Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт Культура
26 Апрель , 18:35

"Минең өсөн сәхнә - ҙур һынау"

Райондашыбыҙ, Саҙалы ауылында тыуып-үҫеп, әлеге көндә эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән Нәжип Рәмил улы Юлдашбаевты беҙ “Ҡышҡы йәйғор” башҡорт төркөмө лидеры булараҡ та беләбеҙ. Уның башҡарыуындағы “Тәүге сәскәләр”, “Әсә көтә улын”, “Онота алмам”, “Әсәй”, “Күршелә туй” һәм башҡа йырҙар бик күптәрҙең йөрәгенә үтеп ингәндер. “Ҡош юлы”, “Аманат дуҫтарын йыя” фестивалдәренә нигеҙ һалыусыларҙың береһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Нәжип Рәмил улы менән әңгәмәне беҙҙең "ЕЙӘНСУРА ТАҢДАРЫ" гәзитендә һәм сайтта уҡырһығыҙ. 

"Минең өсөн сәхнә - ҙур һынау"
"Минең өсөн сәхнә - ҙур һынау"

– Нәжип Рәмил улы, йыр-моңға талантлыларға бала саҡта уҡ "әртис" ҡушаматы тағыла. Һеҙҙең артист булып китеү нисегерәк булды?

– Һорауҙы мин ҡабул итеп еткермәйем, сөнки мин үҙемде әртис булып киттем тип әйтә алмайым һәм ундай маҡсатым да булманы. Минең өсөн сәхнә ҙур һынау...

– Күптәр һеҙҙең һәүәҫкәр композитор булараҡ яҡшы белә. Тәүге йырығыҙ ҡасан яҙылды, йыр ижад итеүгә нимә мәжбүр итте?

– Беҙ үҙебеҙҙе яңы төркөмдәр, башҡорт йырҙарында рок-музыка кеүек яңы йүнәлеш тыуған 90-сы йылдарҙа барлыҡҡа килдек тип һанайым. Шул ваҡытта бик көслө һәм рухлы музыканттар һәм төркөмдәр килеп сыҡты. Һәм мин, шул йүнәлешкә юл һалыусылар тип “Аманат” төркөмөн, уның етәксеһе Алмаз Ғафаровты һанайым, ә һуңғараҡ инде “Дәрүиш”, “Карауанһарай”, “Рух” төркөмдәре барлыҡҡа килде. Шулар ыңғайына беҙ ҙә “Ҡышҡы йәйғор” исемле төркөм булдырҙыҡ. Ойоштороусы булып һәр ваҡыттағыса Азамат абзый торҙо. Үҙаллы төркөм булғас, сит кешенең йырҙарын йырламай,  Рәжәп абзый менән үҙебеҙҙекен ижад итергә булдыҡ.

– Әйтегеҙ әле, йыр яҙыу еңелме?

– Йыр яҙыу өсөн, нисек кенә баналь булмаһын, тәү сиратта илһам, ә унан һуң ғына инде тема кәрәк. Ә бөгөнгө көндә ҡыҙыҡлы тема юҡ әлегә.

– Гитарала уйнарға ҡасан өйрәндегеҙ?

– Армияға барыр алдынан Самаҙы ауылына ҡунаҡҡа барырға тура килде, шунда ике туған Наил абзыйымдың “Ейәнсура” төркөмө бар ине. Уларҙың үҙҙәренең йырҙары ла юҡ, егеттәр “Машина времени” төркөмөнөң, Виктор Цойҙың йырҙарын башҡаралар. Һәм улар шул тиклем үҙәгемә үтеп ингән бер башҡортса йыр башҡарҙылар, Гөлфиә Юнысованың һүҙҙәренә яҙылған “Ялан сәскәләре” йыры ине. Ул йырҙы һаман да яратам. Уларҙың сығышын күргәс, үҙемә, армияла мотлаҡ гитарала уйнарға өйрәнәм, тигән маҡсат ҡуйҙым һәм уға ирештем.

– Һеҙҙе береһе йырларға өйрәттеме?

– Юҡ! Мин бик һирәк кенә нота белмәгән атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Белеүегеҙсә, мин Саҙалы ауылынан. Был ауылда кешеләр йырлай-бейей белеп тыуалар. Йырлау ғына түгел, гармун уйнамаған кеше һирәк ине.

– Рәсәй һәм башҡорт эстрадаһында һеҙ оҡшатҡан йырсылар бармы?

– Беҙ инде йәш саҡта, әлбиттә, Виктор Цойҙың, “Воскресенье”, “Машина времени” төркөмдәре йырҙарын тыңлап үҫтек. 90-сы йылғы төркөмдәр бөтәһе лә оҡшай, һәр беребеҙҙең йырҙарын әле лә яттан беләбеҙ. Хәҙерге йырсылар араһында оҡшағандары юҡ. Ләкин үҙ көстәре менән күтәрелеп, беҙҙең халыҡты данлап йөрөгән Радик Юлъяҡшинды, бер хиты булмаһа ла Зәйнетдинды әйтеп үтмәй булмай. Шәп егеттәр!

– Бөгөнгө башҡорт эстрадаһында нимә етмәй? Әллә бөтәһе лә яҡшымы?

– Бер нимә лә етмәй. Был яуапты дауам итмәҫкә лә булыр ине... Беренсенән, йырҙар етмәй. Әгәр ҙә нота белмәгән минең йырҙарымды кем генә йырламай икән, был ҙур проблема. Эшең менән икмәгең йырлау икән, яҙырға кәрәктер тип уйлайым. Икенсенән, беҙҙең халыҡтың йырсыларға ҡарата мөнәсәбәте етмәй, ихтирам һәм ярҙам. Татарҙар үҙҙәренең йырсыларын күтәреп кенә йөрөтмәйҙәр! Ҡатыраҡ та әйтәмдер, бәлки...

– Ижад менән эшҡыуарлыҡты бергә алып барыу ҡыйын түгелме?

– Ижад ул миңә хобби, ә эшҡыуарлыҡ – йәшәү рәүеше. Ләкин мин эшҡыуарлыҡҡа ла ижади күҙлектән ҡарайым һәм быны күреүселәр аңлайҙыр. Минең өсөн табыш икенсе урында.

– Ҡыҙылташ яланында йыл да ойошторолған “Ҡош юлы” рок фестиваленә нигеҙ һалыусыларҙың береһе булаһығыҙ. Ниндәй маҡсат менән  башлағайнығыҙ?

– “Ҡош юлы” фестиваленең идеяһы 13 йыл элек килеп сыҡҡайны. Ауылда, әсәйгә ҡайтҡанда һәр ваҡыт гитара йә гармун алып ҡайтабыҙ. Бер ваҡыт гитарала уйнап ултырғанымды видеоға яҙҙырттыҡ та интернет селтәренә һалдыҡ. Һәм, бармы икән тағы гитарала уйнаған йәштәр, тигән һорау тыуҙы. Шулай итеп гитарала уйнап башҡорт телендә йырлауҙы пропагандалау йәһәтенән сара ойошторорға булдыҡ. Материал яҡты мин үҙ өҫтөмә алдым, ә ойоштороу һәр ваҡыттағыса Азамат абзыйға.

Биш йыл үткәргәндән һуң беҙ фестивалде башҡа райондар буйлап ебәргән инек, өс йыл элек беҙҙең райондың йәш башлығы кире ҡайтарып алды. Йыл һайын район хакимиәте меннә берлектә ойошторабыҙ. Уларға рәхмәт. Киләсәктә “Ҡош юлы”н халыҡ-ара фестиваль итеп яһау ниәтебеҙ.

– Ижад кешеһе булараҡ, киләсәккә ниндәй пландар менән янаһығыҙ?

– Беҙ хәҙер ижади пландар менән эшҡыуарлыҡты бер ҡалыпҡа һалыу өҫтөндә эшләйбеҙ. Йыл һайын ойошторолған “Ҡош юлы”, “Аманат дуҫтарын йыя”, Рөстәм Ғиззәтуллиндың “Күстәнәс”ен дауам итеп, уларҙы туризм менән бәйләргә ине. Тик тыныслыҡ ҡына булһын илебеҙҙә һәм донъяла!

– Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт. Илһам килеп торһон, ижади уңыштар һеҙгә.

 Айгөл Ҡылысбаева әңгәмәләште.

 

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: