Бөтә яңылыҡтар

Таҡмағыңды һин әйт әле, Һеңдергәнсә әйт әле...

Ейәнсура районының бренд саралары бәйгеһе сиктәрендә Муйнаҡ ауыл биләмәһе "Таҡмаҡ-батл" сараһын ойошторҙо.  Халыҡ ижадының күркәм бер жанры булған таҡмаҡты үҙ итеүселәр күп. Бөгөн улар Үрге Муйнаҡҡа Ейәнсураның төрлө ауылдарынан ғына түгел, күрше райондарҙан, хатта Ырымбур өлкәһенән дә килделәр.

Сара кәсепселәрҙең, оҫта ҡулдарҙың күргәҙмәһе менән танышыуҙан башланды. Бында Йылайыр районы оҫталарының ҡул эштәре айырыуса һоҡландырҙы! 

Барыһын да район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов менән Муйнаҡ ауыл биләмәһе башлығы Даян Атнағолов сәләмләгәс, бәйгеселәр сәхнәгә күтәрелде. Һәр сығыш үҙенсәлекле булыуы менән айырылып торҙо. Таҡмаҡтарҙы яңғыҙ ҙа, парлашып та, күмәкләп тә әйттеләр. Ә барлыҡ сығыштарҙы мәртәбәле жюри - Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Вафа Мәүлетов ("Үҫәргән егеттәре" халыҡ ансамбле етәксеһе), Нәзирә Кәримова (район ветерандар советы рәйесе), Нурия Ҡунысбаева (район ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе), Әминә Әбсәләмова (район китапханалар селтәре директоры), Юлай Арыҫланбаев ("Ете таж" ҡурайсылар ансамбле етәксеһе) баһаланы. Ә урындар түбәндәгесә бүленде:

«Күмәк башҡарыу» номинацияһы
1 урын – «Һүрәм» халыҡ фольклор ансамбле, Ибрай ауылы;
2 урын –  «Йәнбикә» коллективы, Ырымбур өлкәһе;
3 урын – «Ағинәйҙәр» ойошмаһы, Баймаҡ районы, Ишмөхәмәт ауылы һәм «Ағинәйҙәр» ойошмаһы Үтәғол ауылы.

«Яңғыҙ башҡарыу» номинацияһы
1 урын – Фируза Юлдашбаева, Саҙалы;
2 урын - Юлай Аҡсурин, Башҡорт Үргене;
3 урын – Рәмилә Теләүкәева, Йылайыр районы.

«Парлы башҡарыу» номинацияһы
1 урын – «Һомай» ансамбле, Иҫәнғол;
2 урын – «Сәйлән» ансамбле, Бикбау

«Башҡарыу оҫталығы» номинацияһы
1 урын - «Ағинәйҙәр», Иҙәш ауылы;
2 урын – Күгәрсен районы Йомағужа ауылы ансамбле;
3 урын – Гүзәл Өмөтбаева һәм Светлана Юлсанова, Бикбау биләмәһе.


«Иң йәш башҡарыусы» номинацияһы - Алина Искәнйәрова, Өмбәт ауылы.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: