менән генә сикләнмәй, үҙебеҙҙең ерлеккә генә хас булған боронғол кейемдәрҙе һәм биҙәүестәрҙе өйрәнеүселәр булыуы һөйөндөрә. Мәҫәлән, ҡомартҡыларға ҡарап, Юнайҙан Клара Урманбәтова – күлдәк, Өмбәттән Гөлфирә Хәмиҙуллина, Иҫәнғолдан Гөлзиә Татлыбаева, Яңы Павловканан Эльмира Рәмова, Ибрайҙан Гөлнур Иҫәнсурина милли биҙәүестәрҙе тергеҙә.

Мәҙәни ойоштороусы, шул уҡ ваҡытта башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләгән Гөлнур Иҫәнсуринаның милли биҙәүестәр менән ҡыҙыҡһыныуы мәҙәниәт өлкәһенә эшкә килгәс башлана. Бер шулай ансамбль менән сығыш яһағанда, уларға: “Һеҙҙең һаҡал стилләштерелгән, халыҡсан түгел,” тиҙәр.

Ошон ваҡиғанан һуң ул эҙләнә башлай. Республика Милли музейына мөрәжәғәт иткәс, уға Үҫәргән ырыуы һаҡалы таҡҡан ҡатын-ҡыҙҙың фотоһын ебәрәләр. Гөлнур Сабирйән ҡыҙы бер нисә ай дауамында тап шундай һаҡалды эшләп тә ҡуя. Әйткәндәй, ул был эше менән “Тамға” халыҡ-ара конкурсында ҡатнашып, сертификатҡа лайыҡ була.

– Был эште атҡарып сығыу еңелдән булманы. Айырыуса мтериал табыуы. Әммә эшемдән бик ҡәнәғәт ҡалдым. Үҫәргәндәрҙең һаҡалы башҡа ырыуҙарҙыҡынан оҙонса һәм тар булыуы менән айырылып тора. Аҫтында суғы булыуы минең өсөн бер асыш булды, быға тиклем күргәнем юҡ ине. Ғөмүмән, һаҡал күҙ тейеүҙән, яманлыҡтан һаҡлай бит. Ә суғы иһә алдан насарлыҡты һепереп, хужаһын таҙа ерҙән генә йөрөтөүҙе аңлата икән, – ти Гөлнур Иҫәнсурина.

Айнә Иманғолова.

Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас: