Бөтә яңылыҡтар

Мәҙәниәт - халыҡ күңеле көҙгөһө

Республика - ҙур саралар үҙәге

Мәҙәниәт - халыҡ күңеле көҙгөһө
Мәҙәниәт - халыҡ күңеле көҙгөһө
Радий Хәбиров, Республика Башлығы: “2023 йылда мәҙәниәтте үҫтереүгә 14 млрд һум аҡса бүленгән, был, 2022 йыл менән сағыштырғанда, 12,3 процентҡа күберәк. Был һандар ҡыуандыра, әлбиттә. Артабан да финанслау күләмен арттырыу – беҙҙең бурысыбыҙ”.

 Республика етәкселеге Башҡортостанда мәҙәниәт үҫешенә һәр яҡлап булышлыҡ итә. Әгәр уҙған биш йылға күҙ һалһаҡ, Республикала мәҙәниәтте үҫтереү йәһәтенән ҙур эштәр башҡарылған.

 Башҡортостанда үткән ҙур сараларға ғына туҡталайыҡ:

2021 йылдың июлендә республикала VI Бөтә донъя CIOFF® фольклориадаһы үтте. Унда 37 илдән ижади коллективтар, йәғни меңдән артыҡ кеше ҡатнашты. Башҡортостанға 60 меңдән артыҡ турист килде. ЮНЕСКО вәкилдәре һәм эксперттар фекеренсә, был фестиваль үткәрелеү тарихында иң яҡшыһы тип танылған.

2023 йылдың июнендә Рәсәй Федерацияһы һәм Беларусь Республикаһы төбәктәренең Х форумы сиктәрендә “Евразия йөрәгендә славян баҙары” гала-концерты үтте. 27 июндә “Ватан” Өфө амфитеатрында Рәсәй һәм Беларусь коллективтары ҡатнашлығында “Дуҫлыҡ хороводы” булды. Сарала Башҡортостандың 54 районы һәм 9 ҡалаһы вәкилдәре ҡатнашты. Уларға Беларусь төбәктәренән Форумда ҡатнашыусылар – Брестск, Витебск, Гомельск, Минск, Могилевск өлкәләре, Минск ҡалаһы һәм Рәсәйҙең Иркутск, Ульяновск өлкәләре, Саха (Якутия) Республикаһынан килгән ҡунаҡтар ҙа ҡушылды. Хороводта ҡатнашыусыларҙың һаны 2834-кә тиклем барып етте. Был сара “Донъяла милли кейемдәрҙә үткән иң ҙур хоровод” тип танылды. Шулай уҡ “Дуҫлыҡ урамы” милли мәҙәниәттәр Фестивале булып үтте.

2023 йылдың сентябрендә Өфөлә “Әйҙә уйнайыҡ” Беренсе бөтә Рәсәй уйындар фестивале булды. Унда 140 Рәсәй уйындары һәм уйынсыҡтарын етештереүсе, 250 мең кеше ҡатнашты. Ошо йылдың сентябрендә “Әйҙә уйнайыҡ” фестивален икенсе тапҡыр үткәрергә ниәтләйҙәр.

2023 йылдың майында Өфөлә тәүге тапҡыр “Китап-байрам” Халыҡ-ара китап йәрминкәһе үткәрелде. Унда алты сит ил һәм Рәсәйҙең 16 төбәгенән вәкилдәр ҡатнашты.

Халыҡ-ара китап йәрминкәһе икенсе тапҡыр ошо йылдың 24-26 майында үтте һәм унда алты сит ил, Рәсәйҙең 18 төбәгенән вәкилдәр ҡатнашты. 233 нәшриәт һәм китап һатыусы ойошма үҙ тауарын тәҡдим итте. Яҙыусылар менән 50 осрашыу, 130 мастер-класс үтте. Йәрминкәгә барлығы 173,6 мең кеше килгән. Был сараның эш программаһы сиктәрендә Рәсәй яҙыусылары Союзының тәүге тапҡыр “Халыҡтар дуҫлығы – әҙәбиәттәр дуҫлығы” тип аталған пленумы уҙҙы. Шулай уҡ Башҡортостан Яҙыусылар Союзының 90 йыллығын билдәләү сиктәрендә милли нәшриәттәр менән түңәрәк өҫтәл ойошторолдо.

Республикала бөтәһе 1982 мәҙәни-ял учреждениелары эшләй. Шуларҙың әлегә 467-һе капиталь ремонт талап итә. 2019 йылдан 2024 йылға тиклем республикала барлығы:

– Һигеҙ мәҙәниәт йорто төҙөлгән;

– Өс мәҙәни ял учреждениеһы реконструкцияланған, 51-ендә капиталь ремонт эшләнгән;

– Ете балалар сәнғәт мәктәбе, биш музей, дүрт китапхана, бер балалар филармонияһы капиталь ремонт һәм реконструкция кисергән;

– Ун дәүләт учреждениеһы капиталь ремонтланған;

– Башҡорт Дәүләт ҡурсаҡ театры бинаһына реконструкция эшләнгән, шулай уҡ бина ҙурайтылған.

“Кесе Ватан мәҙәниәте” проекты сиктәрендә 205 мәҙәни ял учреждениеһының һәм һигеҙ театрҙың матди-техник базаһы нығытылған. Бының өсөн федераль бюджеттан 482,3 млн һум аҡса бүленгән.

Бөгөн 114 балалар сәнғәт мәктәбе, һигеҙ мәҙәниәт колледжы инструменттар һәм заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Ун автоклуб алынған.

2023 йылдан Башҡортостандың муниципаль райондары һәм ҡала округтары бренд сараларына дәүләт ярҙамы күрһәтелә башланы. Йыллыҡ субсидияның дөйөм суммаһы 31,5 миллион һум тәшкил итә.

2022-2023 йылдарҙа гастролдәр ойоштороу маҡсатында тәүге тапҡыр лизингҡа бер юлы 94 транспорт берәмеге һатып алынды.

2022 йылда Өфөнөң Совет майҙанында легендар комдив, Рәсәй Геройы Миңлеғәли Шайморатовҡа һәйкәл асылды. Шулай уҡ 2019 йылда Ш. Бабич, Ғ. Туҡайға, 2020 йылда “Фронтҡа китеүсе яҡташтарға” һәйкәлдәре, 2022 йылда “Хеҙмәт ҡаһармандығы һәм дан ҡалаһы” стелаһы барлыҡҡа килде. 2024 йылда Өфөнөң Еңеү паркында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы Ғәзий Заһитовҡа (Мишкә районынан) һәйкәл асылды.

2021 йылдан алып “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” программаһы эшләп килә. Уның сиктәрендә эшкә ҡайтҡан мәҙәниәт белгестәре 500 мең аҡса алды, 2023 йылдан уның күләме миллион һумға барып етте.

2020 йылда РФ төбәктәрендә ете башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәктәре асылды. 2023 йылдың 15 декабренән “Урал һәм Себер башҡорттары”төбәк-ара проекты тормошҡа ашырыла. Ул РФ төбәктәрендә башҡорт телен популярлаштырыу һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән.

Ижади коллективтар – федераль майҙансыҡта

“Өс таған” (2021), “Беренсе республика” (2019), “Буран” (2020), “Йыл ғаиләһе” (2021), “Шағир көндәлеге” (2022), “Төньяҡ амурҙары” (2023) һәм башҡа фильмдар донъя күрҙе.

Дүртөйлө районы Әсән ауыл моделле китапханаһы “Библионочь – 2021” бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә Халыҡ-ара космос станцияһы экипажы космонавтары менән телемоста ҡатнашты.

Башҡорт халҡының милли музыка ҡоралы – ҡурай интеллектуаль милек буйынса Дәүләт хеҙмәтендә республиканың территориаль бренды булараҡ теркәлде.

2020 йылда “Башҡортостан Республикаһында матди булмаған мираҫ тураһында” Башҡортостан Республикаһы законы ҡабул ителде.

Һабантуй – халыҡ байрамы

Башҡортостан халыҡ-ара сараларҙың ойоштороусыһы һәм ҡатнашыусыһы булып тора. Яҡташтар һорауы буйынса, 2023 йылда Үзбәкстанда һәм тағы ла Рәсәйҙең 19 төбәгендә Һабантуй байрамдары үтте. 2020 йылда тәүге тапҡыр Австрия, Швейцария, шулай уҡ Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә Һабантуйҙар булды. Республикабыҙҙың мәҙәниәт өлкәһендә эшләүселәр күп халыҡ-ара сараларҙа ҡатнашты, шулай уҡ үҙебеҙҙә үткән ҙур сараларға төрлө илдәрҙән ҡунаҡтар ҡабул итте.

 

Кисә район мәҙәниәт йортонда ҙур һәм һөйөнөслө ваҡиға булды. “Кесе Ватан мәҙәниәте” федераль проекты сиктәрендә сәхнәгә ҙур, заманса экран алынды һәм ҡуйылды. Тимәк, тиҙҙән тамаша ҡарауы тағы ла кинәнесле буласаҡ.
Дәмин Марат улы Юланов, район хакимиәте башлығы: – Мәҙәниәт өлкәһе – социаль өлкәнең мөһим өлөшө булараҡ, етди иғтибар талап итә. Мин районда был йәһәттән ҙур эштәр башҡарыла тип ғорурлыҡ менән әйтә алам. Үткән 2023 йылға ғына күҙ һалһаҡ, мәҙәниәт өлкән үҫтереүгә йүнәлтелгән нисәмә проект һәм программала ҡатнашып, матди-техник базаны нығытып, халыҡтың ялын ойоштороу өсөн уңайлы шарттар булдыра алдыҡ. Район мәҙәниәт йортонда асылған “Патриот” кинозалын ғына алайыҡ. Район халҡы хәҙер киң экранға сыҡҡан премьераларҙы ҡаланыҡылыр менән бер рәттән, прокатҡа сыҡҡас та ҡарау мөмкинлегенә эйә. Әйткәндәй, район мәҙәниәт йортона хәҙер сәләмәтлек һәм физик мөмкинлектәре сикләнгәндәр ҙә ҡаршылыҡтарһыҙ йөрөй ала. Уларға уңайлы шарттар тыуҙырыу өсөн капиталь ремонтҡа 870 мең һум йүнәлтелде. Муйнаҡ ауыл мәҙәниәт йортонда “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә, шулай уҡ Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы ярҙамында ҙур ремонт үтте. 2,6 млн һумға тамашасылар залы тулыһынса яңыртылды, ултырғыстар алмаштырылды, сәхнәгә шаршауҙар алынды. Халыҡ бындай үҙгәрештәрҙе күрә, баһалай. Шуға ла төрлө программаларҙа әүҙем ҡатнаша. Мәҫәлән, Сирғол, Назар ауылдарында – Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы ярҙамында, Күгәрсендә бюджет иҫәбенә ремонт эшләнде. “Реаль эштәр” проекты буйынса ауыл мәҙәниәт йорттары өсөн 12 комплект музыка ҡоролмаһы, район мәҙәниәт йорто коллективтары һәм солистары өсөн сәхнә кейемдәре алынды. Беҙҙең мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм үҙешмәкәрҙәр Санкт-Петербург, Ырымбур өлкәһе һабантуйҙарында, Инвестһабантуйҙа, “Башҡорт аты” һ.б шундай сараларҙа район һәм республика данын лайыҡлы яҡлай. Быйыл да республика беҙгә яуаплы эште – Мәскәү ҡалаһындағы һабантуйҙа Башҡортостан исеменән сығыш яһауҙы ышанып тапшырҙы. Был юлы ла һынатмаҫбыҙ тигән ышаныстамын.
Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: