Ошо борондан бөгөнгәсә килеп еткән матур шөғөлдө һаҡлап ҡалған, уның менән үҙе генә шөғөлләнмәй, башҡаларға ла өйрәткән оҫтабикәләр һәр ауылда тиерлек бар. Ә бына уларҙың иң-иңе, моғайын, Малиновка ауылында йәшәгән Әлфиә Ҡорбановалыр. Ул был шөғөлдө башҡаларға ла “йоҡтора” алған. Хәҙер Малиновка, ысын мәғәнәһендә, Ейәнсураның – ҡорама үҙәге.
Тимәк, районда бренд саралары бәйгеһе иғлан ителгәс тә, Әбүләйес биләмәһе үҙенең бренды итеп ҡораманы алыуы бер ҙә осраҡлы түгел. Малиновканың ағинәйҙәре лә, “Росинка” рус фольклор ансамбле лә ошо шөғөлдө үҙ итә. Һәм бына, әбүләйестәр, төрлө тарафтан оҫтабикәләрҙе 1 июлдә “Халҡым ҡото – ҡорама” бренд сараһына йыйҙы.
Ҡорама байрамына ейәнсураларҙан тыш, Йылайыр һәм Күгәрсен районынан оҫтабикәләр килгәйне. Ауыл мәҙәниәт йорто алдындағы майҙанда ойошторолған күргәҙмәлә һәр ҡайһыһы үҙ эшен тәҡдим итте.
Байрамға килеүселәрҙе Әбүләйес ауыл биләмәһе башлығы Хөрмәт Ҡотошов, район мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Гөлнур Хәсәнова сәләмләне һәр бөтәһенә лә уңыштар теләне.
Ҡорама ҡорау крәҫтиәндәрҙә юҡсыллыҡ осронда киң таралған. Ҡыҫҡарған кейемдәрҙе оҙонайтыу, кейергә эш кинмәгәндәренең киҫәктәрен ялғап, юрғандар һәм көнкүрештә кәрәк башҡа кәрәк-яраҡты ҡорау, моғайын, ауыр заманда көнкүрештә бик кәрәк бер сара булғандыр. Замана үҙгәрә бара был шөғөл оҫта ҡуллы, матурлыҡ яратҡан гүзәл заттың күңел талабына – яратҡан шөғөлөнә әйләнгән. Күптән инде ҡораманы “өҙөктө ялғар өсөн” ҡорамайҙар, ә матур-матур сәнғәт әҫәрҙәре тыуҙыралар. Һәм бына, “Халҡым ҡото – ҡорама” сараһындағы күргәҙмәлә лә ана шундай гүзәллектән күҙҙәр ҡамашты.
Әбүләйес биләмәһенән – Әлфиә Ҡорбанова, Кәримә Имелбаев, Рита Бикбаева, Зөлфиә Иҙрисова, Гзәл Мусина, Светлана Кайдалова, Һаҡмарҙан – Ирина Безрукова, Руфина Мәзитова, Муйнаҡтан – Гөлфирә Хәмиҙуллина, Гөлнара Ғафарова, Үтәғолдан – Фәүзиә Йосопова, Зилә Дәүләтбәкова, Фируза Өмөтбаева һәм Иҫәнғолдан Миңлегөл Хәбибуллина күргәҙмәлә үҙ эштәрен күрһәтте. Светлана Кайдалованың ҡоралған картаһы, Әлфиә Ҡорбанованың паннолары барыһын да һоҡландырҙы. Күкрәксә, хәйергә таратылған салфеткаларҙан тегелгән ашъяулыҡ, алъяпҡыс, диван туҡымаларынан ҡоралған ябыуҙар, сабыйҙарға әҙерләнгән яҫтыҡ-юрған һ.б. кәрәк-яраҡ. Күпселекте тәшкил иткән ҡоралған арҡыры һәм буй юрғандарҙы ғына алһаҡ та, һәр ҡайһыһы сағыулығы, төҫтәрҙең төрлөлөгө, ҡорамаларҙың формалары менән айырылып торҙо. Бигерәк тә Йылайыр районы Байғужа ауылынан килгән Мәүрә Бикбованың ҡул эштәре төрлөлөгө менән хайран итте. Күгәрсен районының Мораҡ, Исем, Мәҡсүт ауылдарынан килгән ағинәйҙәр иһә ҡорама ҡорауҙа яңы ысулдар ҡулланыуҙары хаҡында һөйләп, оҫталыҡ дәресенә килергә саҡырҙы.
Сара йыр-моңға үрелеп барҙы. Тематик сығыштар һоҡландырҙы. Мәҫәлән, Әбүләйес килендәре “Ҡорама” бейеүен башҡарһа, Малиновка ауыл мәҙәниәт йорто янында эшләп килгән “Росинка” ансамбле ҡоралған кейемдәрҙе күрһәтте. Рус һәм башҡорт телендә башҡарылған таҡмаҡтар ҙа сара өсөн махсус сығарылған булып сыҡты.
Әбүләйестәр ҡораманы биләмәләренең бренды кимәленә күтәрелеүгә ҙур өлөш индергән Әлфиә Ҡорбанованың ижады менән айырым таныштырҙы. Ысынлап та оҫтабикәнең бихисап эштәре, төрлө конкурстарҙа яулаған уңыштары ғына түгел, уның ауыл ҡатын-ҡыҙҙарын түңәрәккә туплап, кистәрен бергәләп ҡорама ҡорауҙы ойоштора алыуы маҡтауға лайыҡ. Шуға ла сараның еңеүсеһе Әлфиә Ҡорбанова булыуын барыһы ла хуплап ҡабул итте.
Ҡорамасылар өсөн был сарала конкурс һөҙөмтәһе, баһаһы әллә ни әһәмиәткә лә эйә түгел ине. Улар ихлас аралашты, бер-береһең ҡул эше серҙәре менән ҡыҙыҡһынды, тәжрибә уртаҡлашты. Сара аҙағында өлкәндәр ҙә, ҡарарға килгән балалар ҙа “Аҡ тирәк, күк тирәк”, “Сылбыр” кеүек халыҡ уйындарын ихлас уйнаны, күләгә бейене.